Даирә
0 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
23 Октября 2021, 15:33

УТ ХӘТЕРЕ (Повесть) (Аҙағы) Миләүшә Ҡаһарманова

Кемдер уның өҫтөнә килеп ябырылды, яурынынан тотоп әйләндереп һалды. Был илап шешенеп бөткән Еҙбикә ине. Ул еңгәһенең өҫ-башын күреп ауыҙын баҫып тағы ла буҙлабыраҡ үкһергә кереште.

Добавить в предпочтительные источники Google
УТ ХӘТЕРЕ (Повесть) (Аҙағы) Миләүшә ҠаһармановаУТ ХӘТЕРЕ (Повесть) (Аҙағы) Миләүшә Ҡаһарманова
УТ ХӘТЕРЕ (Повесть) (Аҙағы) Миләүшә Ҡаһарманова

Башы https://dairagazite.ru/articles/common_material/2021-10-23/ut-h-tere-povest-mil-sh-a-armanova-2558143

 

Ә был ваҡытта, гөрләп үҫеп килгән йәш Петербург ҡалаһының иң затлы йорттарының береһендә, байрамға әҙерләнәләр. Христостың тыуыуын ҙурлап билдәләй шулай дворянин Готов Дмитрий Ярославовичтың ғаиләһе. Йорт экономкаһы Екатерина ҡара таңдан тороп ашнаҡсыларҙы ҡыуалай. Унан яҡтыра башлау менән ат ектереп баҙарға юллана ла, бер ни ваҡыттан һуң сана тултырып аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар алып ҡайта. Уларын хеҙмәтселәр бушатҡансы, тағы бер ҡат ризыҡтар бешерелеүен тикшереп сыҡҡас, ҡаттарҙы үтеп бүлмәләр әҙерлеген байҡай ҙа, хужабикәһе янына инә. Анна Дмитриевна уянһа ла иркәләнеп ята бирә торған. Екатерина ингәс тә, еңелсә генә реверанс яһап, алсаҡ сәләмләй:
— Хәйерле иртә, сударыня. Нисек йоҡланығыҙ? – үтеп ауыр ҡорғандарҙы аса, бүлмә эсе бермә-бер яҡтырып ҡала.
— Хәйерле иртә, Катенька. Һинең кисәге үләндәреңдән һуң, бер уянмай, үлек кеүек йоҡлағанмын. Ысынлап та баҡшы икән һин, Гришка дөрөҫ әйтә, — тип көлә биреп, ятҡан килеш рәхәтләнеп кирелә лә, тороп ултыра барыня.
Екатерина барып, өс оло шкафтың ишектәрен бер-бер артлы асып ебәрә:
— Ниндәй күлдәк кейергә теләйһегеҙ, сударыня? Хәтерегеҙгә төшөрәм: бөгөн байрам.
— Эйе шул... – барыня – урта йәштәрҙәге, йоморораҡ ҡупшы кәүҙәле, һөттәй аҡ тәнле, шундай уҡ салт аҡ йөҙлө, аҡһыл-һары сәсле ҡурсаҡ кеүек ҡатынҡай, оҙон керфекле ҙур зәңгәр күҙҙәрен бүлмәнең ярты стенаһын тигәндәй биләп торған кейемдәр буйлап йүгертә лә, береһенә бармаҡ төртөп күрһәтә: — Ана-ауы зәңгәр күлдәкте әҙерләгеҙ, Катенька һәм... сәсемде лә үҙең өй әле бөгөн. Яңы служанканыҡы килеп сығыңҡырамай, бигерәк оҙаҡ хитлата, арып китәм.
— Әлбиттә, сударыня.
Йошаҡ тәнле, тумалағыраҡ хужабикәһе эргәһендә саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ һәм бөтөнләй икенсе йөҙлө һәм төҫлө булған хеҙмәтсе ҡатын, етеҙ ҡыбырлап эшкә тотондо. Уның өҫтөндәге иҙәнгә тейеп торған ҡара күлдәк, яурын аша кейелгән шундай уҡ оҙон аҡ алъяпҡыс, башына бөтә муйынын, маңлайын һәм хатта сикәләрен дә ҡаплап тығыҙ итеп уралған ҡара яулыҡ, экономкаға артыҡ етди төҫ бирә. Аҡһыл-һарыраҡ йөҙөндәге ҡап-ҡара ҡаштары һәм ҡыҫығыраҡ моңһоу күҙҙәре лә, бәләкәс кенә ҡырлас танауы менән йоморо ауыҙы ла был ҡатындың һөйкөмлө генәлеген күрһәтә лә, ҡарашының һалҡын һәм фиғеленең хисһеҙ булыуы, дөйөм төҫөнә ҡырыҫлыҡ өҫтәй.
