Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
15 Декабрь 2022, 09:30

Тылсымсы түгелдәр, әле өйрәнәләр генә...

Ҡырмыҫҡалы районында ғына түгел, республикала ла һәм шулай уҡ илебеҙҙең башҡа өлкәләрендә лә Әхәт Нурышевты һәм уның “Кудесник АХ” төркөмө тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Бер нисә оҫтаны бер урынға туплаған төркөм быйыл үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейҙарын билдәләй. Шул уңайҙан беҙ “Кудесник АХ” менән яҡыныраҡ таныштырып үтмәксебеҙ.

Тылсымсы түгелдәр, әле өйрәнәләр генә...
Тылсымсы түгелдәр, әле өйрәнәләр генә...

Тылсымсы түгелдәр, әле өйрәнәләр генә...

Ҡырмыҫҡалы районында ғына түгел, республикала ла һәм шулай уҡ илебеҙҙең башҡа өлкәләрендә лә Әхәт Нурышевты һәм уның “Кудесник АХ” төркөмө тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Бер нисә оҫтаны бер урынға туплаған төркөм быйыл үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейҙарын билдәләй. Шул уңайҙан беҙ “Кудесник АХ” менән яҡыныраҡ таныштырып үтмәксебеҙ.

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе ҡул оҫтаһы Әхәт Нурышев егерме йылдан артыҡ сувенирҙар эшләү менән мауыға. Һуңғы йылдарҙа был яратҡан шөғөлөн киң йәйелдереп ебәрә һәм, хатта, үҙе кеүек уңған, оҫта ҡуллы яҡташтарын бер урынға туплауға ирешә. Бына инде биш йыл буйы Әхәт Миҙхәт улы етәкселегендәге эшләп килгән “Кудесник АХ” төркөмө ағзалары – Һәүәләйҙән башҡорт халҡының милли кейемдәрен тергеҙеүсе Гүзәл Искәндәрова, Бишауыл-Уңғарҙан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре оҫтаһы  Флүрә Заһиҙуллина, әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ижад итеүсе Олокүл ауылы килене, түбәтәйҙәр тегеүсе Айгөл Сәйфуллина, Ҡырмыҫҡалынан биҙәүестәр эшләүсе Ирина Степанова һәм рәссам-пейзажист Рим Хәсәнов. Уларҙың барыһын да ижадҡа һөйөү берләштерә.

Әхәт НУРЫШЕВ:

- Рәсми төркөм булмаһаҡ та, беҙ күмәкләшеп бик күп уңыштарға өлгәштек. Төркөмдәгеләрҙең барыһына ла “Кудесник АХ” тигән исем оҡшаны. Күптәр “АХ” нимә аңлата ул тип һорай. Беренсенән, ул минең исемдең баш хәрефтәре булһа, икенсенән, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы белдерә. Беҙҙең төркөмдөң барлыҡҡа килеүенә “Даирә” гәзите булышлыҡ итте тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Биш йыл элек “Даирә” гәзитендә Айгөл Сәйфуллинаның түбәтәйҙәр тегеүе тураһында мәҡәлә баҫылғайны. Шуны уҡығас, ошондай оҫталарҙы бер урынға тупларға, уларға ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тигән теләк тыуҙы. Айгөлдөң телефон номерын табып, уға шылтыратып, һөйләштем. Шунан беҙҙең төркөмгә Гүзәл һәм Флүрә апайҙар, Ирина һылыу ҡушылды. Һуңыраҡ рәссам Рим Хәсәновты ла үҙебеҙгә алдыҡ. Ойошмабыҙға төрлө өлкәләге оҫталарҙы тупларға тырыштым. Һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ. “Кудесник” һүҙе “тылсымсы”ны аңлата. Шуға күрә беҙҙең визиткаларҙа ла “Беҙ тылсымсы түгел, беҙ әле өйрәнәбеҙ генә” тип яҙылған. Төркөмдәштәремә һәр ваҡыт ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп торам, төрлө идеялар бирергә тырышам. “Һин булдыраһың!” тип һәр береһен дәртләндереп тә ебәрәм. Шулай итеп бер-беребеҙгә терәк булып, ижад итәбеҙ, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауға өлгәшәбеҙ. Гүзәл апай үҙенең ижад емештәре менән бик күп үрҙәр яуланы. Башҡалар ҙа ҡалышмай. Үҙемдең дә ҡаҙаныштарым байтаҡ. Әле күптән түгел генә Өфөлә үткән “Һөнәрселек – 2022” аҙнаһында “Алтын ҡул” номинацияһына лайыҡ булдым. Әммә беҙгә урындар алыу мөһим түгел, маҡсатыбыҙ - ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың кәсептәренә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм киләсәк быуынға еткереү. Беҙҙең төркөмдә торған һәр бер оҫта минең өсөн легендар Аркенстон ташы кеүек ҡиммәтле. 

