Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь 2025, 11:19

Тын алғанда, өмөтләнәм (Башы)

"Тын алғанда, өмөтләнәм” Был боронғо рим шағире Овидий һүҙҙәре. Ысынтылап та, кешенең ғүмере өҙөлгәнме – юҡмы икәнен асҡлағанда, ул тын аламы – юҡмы икәненә иғтибар итәләр. Тын алғанын белгәс, иң беренсе, өмөтләнеп: “ Ул тын ала,”- тиҙәр. Иң мөһим тын алыу ағзаһы – үпкә. Үпкә нимә өсөн кәрәк тип уйлайбыҙмы?..

Тын алғанда, өмөтләнәм (Башы)Тын алғанда, өмөтләнәм (Башы)
Тын алғанда, өмөтләнәм (Башы)

Тын алғанда, өмөтләнәм. (Башы)

 Ябай ғына һүҙҙәр менән уның иң мөһим функцияларын ҡарайыҡ әле.
1. Нимә ул үпкә? Үпкә парлы ҙур орган, тик ауыр түгел. Урыҫса әйтелеше күберәк уға тура килә. Легкие. Еңел һәм ул һыуҙа батмай.
2. Ниндәй функция үтәй? Беҙ тын алабыҙ, ул кислород үпкәгә инә һәм альвеолалар аша (үпкәнең диварындағы ваҡ ҡына тишектәр) аша ҡанға инә.Шул уҡ ваҡытта ҡандан углекислый газ сыға, уны үпкә тышҡа сығара. Углекислый газдың кәрәк хәтлеме төрлө функцияларҙы эшләтеп тороу өсөн тәнгә китә. Ул булмаһа кислород гемоглабиндан айырылып беҙҙең туҡымаларға сыға алмай, тағын күп кенә процесстар боҙола. Беҙҙең тын алышыбыҙ углекислый газ менән ипкә килтерелеп тора.
3.Углекислый газ нимә өсөн кәрәк? Нәҡ ул беҙҙең капиллярҙарҙы киңәйтә,ҡан йөрөшө әйбәтләнә, кислород күбәйә, инфекцияларға ҡаршы тора. Хатта бар төрлө паразиттарҙы, зарарлы бәшмәктәрҙе, зыянлы бактерияларҙы ҡыйрата тип яҙыла фәнни сығанаҡтарҙа. Ҡандың рН кимәлен әйбәтләп тора. Углекислый газды махсус еҫкәргә кәрәк түгел, беҙ тын алғанда кислород инә, ә кире углекислый газ сыға. Ошо газды ғалимдар тын алыу күнегеүҙәре аша тәндә йыйып, уның файҙаһын арттырырға тейҙәр. Нисек? Ҡан тамырҙары әйбәт, сыйфатлы булһындар, унда төрлө тромбтар барлыҡҡа килмәһен, уның стенкаларына бляшкалар йәбешмәһен һәм башҡа күңелһеҙ күренештәр булмаһын өсөн тын алыу күнегеүҙәре аша углекислый газды йыйылыуын арттырып, тәндең сәләмәтлеген нығытыу мөмкин. Мәҫәлән, йоҡлар алдынан нервтарҙы ла тынысландырыр, төнгөлөккә сосудтарҙы ла төрлө ҡыҫылып тороуҙарҙан азат итер өсөн Иван Неумывакин, Константин Бутейко тын алыу күнегеүҙәре тәҡтим итәләр.Тынысланып ултырып, ятыр алдынан, тәрәнерәк итеп тын алаһың да, уны сығарғас, бераҙ тын алмай тораһың. Кем күпме булдыра ала.5.10.15.20 гә хәтле һанағансы. Башлап ебәргән дә 5 секундтан башлаһаң да ярай. Тағын тын алып ебәрәһең дә, кәрәк булһа бер нисә тапҡыр, шунан тағын тынды сығарабыҙ ҙа, тағын тын алмай тораһың. 7-8-10 тапҡыр ошо күнегеүҙе яһағас, кешенең нервтары тынысланып, ҡыҫылған сосудтары киңәйеп китә,тәндә сәләмәтләнеү процесстары әйбәтләнә, ҡанда pH кимәле регулировать ителеп тора, тыныслап йоҡлап та китәһең.
5. Үпкәлә ҡан бармы? Үпкәлә 400 -450 мл. ҡан запасы тора, кәрәк ваҡытта эстренно ул ҡан юлына ебәрә, мәҫәлән тәнебеҙ ҡан юғалтҡан осраҡта һәм ошо запас беҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарып алып та ҡала ала. Беҙҙең организм Аллаһы Тәғәлә тарафынан иң идеально төгәл яһалған аппарат.Ул беҙгә ауыр ваҡытта ярҙам запас юлдарҙы ла билгеләп ҡуйған.
6.Клеткаларҙы туҡландыра. Нисек? Үпкә кислородты үпкәләге бәләкәй генә тишектәр аша ҡан юлына ебәрә, шул уҡ тишектәр аша углекислый газ да сыға,ҡан юлы буйлап кислород гемоглобин менән бәйләнә һәм йөрәк ошо кислородлы ҡанды төрлө ағзаларға һәм туҡымаларға ебәрә. Унда клеткалар тын алып туҡлана, беҙгә клеткалар энергия бирә.
7. Үпкә эшләмәһә, тауыш та юғала башлай. Ни өсөн? Гармунды уйнатҡанда, башта тын һурып алалар, шунан тауыш сыға. Үпкә лә тауыш барлыҡҡа килтереү процессында ҡатнаша. Үпкәһе насар эшләй башлаған кешенең тыны ла йәки тауышы насар сыға башлай. Үҙебеҙ ҙә тикшереп ҡарай алабыҙ. Тынды бөткәнсе сығарып, берәр һүҙ әйтеп ҡарағыҙ, бик насар ғына ишетелә йәки бөтөнләй һүҙ әйтеп булмай. Ә бына күкрәк тултырып тын алып рәхәтләнеп ҡысҡырып та, йырлап та, һөйләшеп тә була.
Беҙ ошолай ябай ғына һүҙҙәр менән үпкәнең беҙҙең тәндә үтәгән ролен ҡараныҡ. Һығымта – үпкә беҙҙең өсөн төп рольдәрҙе үтәүсе ағза. Үпкәлә ниндәйҙер тайпылыш йәки инфекция инеп уның эсендә үрсей, зыянлы ҡаҡырыҡ барлыҡҡа килә, һыу йыйыла башлай икән, был функциялар насар үтәлә йә бөтөнләй үтәлмәй башла . Организм ҡаҡшай башлай.
Ә мин ни өсөн үпкә тураһында яҙырға булдым? Һуңғы ваҡытта үпкә сире менән сирләүселәр һаны таныш – белештәр араһында күбәйеүе борсығанға. Бигерәк тә короновирус сире үткәндән һуң, был сир күбәйҙе. Гел арҡа өшөп тороу, әҙ генә өшөү менән йөткөртә башлау, йыш пневмония, бронхит, иң аяныслыһы – үпкә рагының күбәйеүе бик хәүефле күренеш.
Кемдәр короновирус сире менән сирләгән, прививка яһатҡандар ҙа - барыбыҙ ҙа “в группу риска заболеваний легких”ҡа инәләр тип һығымта яһайҙар ғалимдар. Ни өсөн? Сөнки короновирус иң беренсе тын юлдарын һәм үпкәне зарарланы. Уның зарарлау масштабы ҙур булыу сәбәпле, был иҫәпкә миллионлаған кешеләр эләкте. Һуңғы йылдарҙа үпкә сиренең күбәйеп китеүен дә кешеләрҙең короновирус менән зарарланыуы һәм уның эҙемтәләре менән бәйләйҙәр. Тимәк, был инфекция төпкә үтеп, эстән зыян һалып, беҙҙең һаулыҡты ҡаҡшатып тора. Ағасты эстән нисек әкрен генә ҡорт ашай, был инфекция ла шулай уҡ. Тыштан ағастың ҡайрыһы сәләмәт кеүек, әммә ләкин бер көн килеп ауғас ҡараһаң, ул эстән сереп, ҡарайып бөткән була.