Хужабикәһен кейендереп, сәсен үреп ҡупшылап өйөп ҡуйғас, экономка ҡыңғырау шылтыратып ашнаҡсыны саҡыртты ла, алып киленгән йылы һөт, бутҡа һәм башҡа ризыҡтарҙы кескәй өҫтәлгә теҙҙе. Барыня иртәнге сәйҙе бүлмәһендә эсә, шул арала көнлөк бойороҡтарын да бирә, эштәр буйынса ла кәңәшләшәләр.
— Әҙерлек нисек әле беҙҙең, Катенька?
— Бара, сударыня, борсолмағыҙ. Баҙарға барып килдем, төшкө табынға бешеренеү башланды. Баринды алып килә торған каретаны таңдан ебәрҙем. Йәш бариндарҙы төшкә ҡарай барып аласаҡтар, Кадет корпусына балаларҙы байрамға алабыҙ тип хәбәр ебәрҙем, рөхсәт алдым.
— Яҡшы булған, Катенька, мин һинең барыһын да тейешенсә эшләреңә ышанам.
Барыняһы янынан сыҡҡас та дүрт ҡатлы замок буйлап йөрөп әллә күпме мәшәҡәттәрен башҡарҙы, бойороҡтар бирҙе, тикшерҙе әле Екатерина. Уның һомғол һынын төҙ, башын юғары тотоп килгән һалҡын төҫөнән үк шикләнгән ялсылар, тағы ла йылдамыраҡ йүгерешә башлай. Ҡысҡырмай, мыжымай, игәмәй ул, бары үлтергес ҡаты ҡарашы менән генә лә ҡурҡыта ала. Эш буйынса күрһәтмә биреүҙән артыҡ һөйләшмәй ҙә, хужабикәнән башҡа аралашҡан, яҡынлашҡан кешеһе лә юҡ. Көлөүен түгел, йылмайыуын да бик һирәк күрәләр. Эсендә ниндәйҙер бер ауыр зары таш булып ҡатып ҡалған да, был ҡатын шул арҡала һәйкәл шикелле өнһөҙ-тынһыҙ, хис-тойоуһыҙ, әллә йәнһеҙ хәрәкәт итеп йөрөй кеүек. Йортта уның ҡарамағында хеҙмәт иткән утыҙлап ялсы экономканы бер һүҙһеҙ тыңлай һәм буйһона ине.

***
Төш ауыуға йорт алдына Готовтар дворянлығының гербы төшөрөлгән карета килеп туҡтаны. Күсер янында ултырған лакей һикереп төшөп ишеген асты. Унан бер-бер артлы ике йәш егет сығып баҫты. Егеттәрҙең икеһе лә буйға бер сама, ярайһы бейек, киң яурынлылар. Хәрби кейемдәре, еҙ төймәләре, итектәре ялтырап тора. Унан бигерәк йөҙҙәрендәге бәхет, күҙҙәрендәге шатлыҡ сатҡылары, ап-аҡ тештәрен йымылдатып туҡтауһыҙ йылмайыуҙары уларҙы иҫ киткес һөйкөмлө һәм сағыу яһай ине. Урамдан үтеүсе барынялар, йәш ҡыҙҙар ирекһеҙҙән уларға иғтибар итә, шулай уҡ йылмайып баш ҡағып сәләмләп үтә ине.
Егеттәрҙе көтөп тәҙрәнән күҙҙәрен алмаған өйҙәгеләр ҡаршыларға ашыҡты. Ейәндәренән саҡ ҡына алдараҡ килеп еткән барин Дмитрий Ярославович ҡоластарын йәйеп ебәрҙе:
— Алтындарым минең! Рәхим итегеҙ өйөгөҙгә!
— Здравия желаем! Санк-Петербургтың Беренсе кадет корпусы курсанттары һеҙҙең саҡырыу буйынса килеп ете, барин! – тип уйынлы-ысынлы сәләмләп честь бирҙе егеттәр.
Ул арала әсәләре Анна Дмитриевна килеп икеһен бер юлы ҡосаҡлап та алды:
— Етәрегеҙ инде, ҡәҙерлеләрем, шул хәрби уйындарҙан арыманығыҙмы? Әйҙәгеҙ, өйҙә һөйөклө уландар, ейәндәр генә булып йөрөгөҙ.
— Сашенька! Андрюшенька! – ҡосаҡлауҙар, үбешеүҙәр бер килке дауам итте.
