Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь 2025, 11:05

Уҫаҡты урап үтмә (Башы)

Үҙебеҙҙең һаулыҡ өсөн бары тик үҙебеҙ яуаплы! һаулыҡ тураһында дауаланыуға барып еткәнсе ҡайғыртырға кәрәк!

Уҫаҡты урап үтмә (Башы)Уҫаҡты урап үтмә (Башы)
Уҫаҡты урап үтмә (Башы)

Уҫаҡты урап үтмә.(Башы)
Урман - мөғжизәле урын. Һәр миҙгелдә лә ул үҙенсәлекле бер матурлыҡҡа эйә. Һәр миҙгеле беҙҙең күңел күҙҙәребеҙҙе нурландырып ҡына ҡалмай, беҙҙең тәнебеҙгә сихәтле файҙаһын да бирә ала. Урман аптекаһы йыл әйләнәһенә эшләй, түләү һорамай, бары тик үҙебеҙҙең сәләмәтлек өсөн нимә кәрәклеген белеп инергә кәрәк был аптекаға.
Мин был яҙмамда уҫаҡ ағасы тураһында яҙырға булдым. Уның файҙалы сифаттары тураһында мин күптән яҙа башлаған инем, был юлы тулыландырып, асыҡлабыраҡ яҙам.Ни өсөн? Сөнки һорауҙар күп килә, халыҡ уның менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Тимәк, яҙырға кәрәк.
Башта бер тарихҡа туҡталып китәм. Һәрваҡыттағыса тотороҡло һөҙөмтә булғанын белгәс яҙам. Өс йыл тирәһе элек ир менән ҡатын миңә килделәр. Икеһе лә алтмышты уҙып барыусы кешеләр. Ҡасандыр һомғол буйлы, төҙ гәүҙәле булған В.ағайҙың хәле мөшкөл икәне уның бөгөлөп төшкән кәүҙәһенән аңлап була ине. “ Ҡырыҡ йыл бергә йәшәгәнебеҙгә. Йәшләй өйләнештек, барыһын да бергә уҙҙыҡ.Аллаға шөкөр, балалар үҫтереү, бөтөн тормош мәшәҡәттәрен бергә күтәрҙек. Ҡартлыҡта ла бергә рәхәтләнеп йәшәге килә. Тик В.ның хәле бик мөшкөлләнеп китте, алтмышын яңы ғына уҙҙы бит әле. Нимә эшләргә лә белмәйбеҙ.( Иң беренсе дауалау үҙәктәренә барып, анализдар биреп, диагноз ҡуйҙыртып, дауа алыуҙары менән ҡыҙыҡһынам.) Төрлө дауаланыуҙар үттек, тик нишләптер алға китеш юҡ. Ябығып, ҡоро һөйәккә ҡалды. Көндән – көн кәкерәйә, арҡаһын да тота алмай башланы.Арҡам һыҙлай тей, тубыҡтары ла бөгөлмәй башланы. Ашаған йүнләп эшкәртелмәй икән. Миңә әйтмәй йөрөгән. Нишләп ныҡлап ябыға башланың тейгәс, әйтте. Антибиотиктар күп эсте, әллә шулар арҡаһында эсәктәрендә тайпылыш башланды, ашағаны эшкәртелмәй сығып тора тейерлек. Алама сирҙер тип уйлаған инек. Уныһы Аллаға шөкөр булманы. Әммә барыбер һүнеп бара. Бәхилләшә лә башланы инде һуңғы ваҡытта. Ашыҡма, берәр әмәлен табайыҡ тим. Үҙемдең дә аяҡтар ауыртып, көскә атлап йөрөйем. Үҙемде лә ҡарарға кәрәк, уны ла,”- тип аңлатты ҡатыны.
Ғүмергә ҡурҡыныс янау башланһа, беҙ әллә ҡайҙа, әллә кемдәр янына барырға ризабыҙ, иң мөһиме дауаһын табыу. Улар ҙа эҙләнеү юлында ине. Боҙом түгелме икән тип, өшкөрөүсегә лә барғандар. Арҡа ауыртҡас, мануальный терапевтҡа, костоправка барғандар.Улар беҙ ҡыҫылмайбыҙ, ағай, кәкерәйеп барған арҡаға тейә алмайбыҙ тигәндәр. Дөрөҫ тә әйткәндәр.
Мин дә ҡулдан килгәнде аңлатырға тырыштым. Ятып ҡалғансы атып ҡал.
Иң беренсе В.ағайҙың тышҡы йөҙөнә ҡарап, һығымта яһаныҡ.
Йөҙө һарғайып, күҙҙәренең аҡтары ла һарғая башлаған, тимәк бауыр һәйбәт эшләмәй. Иң беренсе бауырҙы сәләмәтләндереү мөһим.
Ауыҙҙан гел әсе. тәмһеҙ еҫ килә тей. Тимәк, үт ҡуйы, тейешле ваҡытта һәм тейешле еренә сыҡмай, торғонлоҡта, бауырҙа йыйылып ята, тәнгә тарала. Үт сығыуҙы тәэмин итергә кәрәк. Үт беҙ ашаған ризыҡты ризыҡ менән ингән төрлө зарарлы микробтарҙан, инфекцияларҙан зарарһыҙлай, ризыҡты тарҡата, беҙгә яраҡлы хәлгә еткерә. Үт торғонлоғон - застой желчи тигән хәләттең нимә икәнен аңларға, уның был тайпылышын бөтөрөргә кәрәк. Тамаҡ төбөндә әсетеп, яндырып тороуо үт торғонлоғон күрһәтеүсе фактор. Насар еҫ сығып тора икән, тимәк ашаған ризыҡ оҙаҡ ята ашҡаҙанда, серей, унда төрлө грибоктар. паразиттар үрсей, зарарлы бактериялар күбәйә. Уларҙың үҙ доньяһы, йәшәйҙәр, үрсейҙәр, тәнгә таралалар. Ашҡаҙан юлы (пищевод) буйлап өҫкә менәләр, телдә үңәҙ булып(налет) тора. Ә тәнгә, ағзаларға ингәс, үҙҙәренең ҡырын эштәрен башҡаралар. Улар ҡайҙа барып йәбешһә,шунда тишәләр, шеш, полип, эррозия һәм башҡа беҙҙең һаулыҡты ҡыйрата торған күренештәр барлыҡҡа килтерәләр. Эсәктә зыянлы бактериялар үрсеп китһә, ашаған ризыҡ та йүнләп эшкәртелмәй, эс ҡабара, кеше күбенә, эс китә... Дисбактериоз тигән хәҙерге замананың һәрдаим күренеше килеп сыға.
Оҙон буйлы ағайҙың икегә тигәндәй бөгөлгән кәүҙәһен умыртҡалыҡ һөйәге тота алмай, сөнки ул да ватыла башлаған. Тимәк, һөйәктәргә етешле туҡланыу юҡ, ныҡлы остепороз башланған. “Уның бөтөн ашағаны итле аш, шәкәрле сәй, май, икмәк. Ҡыҙҙырылған картуф, макарон, бүтән ризыҡҡа күңел һалмай,”- тине ҡатыны. Әлбиттә, был ризыҡтарҙа һөйәктәр өсөн әллә ней файҙалы элементтар юҡ. Тән ҡартая барған һайын, бары тик файҙалы ризыҡтар ашарға кәрәк тиҙәр ғалимдар.
Уның төндәр буйы һыҙланып сығыуының, аяҡтарын хатта яҙып ята алмай башлауын белдек. “Быуындарым һынып китерҙәй ауырталар,”- тине В.ағай.
Бының да сәбәптәрен асыҡланыҡ. Ул электән һыу эсергә яратмай. Сосудтар ҡыҫылған, кибә башлаған, быуындарға һыу барып етмәй, һыу булмағас, туҡланыу ҙа етешмәй. Һыу эсеү режимын көйләү, физик күнегеүҙәр, массаж, быуындарға компресс, аппликациялар, һөлөк ҡуйҙыртыу тураһында һөйләштек һәм улар барыһын да ипкә һалып эшләй ҙә башлағандарын яҙҙылар.
В.ағайҙың ни өсөн был хәлгә етеү сәбәптәренең барыһын да яҙып тормайым. Ул сәбәптәр беҙҙең күптәребеҙҙе лә ошондай көнгә еткерә - үҙебеҙгә ҡарата битарафлыҡ. Тән тигән аппаратты дөрөҫ туҡландырмау, тәрбийәләмәү. Матур һәм ҡиммәтле йорттар төҙөйбөҙ, ҡыйбатлы йыһаздар, машиналар алабыҙ, уны өф итеп кенә тотабыҙ... Һанап китеү кәрәк түгел, хәҙерге көндә күптәр ошондай эштәр менән мәшғүл. Ә үҙебеҙҙең төп йортобоҙ 30-40 йәшкә лә етмәйенсә ватыла, һына, кибә. Иҫкиткес күп дауалап булмай торған сирҙәр күбәйҙе, хатта ябай ғына сирҙәр ҙә. Аллергия, дерматит, экзема, псориаз, ревматизм,артрит, артроз... меңәрләгән сирҙәр дауаланмай хәҙер. Мин һауанан алып яҙмайым. Беҙҙең яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ, дуҫтарыбыҙ, үҙебеҙ. Кемегеҙҙең ошо сирҙәрҙән дауаланған тигәнен ишеткәнегеҙ бар? Табиптар ғәйепле тип уйлаһаҡ, хаталанабыҙ. Юҡ, беҙ үҙебеҙ. Беҙ дауалап булмай торғанға әйләндек. Донья ҡыуабыҙ, ашығабыҙ, ашарға ла, һыу эсергә, ваҡытында бәҙрәфкә барырға ла ваҡыт юҡ. Бөтөнөбеҙ ашығыуҙабыҙ! Тынысланып, уйланып ултырырға ла ваҡыт юҡ!!!Шул дәрәжәлә иммунитеты ла, тәндең бөтөн йәшәү запастарын ватып – емереп бөтөрәбеҙ, улар йәштән үк дауалана алмай
торған дәрәжәгә етә һәм сирләп киткәндә сиргә ҡаршы торорлоҡ, уны еңерлек запас та, көс тә юҡ...
В.ағай ҙа эшсән, булдыҡлы, бик мөләйем, тәрбийәле ағай. Мин ундайҙарҙы бигерәк йәлләйем. Ғүмер буйы намыҫ менән хөкүмәт эшендә нефтяниктарҙа эшләгән, өс баланы тырышып үҫтергән, олоғайған көндәрендә яҡшы йорт төҙөгәндәр. ҡатынына тоғро тормош иптәше булған. Ҡартлыҡта рәхәтләнеп йәшәргә ине лә! Юҡ, ватылған шул. Хәҙер бер генә проблема ҡалған уның. Нисек кенә ватылған тән – аппаратты төҙәткеләп, ремонтлап, артабан бераҙ йәшәргә! Бераҙ ғына булһа ла!!! Был изге уй һәм ул уй тормошҡа ашырға тейеш тигән эстән ынтылыш бар. Был иң мөһим аспект. Бары тик үҙеңдең хәләтеңде аңлай белергә генә кәрәк.Машинаның нимәһе ватылғанын белмәйенсә төҙәтеп булмай бит. Кешенең тәненең дә ватылыу сәбәбен белмәйенсә төҙәтеп булмай. Бер ағза ауырта тибеҙ ҙә әйҙә шуны дауалайбыҙ, бер ағзаның ауыртыуына икенсе ағзаның ватылыуы сәбәп була һәрваҡыт. Күҙҙәр насар күрә башлаһа тиҙерәк очки алып кейергә тырышбаҙ, ә елкә ҡатып, хандрос күҙгә туҡланыу, һыу алып бара торған сосудтарҙы ҡыҫҡандыр, башта һәйбәтләп массаж яһап, һөлөктәр ҡуйҙыртып ҡан йөрөшөн, лимфаның эшсәнлеген әйбәтләтәм тип уйламайбыҙ. Шулай уҡ щитовидканың да тайпылышы күп осраҡта шейно – вортониковая зона тигән тән өлөшөндә ҡыҫылыу, торғонлоҡ, башҡа сәбәптәр арҡһында була.Сәбәп бөткәс, улар эшләп тә китә. Хатта һыу етешле эсмәү ҙә күҙҙәрҙең насар күреүенә, щитовидканың, ғөмүмән бар ағзаларҙың да кибеүенә,ҡатыуына еткерә. Ә беҙ тиҙерәк дарыу ҡабабыҙ, ә ул проблеманы хәл итмәй. Симптомдарҙы ғына ваҡытлыса бөтөрә йә юҡ. Сәбәп ҡала! Ашыҡмайынса ҡатыны менән сөкөрҙәшеп ултырып сәй эсергә, урмандарға, шишмә, йылға буйҙарына төшөп йөрөргә,үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп, һөйләшеп ултырырға. Һәм башҡа бәхетле ҡартлыҡ мәлдәрен үтергә! Йорт төҙөргә ныҡ күп көс киткән. Балаларҙы башлы – күҙле итеп сығарып ебәргәс, улар нефтяниктарҙа эшләп алған фатирҙы һатып, ике ҡатлы йорт төҙөгәндәр. Әтейҙең ҡулдары оҫта, күп эшен үҙе эшләгән.Балалар килгәндә уңайлы булһын тип уларға ла бүлмәләр төҙөгән ағай. Шулай кәрәктер. Тик әтей -әней ватылғансы төҙөгән, улар һыҙланып, ухлап – ахлап аяҡһыҙ, икегә - өскә бөгөлөп көскә йөрөгәндә, ул бүлмәләрҙә балалар тыныслап йоҡлай аламы икән? Уларҙың айырым сығып йәшәп ятҡан тормоштарында беҙ сирләп ятҡас, тыныслыҡ буламы икән? Белмәйем, был осраҡта һәркем үҙенсә яуап бирә был һорауға
. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көндә әтей - әней ватылған. Беркемде лә тәнҡитләмәйем, ғәйепләмәйем, замана шулай!! Все для детей! Ә үҙебеҙ....
Мин күп яҙмаларҙа бары тик эш араһына ҡыҫтырып үҙеңде ҡарамау арҡаһында ошондай хәлгә осраған кешеләрҙең яҙмышы тураһында яҙҙым. Һыу эсергә өйрәнеү, ашауҙы үҙгәртеү, паразиттарға ҡаршы әрем һәм башҡа ысулдар менән программа үтеү, быуындарға таҙа !!! кәрәсин ҡулланыу, ябай ғына күнегеүҙәр яһау... Быларҙың барыһын да ҡулландыҡ. Әлбиттә, йәшенә, уның тәненең мөмкинселектәренә ҡарата үҙенә тейешлеһен. Ватылған – емерелгән тәнгә барыһын да самалап, әкрен генә күндереп, өйрәтеп кенә ҡулланабыҙ. Ашыҡ – бошоҡ түгел!!!
Тик мин уҫаҡ ағасының файҙаһы тураһында яҙа башлаған инем һәм был яҙма уның файҙалы сифатына бағышлана. В.ағайға ла уны нисек эсергә өйрәттем, нәҡ уның ошо хәләтенә файҙа буласағына инандырҙым. Ни өсөн? Тайпылыш булмаған бер ағза ла юҡ, бөтөн яҡлап сәләмәтләндерергә кәрәк. Тимәк, организмды һәряҡлап сәләмәтләндерә торған сара кәрәк. Эйе, ғалимдар, табиптар, халыҡ табиптары раҫлауынса уҫаҡ ҡайрыһы һәм уның ботаҡтары менән дауаланыу беҙҙең тәнде һәряҡлап сәләмәтләндерә. Ник ҡулланмаҫҡа, әгәр ҙә инде бүтән сара ҡалмаған икән! Бер йыл элек тирәһе һәм ошо көндәрҙә уның ҡатынынан В.ағайҙың хәленең әйбәтләнеүен, уның яҡшы ғына өй эштәрен эшләп йөрөүөн, арҡаһының ауыртыуы бөтөп, төҙәйеп китеүен, яңынан мускулатура барлыҡҡа килеп, ит ҡунып, һәйбәт кенә йәшәп ятыуҙарын яҙҙы. 2025нсе йылдың 30нсы марты көнө Ураҙа байрамы көндө ҡотлап шылтыратты һәм рәхмәттәр әйтте.(Бар рәхмәттәр Аллаһы Тәғәләгә, мин мәғлүмәт еткереүгә сәбәпсе генә.) Уның уҫаҡ ҡайрыһы төнәтмәһен өс йыл инде өҙлөкһөҙ тигәндәй эсеүен һәм бына тағын әҙерләргә барасаҡтарын әйтте. Ул төнәтмәнең уға ныҡ шифа биреүен һәм сәләмәтләнеп китеүенең дә сәбәбе шунан икәнен әйтте. Бар ағзаларҙың да йәшәрлек дәрәжәлә эшсәнлеге яйға һалыныуын, аппетитты яҡшыртыуын һөйләне. Аллаһы Тәғәләгә уның мөғжизәле ағасы өсөн рәхмәт уҡыныҡ.
Уҫаҡ... Ниндәй ағас һуң ул? Мин үҙем уға ныҡлап 5-6 йыл элек иғтибар иттем. Бер танышым уның ҡайрыһының төнәтмәһен 6 ай эскәс, киста – миомаларының юҡҡа сығыуын һөйләгән ине. Шәп бит!!! Хәҙерге көндә уҫаҡ ҡайрыһы менән дауаланыусылар һаны артҡандан - арта бара.
Иҫкәрмә!!!
1. Әгәр ҙә етди сир менән сирләйһегеҙ икән, ул ваҡытта дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ!
2.Һәр үҫемлектең ҡайһы ғына өлөшөн алһаҡ та, ул дауалау, сихәтләнеү көсөнә эйә. Шуның өсөн һәр бер төнәтмәне әҙҙән генә башлап эсә башлайбыҙ, уны һынап ҡарайбыҙ, тәнебеҙҙең реакцияһына иғтибар итәбеҙ. Бигерәк тә ағзаларҙа ныҡлы торғонлоҡ, таш, ҡом булған осраҡта, төнәтмәләрҙе оҙаҡ ҡына әҙҙән башлап эсәбеҙ, көндән – көн йотомон арттыра барабыҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер кимәле беҙҙең өсөн комфортный икән, шулай ҡалдырабыҙ.
3.Бер төрлө норма бар кешегә юҡ!!! Һәркем үҙенең нормаһын таба.
4.Дауалау маҡсаты менән эселгән төнәтмәгә дауаларға ярҙам итәбеҙ. Еңелсә ашау, күберәк салаттар ашау,һуттар,тейешле һыу эсеү, физик күнегеүҙәр яһау, саф һауала йөрөү, яҡшы уйҙар уйлау, изге нийәттәр менән йәшәү....
Уҫаҡтың ҡайрыһы, ботаҡтары, бөрөһө, япраҡтары лы сихәтле көскә эйә. Уны йылдың бар миҙгелендә лә кәрәк өлөшөн йыйырға була.
1. Урманға яҡшы нийәт, изге уйҙар менән барабыҙ. Шифа һорап, белгән доғаларыбыҙҙы уҡып инәбеҙ, ағастар янына киләбеҙ. Сыҡҡанда рәхмәт әйтеп сығабыҙ.
2.Иң беренсе халыҡ телендә электән һөйләнеп килгән фекергә туҡталайыҡ. Уҫаҡ ағасынан яһалған ҡаҙыҡ. Халыҡтың ышаныуы буйынса, әммә ләкин фәнни дәрәжәлә иҫбатланмаған гипотеза. Уҫаҡ ҡаҙығы өйҙәрҙе, малды, тораҡтарҙы насар энергиянан һаҡлай, насар уйлы заттарҙы ҡурҡыта тип иҫәпләнә.
3.Уҫаҡ ағасы берҙәнбер үҙенә ала торған ағас. Ҡалған ағастарҙы барып ҡосаҡлаһаң, улар энергия, көс бирә. Ә уҫаҡ беҙҙең тәндәге насар энергияны ала, уны үҙенә һура. Кешене кире энергиянан ҡотолдора һәм нерв ауырыуҙарынан дауалай тип яҙыла фәнни сығанаҡтарҙа. Нервылар киеренкелеге бар икән, тимәк уҫаҡ ағасы менән дуҫлашабыҙ.
4.Япраҡтары. Яҙ көнө яңы ғына сыҡҡан япраҡтары С витаминына бай. Шуға уны яҙғы авитаминоз, иммунитет төшкәндә төнәтеп эсәләр. Бер стакан ҡайнар һыуға 5-6 япрағы етә тип яҙыла. 10-15 минут ҡаплап төнәтергә кәрәк. Көнгә иртәле кисле ике тапҡыр эсеү зарур. Хәл һәйбәтләнгәс, профилактика өсөн ваҡыт – ваҡыт эсеп алабыҙ.
5. Ботаҡтары. Уның йәш, матур төҫтәге ботаҡтарын һайлайбыҙ. Күберәген ҡояшлы яҡҡа ҡарап үҫкәнен. Секатор менән ҡырҡып алабыҙ, 5-6 см хәтлем оҙонлоҡта тураҡлап, киҫәбеҙ. Ҡояштың тура нурҙары төшмәгән, елләп торған, йылы урында киптерәбеҙ. Бер ус хәтлем сималды(сырье) кәстрүлгә һалабыҙ ҙа ярты литр һыу ҡойоп, ҡайнап сыҡҡас бер минут ҡайнатабыҙ. Кәстрүльдә ябыҡ көйө һыуынғансы тора, шунан банҡаға ҡоябыҙ. Симал кәстрүльдә ҡала, тағын шул уҡ сималға ярты литр һыу ҡоябыҙ, өс минут ҡайнатабыҙ. Тағын ябыҡ көйө һыуынғансы тора, тағын һыуын һарҡытып, банкалағы төнәтмәгә өҫтәп ҡоябыҙ. Кәстрүльдәге сималға тағын ярты литр һыу ҡоябыҙ ҙа 5 минут ҡайнатабыҙ, тағын ябыҡ кәстрүлдә һыуынғансы ҡалдырабыҙ. Шунан банкаға тағын һарҡытып ҡоябыҙ. Сималды ташлайбыҙ. Ә өс тапҡыр һарҡытып алған төнәтмә эсергә әҙер. Ике көн бүлмә темп. тора. әсемәй. Ә артабан эсеп бөтөлмәһә, холодильникка ҡуябыҙ. Төнәтмәне йылы көйө эсәбеҙ. Мин стакандың ике өлөшөнә төнәтмә ҡоям, ә өсөнсө өлөшөнә ҡайнар һыу. Шулай йылы итеп эсәм. Иртәле кисле, ашар алдынан ярты сәғәт ҡала. Ике ай эсәм, бер – ике ял итәм. Был рецепты табип - гомеопат, терапевт,педиатр Татьяна Владимировна Плесовских тәҡтим итә. Уның ютубта “Наука не болеть” исемле каналында нәҡ уҫаҡ тураһында фәнни бик күп мәғлүмәт бар.Әлбиттә, һәркемдең үҙенә генә билгеле төнәтеү ысулы ла бар. Минем таныш ҡатын ҡайнатмай. Ул ҡайнап ҡына сыҡҡан һыу ҡоя ла ике сәғәткә төрөп ҡуя.Бер ус сималға бер литр һыу. Иҫкәрмә! Һәркем үҙенең хәләтенән сығып, ниндәй маҡсат ҡуйыуынан сығып эсә! Кемдер профилактика өсөн, кемдер ҡәтғи бер сирҙән ҡотолор, кемдер паразиттарҙан, грибоктарҙан,инфекцияларҙан ҡотолор өсөн эсә.
5.Уҫаҡтың ҡайрыһы бик көслө сихәтләнеү көсөнә эйә тип яҙыла. Йылдың төрлө миҙгелендә шулай уҡ ҡайыҙлап алып ҡайтып, киптереп, ҡулланырға була. Беҙ ағаста һут хәрәкәте (сокодвижение) башланғансы һәм әле ҡоро саҡта алырға тырышабыҙ. Сөнки ҡайры уҙған йыл йәй буйына кәрәк хәтлем үҙенә элементтар йыйған, ҡыш сыныҡҡан, унда бар кәрәк элементтар аккумуляцция хәлендә, ул үҙенең көсөн ботаҡтарға бирергә әҙер, тимәк файҙалы хәләттә, ҡоро, киптерергә уңайлы. Ҡайры ҡайыҙлар өсөн сәләмәт, диаметры ус менән йомарлап тоторлоҡ(обхватить), матур, төҙ, асыҡ йәшкелт, йәшкелт – көрән төҫтәге уҫаҡ кәрәк. Мүкләнгән, ҡарая башлаған, сирле, ҡарт уҫаҡтар бармай.
Йылы, тура ҡояш нурҙары төшмәй, еләҫ урында йоҡа ғына итеп һалып киптерәбеҙ. Ҡағыҙ йәки сепрәк тоҡтарҙа һаҡлайбыҙ. Дөрөҫ һаҡлағанда,Һаҡланыу осоро 2-3 йыл.Төҫө һаҡланырға тейеш. Ҡарайып, йәмһеҙ булып кипһә, ҡулланырға ярамай!
Ҡайрыларын төнәтеү ботаҡтарын төнәтеү менән бер төрлө.
Ҡайрыһынан ҡайһы берәүҙәр порошок яһайҙар. Эсеү самаһы - БАДтар һалына торған бер капсул. Ашағанда ҡушып ашап ебәрергә була йәки ашар алдынан ярты сәғәт ҡала бер стакан һыу менән эсәбеҙ. Һәркем үҙенең дә эсеү самаһын, төнәтеү ысулын табып, ҡуллана ала.
Шулай уҡ уҫаҡты яндырып, уның көлөнән бик файҙалы мазь яһайҙар. Көлөн һәм үҙегеҙ теләгән майға, кремға бермә - бер ике ингредиенты ҡушып, болғатып яһайбыҙ. Быуындар һыҙлағанда һөртөргә була.
Ниндәй көскә эйә тип яҙыла фәнни сығанаҡтарҙа?

Зәүхиә Низамиева.

Аҙағы https://dairagazite.ru/articles/auly-ur-bayly/2025-09-11/u-a-ty-urap-utm-a-a-y-4384109 

Автор:
Читайте нас