Хәтерләйбеҙ, иң беренсе үпкәнең нисә процентҡа зарарланғанын тикшереп әйтәләр ине. Һәм уңышлы дауаланыуы ла уның зарарланыу процентының кәмеүенә йә бөтөнләй бөтөүенән тора ине.Әлбиттә, был сирҙе кем нисек булдыра ала шулай еңергә тырышты. Кемгә укол – дарыуҙар, кемгә халыҡ медицинаһы ярҙам итте. Әрем, хрен, төрлө төнәтмәләр, сода.. Һәм башҡа бик күп төрлө файҙалы ысулдар. Барыбыҙ ҙа үпкәне дауаларға тырыштыҡ. Ҡыҙғанысҡа, кемгәлер бер нимә лә ярҙам итә алманы...
Карантин асылғас, эшкә сығып киттек. Карантин бар сир эләккән кешеләр тикшерелеп, улар сәләмәтләнгәс асылманы, йәшәргә һәм эшләргә кәрәк, донья көтөргә, эшкә сығырға... Тик күптәребеҙ әле ул сирҙән ныҡлап аяҡҡа баҫып бөтмәгән ине, кемдер хәлһеҙлек, баш ауыртыу, оҙаҡлап йөткөрөү, күҙҙәр насар күрә башлау, хәтер насарайыуға, шештәр тиҙ ҙурайыуға, быуындарҙың һыҙлауына, мускулдарҙы көҙән йыйырыуына, һ.б. зарлана башланыҡ. Шулай уҡ күп кенә үпкә рагы осраҡтары йыш ишетелә башланы.
Интернеттағы мәғлүмәттәргә таянып шуны яҙып була, ҡайһы бер илдәрҙә короновирус менән сирләгән, прививка яһатҡан кешеләрҙе бер төркөмөн айырып алып, күҙәтеү алып баралар. Һәм ковидтан һуң уларҙың хәләтен тикшереп торалар. Ковид инфекцияһының кешеләрҙең һаулығына насар йоғонтоһон күҙәтәләр. Күҙәтеүҙәргә таянып, ғалимдар ҙа һығымта яһайҙар. Карантин бөтөп сикләүҙәр асылһа ла, “постковидная профилактика населения” үткәрергә кәрәк булған тип уйлайҙар.
Әлбиттә, барыбыҙ ҙа “ авось” кә һылтанмайынса, өҫтән төшкән ҡарар менән беҙҙе сәләмәтләндерә башлағандарын көтмәйенсә профилактик саралар күрә башлаһаҡ һәйбәт булыр ине.
Тимәк, үпкә сиренең бөгөнгө көндә ныҡ артып китеүенең сәбәбе – ковидтан һуң ҡалған хәләттән килеп сыҡҡан эҙемтә тип һығымта яһап, барыбыҙ ҙа ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмайынса, бер ниндәй сәбәптәрҙе алға ҡуймайынса, үпкә сиренән һәм бигерәк тә үпкә рагы сиренән милли кимәлдә профилактика яһай башлаһаҡ арыу булыр. “Һаулыҡ тураһында яҡты доньяларҙан китергә өс көн ҡалғас түгел, ә сирләргә өс йыл ҡалғансы ҡайғырта башларға кәрәк,”- тейелә боронғо ҡытай мәҡәлендә.

Зәүхиә Низамиева

Аҙағы https://dairagazite.ru/articles/auly-ur-bayly/2025-09-11/tyn-al-anda-m-tl-n-m-a-a-y-4384150 

Автор:
Читайте нас