Егеттәр байрам табынына әҙерләнергә тип өсөнсө ҡаттағы бүлмәләренә күтәрелгәс, улар артынан Екатерина менде. Башта һары сәсле, йәшкелт күҙле Александрҙы, унан ҡарасман шаян Андрейҙы инеп күрҙе. Егеттәр ҙә, иҫ белгәндән яндарында булған был хеҙмәтсе ҡатынды, әсәләренең яҡын әхирәтен, серҙәшен, яҡын итәләр һәм уның, ялға ҡайтҡандарында, барыһынан да һуң килеп сәләмләрен беләләр. Екатерина уларҙы ниндәйҙер артыҡ яҡын, эске бер һөйөү менән һөйә. Оҙаҡ күрешмәй тороп осрашҡанда күҙ йәштәренә быуылып һыға ҡосаҡлай ҙа, ебәрмәй оҙаҡ тота. Хатта әсәләре лә улай уҡ итмәй. Ә был ҡатын малайҙар өсөн үлә лә ҡуя.
Был юлы ла егеттәрҙе ҡыҫып-ҡыҫып һөйөп, маңлайҙарынан үбеп, сәс-биттәрен һыпырып, йөҙҙәренә, күҙҙәренә төбәлеп ҡарап туя алманы.
— Ыласындарым минең... бөркөттәрем... Ғәзиз аманаттарым бит һеҙ минең... аманаттарым – тип, йәш аралаш һамаҡланы.

***
Байрам шаулап-гөрләп башланып китте. Башта бөтә йорт менән барып сиркәүҙә патриархтың өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, изге һыуында сафланып, суҡынып ҡайттылар. Унан оло залдың буйынан буйына һуҙылған өҫтәл артында йөҙәрлгән ҡунаҡтар менән дыу килтереп мәжлес ҡорҙолар. Хеҙмәтселәр йүгереште, ашты аш, тәрилкәләрҙе тәрилкәләр алмаштырҙы, һанһыҙ шарап мискәләре бушаны, музыканттар тирләп-бешеп көй артынан көй һыҙҙырҙы, Екатерина икенсе хаттағы холдан залдағы хәрәкәттәрҙе күҙәтеп, күреп-аңғарып, бөтөн был сара менән идара итте.
Икенсе көн ҡала майҙанында ярлыларҙы ашаттылар, уны ла экономка ойоштороп, ылау-ылау аҙыҡ-түлекте таратып бөтөртөп, алдан алынған адрестар буйынса айырыуса мохтаждарға йөрөп сыҡтылар. Өсөнсө көн барин ҡулынан сиркәүгә аҡса алып барып тапшырҙылар. Байрамдың бар тәртиптәре шулай тейешенсә үтәлде. Дүртенсе көн барыня Екатеринаны саҡыртып алып, усына кескәй моҡса йомдорҙо.
— Катенька, ҡәҙерлем, шундай рәхмәтлемен! Һин булмаһаң, мин ни эшләр инем икән? Хатта күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡам... Был бүләк минең һиңә тейеш булғанымдың бик бәләкәй генә өлөшө...
— Һеҙ миңә бер нәмә лә тейеш түгел. Бүләктәрегеҙҙән һандығым тулған инде.
— Тейеш... Мин һиңә ғүмерем менән бурыслымын... беләһең. Бер нәмәне лә онотмайым мин һәм онотмаясаҡмын.
Екатерина хужабикәһенең йөҙөнә тура ҡараны. Ҡара һәм зәңгәр күҙҙәр бер-береһенә һеңеп, төбөнәсә, ә бәлки, унан да төпкәрәк, үҙҙәре генә күрә һәм аңлай белгән тәрәнлеккәсә сумып, төбәлеп ҡалды. Был ҡарашта улар ғына белгән оло сер, ә бәлки тотоп яҙмыштар, хатта ки донъя ята ине.
— Рәхмәт, сударыня, — экономка еңелсә реверанс биргәс, баҡшышты ҡуш усына ҡыҫып тотоп, сығып китте.
***
Был йортта тормош шулай дауам итте. Һәр хәлдә Екатерина белгән һуңғы ун биш йылда. Петербургтың билдәле, абруйлы дворяндарының береһе, әллә нисә имениеһы, заводтары, крепостнойҙары булған Дмитрий Готовтың иркен йәшәгән тормошонда уның өсөн хеҙмәт етәрлек. Байрам-туйҙары ла, ҡунаҡтары, балдары, киске аштары өҙлөкһөҙ, уларҙан тыш дүрт ҡатлы замокты тотошлайы менән ҡарап, йыуып-йылытып, йәшәүселәрен ашатып тороу ҙа уның яуаплылығында. Әлбиттә, хеҙмәтселәр ҙә етәрлек. Әммә һәр береһенә күҙ-ҡолаҡ булырға, һәр береһенә кәрәк булғанды алып килеп тотторорға, табырға, булдырырға ла кәрәк. Унан бөтөн был сығымдарҙы управляющийға яҙып бирергә, унан алынған аҡсаларҙы дөрөҫ итеп бүлеп урынлаштырыға һәм башҡалар. Ҡара таңдан төн уртаһынаса йөрөтә торған мәшәҡәттәренә әүрәп... нисә йылдар үтеп киткән.