Айгөл СӘЙФУЛЛИНА:

  • Әхәт ағай мине күреп, үҙенең ҡанаты аҫтына алғанына бик шатмын. Ул мине һәр саҡ дәртләндереп торҙо, оҫта булараҡ үҫтерҙе. “Минең бер нәмә лә килеп сыҡмай, бүтән текмәйем”, - тигән саҡтарымда, йә ниндәйҙер тәнҡит ишеткән ваҡыттарымда һәр саҡ кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо. Төркөмгә нигеҙ һалыусы булараҡ Әхәт ағай һәр саҡ үҙенең бурыстарын теүәл үтәй. Төркөмөбөҙҙә һәр ваҡыт бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп торабыҙ. “Бөтәһе лә килеп сығыр. Әгәр әле килеп сыҡманы икән, киләсәктә мотлаҡ уңыш йылмайыр”, - тип артҡа аҙым атлайым тип торған саҡта, алға табан этәреп тороусы, дәрт өрөүсе ошондай кешеләр булыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Белмәгәнде һорар, кәңәшләшер урыныбыҙ бар. Ғәҙәттә, ижади кешене аңлаусы кешеләр аҙ бит ул. Төркөмдә һәр кемебеҙ ижади кеше булғас, шундай рәхәт, бер-беребеҙҙе аңлап ҡына торабыҙ. Бында бер кемде лә өгөтләргә лә кәрәкмәй. Берәй сараға барырға булһа, кем нимә ала, тип тиҙ генә һөйләшеп тә ҡуябыҙ. Алла бирһә, алда тағы ла бик күп еңеүҙәр булыр, тип ышанам. “Даирә” гәзите редакцияһына ла рәхмәтлемен. Әгәр улар мине Һабантуйҙа күреп, конкурста ҡатнашырға саҡырмаһалар, Әхәт ағай менән дә танышмаған булыр инек. Шуға күрә һәр бер оҫта өйҙә генә ултырмаһын, оялмаһын, үҙен күрһәтә белһен тип кәңәш итер инем.

Гүзәл ИСКӘНДӘРОВА:   

  • Биш йыл элек барлыҡҡа килгән “Кудесник АХ” төркөмө уңышлы ғына эшләп килә. Әхәт Миҙхәт улы беҙҙең барыбыҙҙы ла иң тәүге көндәрҙән үк дәртләндереп, төрлө яҡлап ярҙам итеп торҙо. Дүрт йыл рәттән “Өфө - Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмәһендә ҡатнашып, дипломдар яуланыҡ. Төркөмдәгеләрҙең барыһы ла үҙ эштәрен яратып башҡара. Районда ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә оҫталыҡ дәрестәре бирәбеҙ. Бергәләшеп осрашып торабыҙ. Оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан һаман эш өҫтөндәбеҙ. Үҙенең мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, ошондай төркөм ойошторғаны һәм беҙҙе һәр саҡ яңы үрҙәргә дәртләндереп торғаны өсөн Әхәт Миҙхәт улына рәхмәтлемен. Артабан да шулай бергә-бергә эшләргә, төркөмөбөҙҙәге һәр кемгә яңынан-яңы уңыштарға ирешергә яҙһын!

Флүрә ЗАҺИҘУЛЛИНА:

- Төркөмгә һуңыраҡ килеп ҡушылдым. Ошондай матур ойошма булдырғандары өсөн рәхмәтлемен. Төрлө конкурстарға, күргәҙмәләргә бергәләшеп йөрөйбөҙ, бер-беребеҙгә терәк булып торабыҙ. Әхәт Миҙхәт улы был төркөмгә иҫ киткес яҡшы кешеләрҙе генә туплаған. Ниндәйҙер һорауҙар, проблемалар килеп тыуһа, күмәкләшеп осрашып, хәл итергә тырышабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең ижад емештәрен һатыыуҙы, аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуймағанбыҙ. Барыһын да күңелебеҙ ҡушыуы буйынса башҡарабыҙ. Төркөмөбөҙ артабан да йәшәһен, сәскә атһын тигән теләктә ҡалам.

 Ирина СТЕПАНОВА:

  • Беҙҙең ижади төркөмөбөҙҙөң бәләкәй генә юбилейы - биш йыл тулыуына бик шатмын. Әхәт Миҙхәт улы минең эштәремде интернет селтәрендә күреп ҡалып, шылтыратты. Шунан бирле беҙ уның менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Әхәт Миҙхәт улы – изге күңелле, әүҙем һәм алсаҡ кеше. Уның менән һөйләшһәң, күңелгә йылылыҡ һәм дәрт өҫтәлә. Ул беҙҙең өсөн яҡты ҡояш кеүек. Һәр саҡ ниндәйҙер яңы идеяларын әйтә һәм шунда уҡ яңы көс менән ижад итергә тотонаһың. Төркөмдәге һәр беребеҙгә ярҙам итергә тырыша. Уйлап ҡараһаң, беҙ уға ярҙам итергә тейеш кеүек, ә бында киреһенсә килеп сыға. Әйткәндәй, “Кудесник АХ” төркөмөнә тик матур күңелле кешеләр генә йыйылған. Әхәт Миҙхәт улы ярҙамында төркөм республикала һәм сит өлкәләрҙә лә танылыу алды, район данын күтәрҙе. Төркөмөбөҙгә артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ оптимистик рух теләйем. Артабан да һәр беребеҙҙең күҙҙәре тик шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына балҡып торһон.
  • Розалия БИКТИМЕРОВА әҙерләне. https://dairagazite.ru/articles/y-nsellekk-ni-et-/2022-12-15/tylsymsy-t-geld-r-le-yr-n-l-r-gen-3072451 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: