

Башы https://dairagazite.ru/articles/auly-ur-bayly/2025-09-11/tyn-al-anda-m-tl-n-m-bashy-4384143
1. Иң беренсе тын ҡыҫылыу, бөтмәҫ оҙаҡ йөткереү, арҡа ауыртыу, арҡаның гел өшөп тороу, ныҡ йәмһеҙ еҫле ҡаҡырыҡ сығыу, үлек менән төкөрөү, йоҡлағанда ныҡ тирләү, хәлһеҙлек, арттан - алдан күкрәк ауыртыу һәм башҡа шундай күренештәр бар икән тиҙ арала медицина үҙәктәренә барырға, тейешле анализдар бирергә һәм ваҡытында диагноз ҡуйҙыртырға мөһим һәм мотлаҡ кәрәк.Был тикшеренеү ваҡытында дауалау һәм уны уңышлы үткәрергә ярҙам итә.
2. Көндәлек йәшәйешебеҙҙә нисек үпкә сиренә барып етмәҫкә йәки уны эстән ҡыйратып ятҡан инфекцияларҙы бөтөрөргә, уларға үрсергә бирмәҫкә тип уйлау мөһим. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?
3.Иртән йоҡонан уянып торғас иң беренсе телде ҡарарға кәрәк. Тел – ул беҙҙең эске хәлебеҙҙе күрһәтеүсе ағза. Әгәр ҙә тел алһыу төҫтә, бер ниндәй ҙә өҫтөндә аҡһыл, һары, хатта көрән төҫтә үңәҙ(налёт) юҡ икән, ул ваҡытта тынысланырға була. Бар икән, уны телгә ныҡ баҫмай ғына сәй ҡалағы йәки махсус яйланма менән таҙартырға кәрәк. Кытайҙа телеңде сығарып күрһәтеүгә диагноз ҡуялар тиҙәр. Мәҫәлән, аҡ налет – инфекцион сирҙәр, сереп ятҡан ризыҡтан, эс ҡатыуҙан ағыуланыу, һары төҫ- ашҡайнатыу ағзаларының сирле булыуы, һоро төҫ – үпкәләге, бронхоларҙағы ныҡлы проблемалар, көрән төҫ- гастрит, язва, һәм башҡа. Шулай итеп телебеҙҙе беҙ көндә иртәнсәк ҡарап, үҙебеҙҙең хәлебеҙҙе аңларға була. Шулай уҡ таҙартҡандан һуң бер аш ҡалағы көнбағыш майын ауыҙға ҡабып, уны ике - өс минут ирис һурған кеүек һурып, ағарғас төкөрөп, ауыҙҙы сайҡау кәрәк. Был процедура тел аҫтында, аңҡауҙа, теш ҡаҙналарында, тамаҡ төбөндә төнө буйы үрсеп, йыйылып ятҡан инфекция, зыянлы бактерия, бәшмәктәрҙән таҙарта. Беҙгә улар кәрәк түгел.Улар ҙа бөтөн организм буйлап сәйәхәт итәләр, үпкәгә лә инәләр. Күпме яһарға тигән һорау тыуһа, яуап ”Ғүмер буйы”
4.Телде таҙартып, ауыҙ эсенә санация яһағандан һуң, мотлаҡ йылынан эҫерәк булған һыу эсергә кәрәк. Эсеп өйрәнмәгән кешеләргә әҙҙән башлап өйрәнергә тура килә. Бер нисә стакан эсеү ҙә хуплана ғәлимдәр менән. Мәҫәлән Иван Неумывакин, Борис Увайдов, Сергей Бубновский. Һ.б..Мотлаҡ!!!!! Бындай һыу эсеү үпкә өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә һәм эсмәү ниндәй ҙур зыян һала үпкәгә? Һыу эсеүҙең файҙаһы бик ҙур һәм эсмәүҙең зыяны колоссальный. Үпкә тейешле һәм файҙалы итеп эшләһен өсөн ул көн үҙәгендә һыу менән еүешләнеп торорға тейеш. Еүешләнеү арҡаһында организмда үпкәнең һәм тын юлдарының стенкаларын ҡаплап тора торған сәләмәт төкөрөк барлыҡҡа килә һәм ул йоҡа ғына пленка булып дымлап (увлажнять) тора. Ул төкөрөк тын юлдарына һәм үпкәгә инфекциялар, бысыраҡ, туҙан ултырырға бирмәй. Тимәк, көн үҙәгендә лә йылынан ҡайнарыраҡ һыу эсеп тороу мөһим. Һыу эсеү төкөрөкте яңыртып, уның элеккеһен ҡаҡырып сығарырға ярҙам итә. Былай булмаһа, төкөрөк сыҡмай, йыйыла, үпкәнең төбөндә прессоваться итеп ята, ул әкрен генә серей. Тын алырға ҡамасаулай, үпкәнең эсендә серей башлай, үлекләнә, үпкәнең тишектәрен ҡаплай. Кислород инә алмай һәм углекислый газ сыҡмай башлай.Йыйылған ҡаҡырыҡ аҫтында төрлө сирҙәр һәм рак шеше лә барлыҡҡа килә.Унда грибоктар, паразиттар, инфекциялар үрсей башлай. Үпкәнең эсе лә теләһә ҡайһы сосуд – һауыт кеүек йыуылып, таҙартылынып торорға тейеш. Ә һыуһыҙ беҙ бер һауытты ла йыуа алмайбыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа иң беренсе ашауҙан алда һыу эсеүҙе тәэмин итергә кәрәк. Йылынан ҡайнарыраҡ!!! 40градус тирәһендәге таҙа һыу. Һыу үпкәгә генә кәрәк түгел, был турала күп яҙылды.
5. Арҡа, ҡабырға, бигерәк тә үпкә проекцияһы тура килгән арҡаның өлөшөндө торғонлоҡ йәки ҡан ултырыу булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Мөмкинселек сыҡҡан һайын эйәк аҫтынан башлап хатта кендеккә хәтле устар менән тәнде ышҡылап торорға кәрәк.Был күнегеү ҡан йөрөшөн әйбәтләтә, ҡан юлдарында торғонлоҡ булмай. Шулай уҡ арҡаны ла оноторға ярамай. Арҡаға массаж яһатып, һөлөк ҡуйҙыртып, вакуумный банкалар менән массажлап торорға кәрәк. Арҡала ҡан йөрөшө әйбәт булһа, ҡыҫылып – һығылып торған урындар булмаһа, үпкә лә һәйбәт эшләй. Ҡайһы берәүҙәрҙең арҡаларында тиреләре һөйәктәренә йәбешеп бөткән хәлдә була. Бындай хәлде арҡаға ауыр таш һалып ҡуйған кеүек күҙалларға була. Массажға йөрөргә ваҡыт юҡ тей, ул сораҡта өйҙә ҡулдан килгән ысулдар менән яһарға тырышырға кәрәк.. Йә булмаһа, арҡаны ишек яңағына булһа ла ваҡыт – ваҡыт ышҡылап тороу, бер – береңә яһау ҙа килешә. Умыртҡалыҡ һөйәгенә теймәйенсә. Ауырттырып, ҡаты итеп яһау кәрәк түгел, комфортный итеп. Әгәр ҙә ниндәйҙер сирҙәр арҡаһында былар ярамай икән, табиптар менән кәңәшләшеү кәрәк. Һәркем үҙенә ярашлыһын һайлай. Бассейн, йога, йөгөрөү, скандинав таяҡтары менән атлау һәм башҡа. Уларын һәркем үҙе һайлай, табиптар менән дә кәңәшләшә.
6.Үпкә үтәнән – үтә һуҡҡан елде яратмай.Үпкә өсөн сквозняк бик насар ел. Элекке киноларҙы, фотоларҙы ҡараһаң, иғтибар итергә була. Элек кешеләр йәйге эҫелә лә көртөй, еңһеҙ һырма кейгәндәр. Русса яҙһаҡ, душогрейка. Йәй көнө бәлки юҡараҡты, ә һыуыҡ ваҡытта ҡалыныраҡтылыр. Ә ҡатын – ҡыҙ йылы күкрәксә лә кейгән. Был кейемдәр иң беренсе арҡаға, күкрәккә ел тейеүҙән һаҡлаған. Ә арҡаға йәки күкрәккә һыуыҡ тейһә ул үпкәгә лә үткән. Был кейемдәр шулай уҡ бауырҙы ла һыуыҡ тейеүҙән һаҡлаған. Сөнки электән үк бауырға һыуыҡ тейҙермәҫкә кәңәш иткәндәр.Бауырға һыуыҡ тейгән осраҡта уны һауыҡтырыу бик оҙаҡ. Тимәк, ҡайҙа ғына эшләһәк тә йөрөһәк тә, үтәнән – үтә һуҡҡан елдән үпкәгә, күкрәккә һыуыҡ тейҙермәҫкә кәрәк. Бигерәк тә тирләп эшләгәндән, шөғөлләнгәндән һуң рәхәтләнеп елдә һыуынырға яратыусылар өсөн был ел бик ныҡ насар эҙемтәле.Йәштәрҙе лә өйрәтергә кәрәк.
7. Ныҡ һыуыҡ, еүеш һыуыҡ көндәрҙә урамға сыҡҡанда ауыҙға май ҡабып сығыу файҙалы. Эретелгән(топленое) һары май, һәркемдең үҙенең яратҡан үҫемлек майы була, бер йотом ҡабып сыҡһаң, ул беҙҙең тын юлдарына һыуыҡ инһә лә эскә үтеп инергә бирмәй, сөнки май пленка булып һаҡлап тора.
8. Йылдың һыуыҡ миҙгелдәрендә ризыҡҡа беҙҙе эстән йылыта торған приправалар ҡушып ашау шулай уҡ үпкә сирҙәренән һаҡ булып тора. Горчица, әсе ҡыҙыл борос, хрен, ҡәнәфер, имбирь, һарымһаҡ, һуған... Һәркем үҙенең самаһын, үҙенең эске ағзаларының рәтенә белеп ҡуллана. Был ризыҡтар төрлө тын юлдары сирҙәренән профилактика яһап ҡына тормай, ә һаҡлап та, тәнде йылытып та тора. Ингән һыуыҡ тәнгә тарала алмай, сөнки эстән тән уны приправалар йылыта. Улар усаҡҡа һүнергә бирмәйенсә ырғытып торған утын кеүек.
9.Күптәр короновирустан һуң тыны ҡыҫылыу менән интегә. Был осраҡта кибеттән ябай шарҙар һатып алырға кәрәк. Эсен, тышын һәйбәтләп йыуғас, көнгә бер нисә тапҡыр ваҡыт булғанда өрөргә кәрәк. Бер өргәндә 4-5 тапҡыр шарҙы һауа менән тултырабыҙ һәм бушатабыҙ. “Дыхание по Стрельниковой” методы бар.
10.Үпкә сиренә ҡаршы торорлоҡ, сир башланғанда, сирләп үткәргәндән һуң дауаларлыҡ һәм хәлебеҙҙе күпкә еңеләйтерлек үләндәребеҙ бар. Әрем, уҫаҡ ҡайрыһы, дегәнәк япрағы, тамыры, андыҙ... Иң беренсе урында нисә йылдар буйына яҙған, һөйләгән үләндәрҙең батшаһы - Әрем!!!!! Нисә өндәү билгеһе ҡуйһам да әҙ булыр. Ҡытай, Дания, Германия һәм башҡа күп кенә илдәрҙең ғәлимдәренең был үләндең нәҡ короновирустан һәм уның эҙемтәләрен дауалауҙан файҙалы көсө булған артемизинин тигән матдә бар икәнен иҫбатлаған мәғлүмәттәр бик күп. Тик ул мәғлүмәттәргә ҡарағанда ошо үләнде файҙаланып, сәләмәтләнгән үҙебеҙ Шаһит!!! Мин был сирҙән Әрем менән дауаланып сыҡҡан бик күп кешеләрҙән хаттар алдым. Уларҙың ҡайһы берҙәренең тарихтарын яҙҙым.
Әрем эсә белһәң дарыу, эсә белмәһәң ағыу!!! Әрем – иң әсе үлән! Уны ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, аллергияһы булған кешеләргә эсеү тыйыла!!! Беренсегә эскәндәргә әҙҙән башлап, организмдың реакцияһына ҡарап эсергә өйрәнергә кәрәк. Нәҡ үпкә сиренән профилактика һәм дауаланыу – бөгөнгө көнгө тема. Шуның өсөн нәҡ үпкәгә файҙа булырлыҡ рецепты яҙам. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10-15 бөртөк сәскәһен йәки шул самала сәй ҡалағының өстән бер өлөшө онталған үләнен һалып, 15минутҡа төнәргә ябып ҡуябыҙ. Ашарға бер сәғәт ҡала, ашағандан һуң ике - өс, йоҡларға бер сәғәт ҡала комфортный эсерлек сәй ҡайнарлығында йотомлап ашыҡмайынса эсәбеҙ. Нисә тапҡыр??? Төрлөсә. Кемдең оҙаҡҡа һуҙылған йөткөрөү, үлекле ҡаҡырыҡ сығыу, йәки сыға алмай, үпкәне өшөтөп торған ҡаҡырыҡ йыйылыуы, һәм башҡа осраҡтар бар икән, тимәк иң кәмендә ике атна көнгә 4-5 тапҡыр эсәбеҙ. Төнәтмәне артып ҡалған осраҡта, уға ҡайнар һыу өҫтәп, йылынан ҡайнарыраҡ итеп эсәбеҙ. Һыуынған әрем төнәтмәһе эсмәйбеҙ!!! Әрем төнтәмәһе эсә башлағас, йөткөрөү көсәйеп, ҡаҡырыҡ сығыу, хатта һары һыу, үлек сығыу күренештәре башланырға мөмкин. Ҡурҡып ҡалырға кәрәк түгел, был таҙарыныу башланғанды күрһәтә.Кире йоторға кәрәк түгел, барыһын да төкөрөргә кәрәк!!! Ике - өс атна эскәндән һуң, көнгә ике - өс тапҡырға ҡалдырып, шунан инде бер – икегә ҡалдырырға була. Теләгән кеше профилактика өсөн көнгә бер – ике тапҡыр йәки бер тапҡыр эсеп йәшәй ғүмер буйына. Әремдең нәҡ тын юлдарын сәләмәтләндереү көсө күптәребеҙҙе йә барыбыҙҙы доньяны баҫып килгән бик күп насар сирҙәрҙән һаҡлап торор. Бары тик көнгә бер нисә тапҡыр уны иҫкә төшөрөп, уға күҙ һалып алыу ғына кәрәк.
Тағын ниндәй үләндәр, ризыҡтар менән үпкә сирен дауалап,уға сирләргә бирмәйенсә профилактика яһап йәшәп була тигән һорауға яуап бирә башлаған инек.
2. Әремдән һуң икенсе урынға башҡорттоң милли ризығы – ҡымыҙҙы ҡуйыр инем. Уны кумысотерапия тиҙәр. Санаторийҙарҙа кымыҙ менән тын юлдары һәм үпкә сирен дауалау элек – электән билгеле. Был уникаль дауалау ысулға һәм терапевтик сараға инә һәм ҡымыҙ менән дауалауҙың бер ҙур системаһы эшләнгән.Мәҫәлән, әсей башлаған,ныҡ әсегән ҡымыҙ була. Уның һәрбер стадияһы үҙе бер дауалау көсөнә эйә.Әнейем бик оҙаҡ йылдар совхоз өсөн ҡымыҙ яһаны, минем баласаҡ бейәләр һәм ҡолондар араһында үтте, ҙурая килә үҙем дә һауҙым.Шул ваҡытта конюх булып эшләгән Миңләхмәт ағай мине Конюх апай тип йөрөтә ине.Бик әсеп бөтмәгән ҡымыҙҙы әнейем, эсе ҡатҡандарға файҙалы, ә әсеһе эстә ҡорттарға үрсемәҫкә һәйбәт һәм эсегеҙ һөйәгегеҙ ныҡ була тип эсертә ине. Яҡын тирәләге ауылдан бер ағайға туберкулездан ауырый тип алып эсерттеләр. Ул һауығып, оҙаҡ йылдар йәшәне. Шулай уҡ Башҡортостан санаторийҙарына ҡымыҙ менән дауаланырға Л.Н.Толстой, А.П.Чехов һәм башҡа күренекле шәхестәр килә торған булғандар.Ҡымыҙ әсегән дә уның составында төрлө инфекцияларға ҡаршы торорлоҡ молочнокислая бактерия барлыҡҡа килә.Шулай уҡ ҡымыҙҙа бик күп минералдар, А,Е,В,С витаминдар, йод,тимер, баҡыр һәм иң мөһиме беҙҙең тәндә ҡымыҙ 95 процентҡа үҙләштерелә. Ул үҙе иң беренсе ашҡаҙанды әйбәт эшләтә, файҙалы бактериялар алып инә, улар беҙгә зыян һалған төрлө бәшмәктәрҙе, паразиттарҙы организмдан ҡыуалай, ҡыйрата. Шәп бит!!! Беҙгә иң ҙур зыян һалған, беҙҙе сиргә еткергән нимәләр – зыянлы бәшмәктәр, паразиттар. Миндә юҡ тип йәшәмәгеҙ, ғалимдар ер шарының 95 процент халҡы улар менән зарарланған һәм иң ауыр сир – ракты ла улар килтереп сығара тейҙәр. Улар оялаған, йәбешеп торған ерҙә плесень барлыҡҡа килә, шунда инде үрсей рак һәм башҡа шеш клеткалары!!! Ә беҙҙең ҡымыҙ шуларҙан һаҡлап тороусо һаҡсы ризыҡ.
Иң беренсе ҡымыҙ менән дауаланыу санаторийын 1858нсе йылда Самарала табип Н.В.Постников асҡан тип яҙалар һәм ул ҡымыҙҙың дауалау көсөн өс һүҙ менән яҙып ҡалдырған.”Туҡландыра,нығыта, яңырта” Ҡымыҙҙың да самаһын белеп, дауалаусы табиптар менән кәңәшләшеп эсергә кәрәк. Әнейем беҙгә ашарға бер йәки ярты сәғәт ҡала көнгә бер – ике тапҡыр эсертә ине.Тик беҙ ныҡ эшләп, күп хәрәкәтләнеп, физик көс түгеп үҫкән быуын, ул беҙгә артыҡ булмаған. Хәҙер самаһын һәркем үҙе уйлай.
2.Беҙҙең башҡорт милли ашыбыҙ – ҡорот. Зәүхиә, ул ҡорт тип яҙыла тип бер апай яҙған ине, ҡорт тип пчелаға ғына әйтәбеҙ буғай? Минем өсөн ашҡа ҡорот һалып ашау үҙе бер ғәләмәт йөрәккә май булып ята торған ашау ритуалы. Әллә бәләкәйҙән ашап өйрәнгәнгә, хатта уны марляға төрөп баланың ауыҙына соска урынына ҡаптыра торған булғандар. Бәлки мин дә уны имеп үҫкәнмендәр. Шулай булһа, мин бәхетле.Файҙалы ризыҡ һурып уйнап ултырғанмын!!!Әнейҙәр мең эш эшләп беҙҙе үҫтергәндәр, хәҙерге кеүек баланы ҡулдан төшөрмәйенсә түгел, ас ултырмаһын тип ҡаптырғандарҙыр.Хәтерләйем, вафельный таҫтамалдан тегелгән тоҡта һарҡып торған эркетен(шулай тип атала буғай, айран түгел, ул бит ҡатыҡҡа йәки ҡоротҡа һыу ҡушып яһала) имеп – имеп китә инек. Яҙған ваҡытта, ауыҙҙа тәме тойолдо ла телем бөтәрләнеп китте. Ныҡ ҡына әсегән ҡатыҡты ҡаҙанда болғатып тороп ҡайнаталар ине башта, һыуынғас тоҡҡа һалып һарҡыталар, әүәләп киптерәләр.