Ҡалала Христостың тыуған көнөн билдәләү һаман дауам итте. Урамдарҙа каруселдәр, боҙ шыуыуҙар, күңелле йәрминкәләр, төрлө кәмиттәр барҙы. Йорттағы мәшәҡәттәр тамамланғас, Анна Дмитриевна Екатеринаны, йылдағыса, ошо тамашаларҙы ҡарап йөрөп килеүгә саҡырҙы. Барыняның күңел һалған кешеһе килә тиҙҙән, шуға берәй иҫтәлекле генә әйбер ҙә ҡарамаҡсы һәм, әлбиттә, бындай эште бер үҙе генә башҡара алмай.
Ҡатындар, йылы кейенеп, шау-шыулы ҡала урамдары буйлап китте. Юл ыңғайы әле был, әле теге лавкаға һуғылдылар, ҡайҙа теләй шунда тәртипһеҙ булып теҙелгән баҙар рәттәре буйлап үттеләр. Ир кеше өсөн бүләк эҙләгәнлектән, күберәк ир-егет, хәрбиҙәр тупланған урындарға барырға тура килде. Һәм, әлбиттә, ҡатындарға көслө зат битараф ҡалманы. Унда-бында комплимент әйттеләр, хөрмәт менән баш эйҙеләр, ҡул һоноп алдан үткәрҙеләр, байрам менән тәбрикләнеләр. Хужабикәһе янында таш сырай менән йөрөгән Екатерина, ҡулдарын түшендәге урауына йәшергән дә, бөтөн был иғтибарға битраф булып килә.
— Ул ҡәҙәрем етди булырға ярамай ҙа инде, Катенька. Тышта байрам, беҙҙең Хриситос тыуған, — тип йәһәт кенә суҡынып ала Анна Дмитриевна, Екатерина уны ҡабатлай. – Был ирҙәр беҙҙе ашамаясаҡ. Беҙ һинең менән күңел асырға сыҡтыҡ. Шулай булғас, саҡ ҡына йылмайырға, шатланырға кәрәк. Беҙ бит һинең менән йәшәүҙе һайланыҡ. Йәшәгәс, донъяны ла яратып, һоҡланып йәшәй беләйек.
Барыняһының, уны ҡултыҡлап алып, шулай шыбырлап өгөтләгәнен тыңлап көлөмһөрәп килә торғас, ҡаршы яҡ баҙар рәтендә ярайһы ҡысҡырып татарсамы-мишәрсәме һөйләшкән ир-ат тауышына башын борҙо ла, уларға ҡарап үҙ-ара мәрәкәләшкән төркөм араһынан берәүҙең күҙҙәре менән осрашты Екатерина. Йәшен атҡандай, аяҡ аҫтында ер һелкенгәндәй булдымы...әллә бары яңылыш баҫып тайып китте? Ярай әле хужабикәһе тотоп ҡалды. Теге иргә тағы ҡараны. Уныһы ла ҡатып ҡалған көйө тексәйеп тик торҙо. Бәхеткә ҡаршы, Анна Дмитриевна, пырхылдап көлә-көлә, тартҡылап алып китте. Тик Екатеринала көлкө ҡайғыһы булманы, уның хәле бөттө, аяҡ быуындары ҡалтыраны. Ҡоламаҫ өсөн ике ҡуллап барыняһының беләгенә йәбеште. Уның хәлен ниһайәт аңғарып ҡалған Анна Дмитриевна хафаланды:
— Нимә булды, Катенька? Ҡәҙерлем, Катя? – унан үтеп барған экипажға ҡул болғаны, — Бында! Бында килегеҙ!
Ҡатындар каретаға инеп урынлашты ла, нәҙек тояҡлы йылғыр ат уларҙы елдертеп алып та китте.
— Нимә? Нимә булып китте, ҡәҙерлем? – тип һаман ныҡышты Анна Дмитриевна.
— Белмәйем... – Екатерина күҙҙәрен йомған килеш башын ултырғыс артына терәп тик ултыра.
— Анау ирҙең күҙе яман булдымы әллә? Шуға ҡараның да ҡаттың.
— Ул ир... Ул ир... Ҡа... Ҡа-зы-хан, — тип көскә телен әйләндерҙе.
— Ка... Казыхан? – тип башта аптыраны ла барыня, унан ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, — Һинең ирең?
“Ирең” тигәндән ҡото осҡандай эйелеп устары менән йөҙөн ҡапланы Екатерина. Әллә иланы, әллә иңрәне.
— Улмы? Яңылышманыңмы, Катенька? Ысынлап ул булдымы икән? Бәлки, оҡашаған ғыналыр, нисә йылдар үткән бит, ә, Катя? – Анна уның ҡулдарын битенән айырып алып йөҙөнә ҡарарға маташты. Ахырҙа, Екатерина ла яҙылды, башын күтәрҙе, иламаған икән – күҙҙәре ҡоро. Ҡатын әхирәтенә туп-тура ҡарап өҙә әйтте:
— Ул. Ундай ҡараш башҡа бер кемдә лә юҡ. Бары... ҡартайған ғына.

***
— Ҡазы-ха-ан... Ҡа-зы...хан... – тип ыңғырашты Екатерина, унан тағы ла Анна белмәгән ят исемдәрҙе саҡырҙы: — Буран-сы-ы... Ай-йы-ым... Бу-ра-анн...
Унан тағы иҫен юйғандай ятты, унан тағы ыңғырашып-һаташып буталды, берсә инәлде, берсә иланы. Шулай ике тәүлек түшәктә тулап-аунаны ла, өсөнсө төндө ауҙарып, иртәнсәккә генә тынысланып йоҡлап китте. Саҡырылған табипты түләп оҙатҡас, әхирәте янына ҡабаттан инеп, ауырыуҙан йонсоған йөҙөнә текәлеп ултырҙы Анна. Яулығы сисеп ташланғандан асыҡ битенең бер яғындағы, муйынындағы, төнгө күлдәге аҫтынан күренә биреп торған һыңар яурынындағы янған эҙҙәрҙән күҙ ҡарашы менән генә үтте. Был суғырмаҡтарҙың аҫтараҡ та барлығын, кәүҙәнең тотош бер яғы буйлап үткәнен дә, ут юлының ҡасандан һәм ҡайҙан икәнлеген дә белә Анна. Һәм әлеге тәгәрәп йөрөп һаташҡандарында әхирәтенең шул ғазаптарҙы яңынан кисергәнен дә белә...

Йүрүҙән ярында кер сайҡаған ҡатындар ауыл яғынан “сар-сор” тауыштар ишетеп һағайып тороп баҫты.
— Ауылдамы ул?
— Хоҙайым! Нимәлер төтәй?
— Ауыл... яна... – Шәмсеҡәмәр ҡулындағы керен ағым алып киткәнен дә аңғармай, ауыҙын асып төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡарап ҡатты.
— Бисәләр! Кәрәте-ел! – аранан берәүҙең иҫенә килеп шулай ҡысҡырып ебәреүе булды, ҡаҙ тубы кеүек булып өйкөлөшөп кер йыуған ҡатын-ҡыҙ, бар нәмәләрен ташлап ауылға ҡарай йүгерҙе.
Шәмсеҡәмәр арт яҡтан, карателдәр алғы яҡтан бер мәлдә генә килеп инделәр ихатаға. Һалдаттарҙың мылтыҡтарын алға һуҙып атлауын нисек тә туҡтарыға тип, ҡулдарын ике яҡҡа яҙып ҡаршы атлағанан ҡайныһын, килә килеп, бер нисә һалдат бер юлы штыкка алды. Шәмсеҡәмәр һарай мөйөшөнә йәшенде. Ҡартының артынан ейәнсәрен күтәреп сығып килгән ҡәйнәһе, был хәлде күреп ҡысҡырып ебәрҙе лә, шундуҡ кире боролоп, итәгенә тағылған ейәнен беләгенән эләктереп елтерәтеп өйгә индереп алып китеп, ишеккә бик һалып өлгөрҙө. Уның артынан атылған һалдаттар ауыр тыранса ишекте мылтыҡ төйҙәһе менән туҡманы-туҡманы ла, аса алмағас, һалам өйөп ут төртөп тә ебәрҙе. Кипкән ҡарағас өй “гөлт” итеп тоҡанды. Шәмсеҡәмәр йәшенгән еренән атылып сығып утҡа ташланды, янып торған ишекте бәреп асырға булып яурыны менән һуғылды, бында көсө етмәгәс, тәҙрәгә йүгерҙе, тик унда яҡын барырлыҡ түгел, ялҡын бөркә. Ҡабат ишеккә йәбеште, ҡулдарының, сәсенең, кейеменең өтөлөп, тоҡанып китеүен дә аңғарманы. Үҙәге өҙөлөп ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы:
— Бурансы-ы-ы! Айы-ым! Балаҡайҙары-ым!!!
Уның был сарбаулауын ҡарап көлөп торған һалдаттар, тамам ялҡыпмы, икенсе ергә юлланырға кәрәк булыпмы, янған ишекте ҡутарып маташҡан ҡатындың елкәһенә берәүһе мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып ҡолатты ла, китеп барҙылар. Иҫен юйып ауған Шәмсеҡәмәр, ауыл өҫтөндәге кискәсә торған “аһ”ты ишетмәне лә, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаға ҡарата ҡылынған вәхшилекте күрмәне лә.
Уны ямғыр тамсылары иҫенә килтерҙе. Шул ямғыр үлемдән алып ҡалғандыр ҙа, бәлки. Эре тамсылар менән ҡойоп яуған ямғыр кәбән һымаҡ булып ятҡан өй ҡалдыҡтарының торонбаштарын пышылдатып һүндерҙе. Шәмсеҡәмәргә аңы ҡайтҡандан ҡайтты, ҡайһы ерелер йөрәгенә үтеп һыҙланы, ҡулымы-аяғымы тыңламай, торорға бирмәй ине. Ҡайһы ерен ҡыбырлата ала, шул яғы менән тырмашты ҡатын - бер яғында шыуышып китте. Һыу эсендәге торомбаштар араһында йөрөп, иҫән ҡулы менән тырнап-ҡайырып балаларын эҙләне:
— Бур-р-рансы-ы! Улы-ым! Ба-ал...
— Еңгәм! Ҡәмәр еңгәм!
Кемдер уның өҫтөнә килеп ябырылды, яурынынан тотоп әйләндереп һалды. Был илап шешенеп бөткән Еҙбикә ине. Ул еңгәһенең өҫ-башын күреп ауыҙын баҫып тағы ла буҙлабыраҡ үкһергә кереште.
— Еҙ-ҙбикә, бар, ҡар-ра-ле... Бала-лар-рҙы ҡара-ле... – Шәмсеҡәмәр өшөүҙәнме, яныуҙанмы ҡалтырана, тештәре тешкә теймәй шаҡылдай.
— Улар юҡ, еңгәм... Әсәй ҙә, Бурансы ла... бәләкәс тә... – Еҙбикәнең илауҙан үҙәге сиҡылдаған. – Атай ҙа, ана, урамда ята...
Ул көнө, унан тағы бер төн һәм бер көн, урамында, янған өйө янында ятты Шәмсеҡәмәр, ер тырнап иланы ла, ҡапыл тынып онотолғандай булып ҡалды, унан тағы күккә ҡарап өҙәреп ялбарҙы, үкһене, унан тағы хәле бөтөп йығылды. Утҡа ҡолаған яғы, бер яҡ буйҙан, баштан аяғынаса бешкәйне, бөтөн тәне һөйгенә үтеп әрнене. Тик тән ғазабынан күпкә көслөрәк һәм тәрәнерәк булған йән ғазабы быларҙы тойорға бирмәне.
Карателдәр һөжүменән ҡасып өлгөргәндәр ауылға кире ҡайтып, бында тере ҡалғандарҙы эҙләп тапты. Еҙбикә лә кисә йылғала кер сайҡаған ерҙән ҡайһы бер ҡыҙҙарға эйәреп урманға ҡарай йүгергән булған икән.
— Йәүһәриә еңгәм малайҙарын яҡлашам тигәндер инде, уны Моратын ҡосаҡлаған килеш ҡуша сәнсеп киткәндәр. Иҙелбайы менән Ейәнгире лә шунда ята, — тип шыбырлап һөйләй еңгәһенә йәнәш ятып йондоҙло һауаға текәлгән бикәсе. – Малайҙар һыҙма тотоп сыҡҡан булғандар, ҡаршы торабыҙ тигәндәрҙер инде, бахырҡайҙарым...
Үҫмер туғандарының нисегерәк алышып үлгәндәрен дә күҙ алдына килтерә Еҙбикә. Иҙелбайға ун дүрт, Ейәнгире ун өс менән бара ине, Балапан ағайҙары кеүек яндырай ҡыйыу малайҙар ине. Әсәләре инәлһә лә йәшенергә йә ҡасырға теләмәгәндәрҙер, аталарынан ҡалған ҡоралдарҙы тотоп ҡаршы сыҡҡандарҙыр...
— Маһый апһыным ҡайҙа икән, уның балалары? – тип һорай ысынбарлыҡҡа ҡайта башлаған Шәмсеҡәмәр.
— Маһый еңгәмде... – Еҙбикә тотлоҡтомо, һүҙ һайланымы, бер аҙ шымып ятты ла, дауам итте, — Күрешеһе Зөлхәбирә инәй баҙҙарында тапҡан. Балалары менән баҙға төшөп йәшеренгән булғандар, күрәһең, мәлғүндәр бикләп ут төрткәндәр. Тонсоҡҡандар аҫта... Һыйынышып ҡына ултыралар, йоҡлап ҡына киткән кеүектәр, ти, инәй.
— Балаларының бөтәһе лә янында тейме?
— Эйе, дүртеһе лә үҙе менән тей.
— Бәхетлеләр... Ә мин бына балларымдан тороп ҡалдым... Эй, хоҙайы-ым! – тип ҡабаттан ярһып, ярты сәсе янып бөткән башына йәбешә ҡатын.
Тағы ла ике көндән, яндырылған ауылда аң-тоң ала алмай йөрөгән тере ҡалғандарҙы, етем-еһер бала-сағаны, кире ҡайтыуға үткән каратель отряды йыйып алып китте. Мал кеүек итеп сыбыртҡылап, ҡамсылап ҡыуҙы. Шәмсеҡәмәр менән Еҙбикә лә, һыйынышып, шул көтөү эсендә атланы.


Тотҡондарҙы Өфөгә индермәнеләр, ҡаланы үтеп китеп, ситтәге бер ауылда туҡтатып, ергә ултырырға ҡуштылар. Оҙон юлда арыуҙан йә аслыҡтан, йә яраларҙан үлгәндәрҙән ҡалғандар ҙа аяҡтарында саҡ тора – шундуҡ ҡолаштылар. Күпмелер ваҡыттан казарманан сыҡҡан хәрбиҙәр, уларҙың араһынан йөрөп, ҡол баҙарына килгәндәй булып һайлап ала башланы. Китте сыр-сыу, илаш-тартыш. Балаларҙы әсәләренән, әсәләрҙе балаларынан, ҡыҙҙарҙы туғандарынан айырып алдылар. Ҡатындар ҡарғышы, балалар илауы, ҡыҙҙар сарылдауына эргәләге тирәклектәге ҡарғалар ҡурҡышып осоп ҡупты ла, быларҙан яман тауышланып, тотош бер дау сығарҙы.
Еҙбикәне терһәгенән алған бер ир уның ҡулдарын Шәмсеҡәмәрҙән ысҡындыра алманы. Толомон усына урап та һөйрәп ҡараны, ҡулын да шаҡарҙы, тик ҡыҙ еңгәһенә теше-тырнағы менән йәбешкәне. Ахырҙа уларҙың икеһен бер юлы елтерәтеп алып барып, хеҙмәтсеһенең аяҡ аҫтына ҡолата төрттө:
— Алып ҡайт!
Карателдәр отрядының поручигы Златослав Казимирович Светозаровтың Өфө ҡәлғәһендәге ике ҡатлы ағас йортона алып килделәр ҡатындарҙы. Ялсының русса ни әйткәнен дә аңламай арбала һаман тотоношоп ултырған Шәмсеҡәмәр менән Еҙбикәне, ҡап-ҡара бөркәнсек ябынған ҡарсыға танаулы ҡарсыҡ сығып алды. Ул быларҙың берәүһен етәкләгәйне, икенсеһе етәктәге бәрәс ише булып эйәрҙе. Ҡарсыҡ уларҙы әйләндереп-әйләндереп ҡараны ла, Шәмсеҡәмәрҙең янған башы, бите, беләктәре һәм аяҡ балтырҙарының күпсеп-ҡанһырап торғанынан сирҡана биреп йөҙөн сыйырып, нимәләрҙер тип өндәште. Тик уны аңлаған кеше булманы. Ахырҙа ул быларҙы ашатырға булды шикелле, икеһенә бер туҫтаҡ бутҡа һондо. Тик ҡатындар тәгәсте ике яҡтан тотҡан килеш тора бирҙеләр. Ҡарсыҡ уларға ашаған ишаралар яһап күрһәтте, былар һаман торҙо. Унан был ҡул һелтәне лә боролоп киткәйне, бисаралар иҙәнгә сүгәләп, бармаҡтары менән тырнап алып һоғона башланылар.
Күпмелер ваҡыт шул ишек төбөндә тоттолар ҙа, торараҡ ҡарсыҡ уларҙы тағы ла ҡайҙалыр ҡыуалай башланы. Эткеләп алып бара торғас ҡара мунсаға индереп ебәрҙе. Эҫелә тәне тағы ла нығыраҡ һыҙланы Шәмсеҡәмәрҙең, тиреһен тереләй һыҙыраларҙыр кеүек булды. Сығайым тип ынтылһа, әбей һуҡранып кире төртөп индерҙе. Былай ғына ҡотола алмаҫтарын аңлаған ҡатындарға сисенеп йыуынырға тура килде ахырҙа. Еҙбикә еңгәһен ипләп кенә сайындырҙы, ҡоромдарынан ышҡып таҙартты, янғандан ҡалған сәсен йыйып ишеп төшөрҙө. Унан баяғы ҡарсыҡ кейем индереп бирҙе. Ят тегелешле күлдәктәрҙе кейеп, яулыҡтарҙы бәйләп сыҡты мунсанан тотҡондар. Хәлдәре бөтөп әлһерәгән бисараларҙы хәҙер инде төпкө яҡҡа үткәреп, йорттоң төкөтмә яғына – ялсылар бүлегенә урынлаштырҙылар. Аҙыраҡ хәл алғас уларҙы йорттоң хужалар торған яғына алып киттеләр. Иркен залда йонсоу ғына ҡатын ҡаршы алды. Был Светозаровтың Петербургтан алып килгән кәләше Анна Дмитриевна ине.
Ҡарсыҡ ураған һайын баш эйеп “сударыня” тип өндәшкән хужабикә, Шәмсеҡәмәрҙең һау беләгенә сат йәбешеп ҡалтыранып килгән Еҙбикәләй генә бер ҡыҙ бала булып сыҡты. Зәңгәр күлдәй түңәрәк күҙҙәре шаҡ ҡатыуҙанмы, ҡурҡыуҙанмы ҙур асылған. Ҡобараһы осоп, инеүселәргә төбәлде лә ҡалды. Ҡарсыҡ уға нимәлер тип һүҙ башлағайны, йәш ҡатын тауышын күтәрә төшөп, ниндәйҙер бойороҡ бирҙе, хатта ишеккә бармағын төртөп үк күрһәтте. Ашығып сығып тайған ҡарсыҡ, шулай уҡ ҡабаланып ышылдап килеп инде лә, ҡатындың алдындағы өҫтәлгә бер ҡосаҡ бәләкәс кенә һауыттар ҡуйҙы. Хужабикә шуларҙың бер нисәһен асып еҫкәп ҡарағас, икәүһен Шәмсеҡәмәргә һуҙҙы, уның янған сикәһенә, ҡул һыртына төртөп күрһәтте. Яраларына һөртөргә шифа тәҡдим иткәнен аңлаһа ла, ҡаш аҫтынан һөҙә ҡарап тик торҙо башҡорт ҡатыны. Был дошмандарҙан ул ярҙам алмаясаҡ. Юлда уҡ, ауылда уҡ үҙ-үҙен үлтерер ине лә, әллә нисә ҡат шул уйына өлгәшергә ынтылды ла инде, тик һаманға тиклем саған япрағындай булып дерелдәгән Еҙбикә бикәсен генә уйланы. Ҡыҙ баланы, иренең туғанын, бер өйҙә йәшәп эҫенешеп бөткән һылыуын бөтөнләй яңғыҙ ҡалдырырға йәлләне. Әле лә бары шул ғына тота – Еҙбикә.

***
Златослав Светозаровтың ата-бабаһы борон-борондан хәрбиҙәр династияһын дауам иткән, улар батша хөкүмәтнең тоғро ялсыһы булып, ҡайҙа ебәрһәләр шунда хеҙмәт итеп ғүмер һөргән кешеләр. Үҙҙәренең ер-һыуы, бауыр баҫып ҡайтыр урыны булмаған. Златославтың атаһы ла олоғайғас ҡына урта хәлле бер байҙың ултырып ҡалған ҡыҙына өйләнеп, уға ғүмер биреп өлгөргән. Малай сағында уҡ атайһыҙ ҡалған Златославты ҡартайып ҡына бала күргән әсәһе үтә иркәләтеп, алдына алып боҙамы, ул йәштән аҡса туҙҙырыуға, эскелеккә, хоҡуҡһыҙ крепостнойҙарының ҡыҙ-ҡырҡынына ҡул һуҙыуға, ир-егетен язалауға әүәҫләнә. Уның был насар ғәҙәтен аңғарып ҡалған бабаһы, әсәһенең ағаһы, үҫмерҙе кадет мәктәбенә тапшырта. Шунда офицер чины алып сығып, батша гвардияһында төрлө урындарҙа хеҙмәт үтә егет. Һуңғы йылдар Өфө провинцияһында төпләнеп, һуңғы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Был экспедицияларҙа айырыуса ҡатылығы һәм аяуһыҙлығы менән дан алып, түшендәге һәм яурындарындағы йондоҙҙарын арттыра.
Кәләше Анна Дмиртриевна ла уға осраҡлы ғына килеп эләккән аҫыл ҡош була. Петербург кисәләренең береһендә ул был нескә гөл кеүек кенә ҡыҙҙы күреп йөрәге арбала ла, ҡулына төшөрөү өсөн бөтөн тырышлығын һала. Тәүге балына сыҡҡан тәжрибәһеҙ Аннушка был тоҙаҡҡа ҡаба ла. Ҡыҙҙың атаһы Дмитрий Ярославович үҙе лә хәрби булып, хәләл көсө менән күтәрелгән һәм йәмғиәттәге дәрәжәһен дә, малын да ҡулдары, башы менән эшләп тапҡан кеше булараҡ, кейәүенең артыҡ хәлле булмауына күҙ йома. Уға был йәш офицерҙың янып тороуы, амбициялығы, саялығы оҡшай. Ярты йыл шул тирәлә уралғандан һуң, Петербургтың иң бай кәләшенә өйләнеп, хеҙмәт итәсәк еренә күсереп алып та китә Златослав. Бәхеттең етенсе ҡатында булған Аннушка, Өфө ҡәлғәһенә килеп аламараҡ ике ҡатлы йортҡа урынлашҡас, кейәүенең үҙенә билдәле булмаған күп яҡтарын асып хайран ҡала. