Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь 2025, 11:12

Уҫаҡты урап үтмә (Аҙағы)

Ниндәй көскә эйә тип яҙалар фәнни сығанаҡтарҙа?..

Уҫаҡты урап үтмә (Аҙағы)Уҫаҡты урап үтмә (Аҙағы)
Уҫаҡты урап үтмә (Аҙағы)

Уҫаҡты урап утмә.(Аҙағы.)

Башы https://dairagazite.ru/articles/auly-ur-bayly/2025-09-11/u-a-ty-urap-tm-bashy-4384095 

Уҫаҡ ҡайрыһы нервтар ҡаҡшауы, киеренкелеге булғанда,шәкәр диабетынан, күп ҡан юғалтҡанда,тән тиреһе проблемалары булғанда, радикулит, ревматизм,артрит, ҡан сирҙәре, язва, гастрит, бауыр сирҙәре, үт ҡыуығында торғонлоҡ булғанда һәм башҡа бик күп сирҙәрҙән дауа. Ул микробтарға, инфекцияларға ҡаршы тора, ялҡынһыныу (воспаление), ныҡ йөткөрөүҙән, тын юлдары сирҙәренән файҙа бирә. Уның составында табылған салицин һәм гликозид улар төрлө инфекциялы сирҙәр менән сирләгәндә темп. нормальләштерә, инфекцияға ҡаршы тора. ә ул инфекциялар үпкәнең ялҡынһыныуына еткерә. Тимәк,үпкә сиренән профилактика һәм дауа сараһы. Ә короновирустан һуң барыбыҙҙың да үпкәһе хасталанып ҡалғанын беләбеҙ, тимәк барыбыҙға ла эсһәк һәйбәт була. Күп кенә илдәрҙең ғалимдары раҫлауынса, ул инфекция бөгөнгө көндә күп сирҙәргә еткереп, әкрен генә беҙҙе эстән ҡыйратып ята. Уҫаҡ уны һөрөп сығарһын әле! Уның составында салицин һәм популин бар. Улар иң мөһиме паразиттарға һәм грибоктарға ҡаршы тора алырлыҡ көскә эйә. Уны быуындарҙы дауалағанда ҡулланалар. Ә хәҙер кемдең быуыны ауыртмай? Йәштәр ҙә хәҙер 90 йәшлек ололар кеүек быуындар һыҙлай тиҙәр.Органик кислоталар –каприн,лаурин,арахин,беген тип аталғандары бар. Углеводтар – тәбиғи глюкоза, сахароза һәм фруктоза, шулай уҡ алма, аскорбина кислоталары бар. Һәм иң мөһиме – уҫаҡ ҡайрыһының порошогында беҙҙең организм өсөн кәрәкле микроэлементтар магний, кальций, калий, цинк, тимер, марганец күп икән.
Уҫаҡ ҡайрыһы төнәтмәһен эсә башлауға, ҡайһы бер ағзалар үҙҙәрен һиҙҙертергә мөмкин, сир бераҙ обостряться итеп, организм сәнсеү, ауыртыу кеүек сигналдар бирергә мөмкин. Самаһын белеп, ашыҡмай, ҡуйы һәм эсә алмаҫлыҡ әсе көйөнә эсмәгәндә, был сигналдар әкрен генә юҡҡа сыға. Тән сәләмәтләнә, сихәтләнә.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уны һәрдаим эсеп торорға ярай тиҙәр.Мәҫәлән йәйҙең ҡыҙыу көндәрендә һыуһынды ҡандыра, тәндең иммунитетын күтәреп тора, киҙеүҙәргә бирештермәй тиҙәр. Бының өсөн самаһын күп һалмайынса ғына тәмле генә эсемлек итеп төнәтеп эсергә була.
Уҫаҡ ҡайрыһын ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшеү мөһим!
Бына шундай мөғжизәле дауалау көсөнә эйә булған ағас – Уҫаҡ үҫә беҙҙең урмандарҙа. Йәйен япраҡтары, беҙ янынан үткәндә ишетһен, иғтибар итһен тигән һымаҡ. әҙ генә ел өрһә лә леперҙәп хәбәр биреп тора. Урманға, йәш уҫаҡтар үҫкән ергә килһәң, мотлаҡ уның төптәрендә мышы, ҡуян эҙҙәре күрергә була. Һәм әлбиттә уҫаҡтарҙың ҡайрылары ҡайыҙланған. Унда теш эҙҙәре ҡалған. Хайуандар ҙа уның файҙалы икәнен беләләр, ауырымаҫ өсөн профилактика яһап, уны кимереп ашайҙар. Ә беҙ?

Зәүхиә Низамиева.

 

Автор:
Читайте нас