Бына шул беҙҙең ҡороттоң дауалау көсөн һанап китһәң, биш тиҫтәнән артып китә. Витамин А.Күҙҙәр әйбәт күрә.Витамин Е.Ҡартайыуҙы әкренәйтә, тромбтарҙы барлыҡҡа килеүҙе кәметә.Уның составында нәҡ короновирус штаммынна ҡаршы торорлоҡ витамин Д күп икән. Бына ошо урында уның тын юлдарын һәм үпкә сирҙәрен дауалауҙан файҙаһы бар икәнен асыҡлайбыҙ.Кипкән ҡоротто кимереү тештәрҙең ҡаҙнаһын нығыта.Ҡоротто төрлө һөттән яһайҙар. Рахит сире булған балаларға кәзә һөтөнән файҙалы тей фәнни мәғлүмәт. Дауа ҡул аҫтыбыҙҙа. Ҡайнар һурпаға ҡорот һалып, борослап ашау – үҙе бер үпкә сирҙәренән ныҡлы профилактика. Короновирус сиренән файҙаһы бар тип, Голландия башҡорт ҡоротон һатып ала тип интернетта яҙылған ине. Ысын булһа, был бит уның үпкә сиренән файҙаһы барлығын күрһәтеүсе “прямое доказательство”
3.Хәҙерге ваҡытта уҫаҡ ҡайрыһы төнәтмәһе менән дауаланыу ныҡ ҡына тарала. Мин ул турала өс йыл элек тирәһе яҙған инем.Уҫаҡ ҡайрыһын кем “Алтай үләне”фирмаһынан Озон, Валберестан яҙҙырып ала, кем бүтән юлдар менән таба. Интернетта видеолар күп. Танышырға, тыңларға, үҙеңә тейешле самаһын табырға кәрәк. Ә һин нисек эсәһең тигән һорау тыуыр? Мин үҙем Озондан “Кора осины россыпью”тигәнен алам. Ике стакан һыуҙы ҡайнатып сығарам да шуға бер сәй ҡалағы симал(сырье) һалам, бер минут ҡайнатам. Иртәнсәккә хәтле кострюльдә тора. Иртәнсәк бер стакан төнәтмәгә әҙерәк ҡайнар һыу ҡойоп йылытам. Башта бер стакан ҡайнарыраҡ һыу эсәм, ул бераҙ һеңгәс, бер стакан уҫаҡ ҡайрыһы төнәтмәһен эсәм. Ярты сәғәттән ашарға була. Ике ай эсәм, ике ай ял итәм.Мин шулай.Тик һәркем үҙенең самаһын һәм эсеү режимын таба. Тик дауаланыу өсөн эскән төнәтмәләрҙе ашарға иң кәмендә ярты сәғәт ҡала эсергә кәрәк.Интернетта табиптарҙың да кәңәштәре күп уҫаҡ ҡайрыһы тураһында, уҡыйыҡ!!!тыңлайыҡ!!!
4.Яҙ етә, Алла бойорһа. Дегәнәк һуты яһап эсергә ваҡыт етә. Уның тураһында тәфсилләп яҙылған яҙмам алда ҡуйылған.
Бер – нисә тарих та яҙып китәйем.
1.Танышым З.шылтыратты. “Зәүхиә, короновирус һаман да бар икән. Хәл бөтөп, темп. күтәрелеп, күкрәк ҡыҫып барған инем. 15 процент поражение. Иртәгә больницҡа ятам. Нимә эшләйем?”
Йома көнө барып ятҡан ине, киләһе атнаның сишәмбеһендә сығарҙылар. Үҙе менән әрем, лимон, апельсин алып барған ине. Әремде көнгә 4-5 тапҡыр төнәтеп, араһында лимон, апельсин һутын һығып, һыуға ҡушып эсте. “Мин понедельник уже үҙемде әйбәт хис иттем. Табип тыңлап ҡараны ла, тикшерҙәләр, барыһы ла әйбәт тине. Көлөп”Ҡайҙа киткән, апай, короновирусың?”- тине.,Сишәмбе сығарҙылар,”- тип шылтыратты З. Ни өсөн? Әрем инфекцияны ҡыйратты, төпкә, клеткаларға, ағзаларға үтергә бирмәне, өҫтә генә булғанда тотоп алдыҡ яҡаһынан.Зарарларға өлгөрмәне тажлы зәхмәт! Ә лимон һәм апельсин күп кимәлдә витамин с менән иммунитетты күтәрҙеләр. “Уҙған йылда бөтөн ауыл менән йыйҙыҡ әремде, өй һайын әрем бар тип әйтерлек хәҙер,”- тип һөйләне минем тыуған көнөмә килгәндә.
2. “Тыным ҡыҫыла, үләм, мин ярты йыл йүнләп йоҡлаған юҡ, ниндәй генә дауалау үтмәнем, юҡ ахыры дауаһы был сирҙән. Тынымды ала алмай ултырам, ҡайһы берҙә.(Әллә күпме дарыуҙар исемлеге һананы.) Нимәлер сыҡмай, тора ул, тора шунда ҡайҙалыр. Әллә баҡа йәбешкән, әллә берәр бүтән нимә. Боҙомдор тип уны ла сығарам тип йөрөнөм, сыҡмай, сволочь.Донья аҡса түктем.Берәр нимә әйтерһең һин хотя бы. Үлеп китәм мин психланып.” Ш.ханым менән башта ашауын тикшерҙек. “Үҙемде тыя алмайым, ир бирән тип һүгә. Мин конфетһыҙ сәй эсә алмайым, пирожныйҙар, торттар байрам һайын ғына түгел. Ҡара был ҡорһаҡты. Унда кило – кило колбаса, ит, бәлештәр.Аллам, ашау өсөн генә йәшәйем буғай. Ҡайҙан шундай нәфселек китте. Намаҙға баҫ, эйелеп – бөгөлһәң, ҡорһағын кәмер тей ир. Ныҡ итеп һүк әле. Зәүхиә, бәлки аңыма етер,”- тип аһлап – ухлап һөйләне Ш. Сәбәбен аңлатып, иң башта эсәктәрҙә, ашҡаҙанда, үпкәлә, тын юлдарында дөрөҫ туҡланмау арҡаһында йыйылған һәм прессоваться иткән ҡаҡырыҡты йомшартып, эретеп сығарыу өсөн иртәнсәктән комфортный ҡайнар һыу эсеүҙән башланыҡ. Башта ярты стакан да эсә алманы, сөнки ғәҙәт юҡ.Тән отвык!!! Ә эскәне кофе һәм ҡаты сәй икән. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа үҙҙәре менән термоста комфортный температуралағы ҡайнар һыу йөрөтөргә хәл иттек. Тыны ҡыҫыла башлаһа ҡайнар һыу эсә. Үҙе лә аптыраны. Элек аэрозоль ине, хәҙер ҡайнар һыу. “Действует, Зәүхиә,”- тей. Һәм үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр әрем эсә башланы. Әремдең ҡайнар төнәтмәһен, сәй кеүек ҡайнарлыҡта. Бына шунда инде Әрем уның эсенән бөтөн йыйған һәм прессоваться итеп ҡатып ҡалған зыянлы ҡаҡырығын ҡыуаланы. Әҙҙән башлап арттыра барып эстек.Баштан уҡ күп эсергә ярамай.Әкрен генә мораҙыбыҙға етер өсөн!!! Бигерәк тә үпкәнән, тын юлдарынан ныҡ ҡубып сыҡты үлекле һәм һары һыулы ҡаҡырыҡ.”Үләһе булғанмын икән сереп,”- тине. Бер нисә көндән тыныслап йоҡлай башланы, ашауҙы үҙгәрттек,төрлө һуттар һығып эсеү, салаттар яһап ашау файҙаға булды, ҡорһаҡ тигән нимә лә үҙ размерына ҡайта башланы.”Әрем по – моему нәфсене лә тыя,”- тип аптырап һөйләне.Әллә инде. “Разум проясняет, бесов гонит,”- тигән һүҙҙәр ҙә бар Әрем тураһында.
Зәүхиә Низамиева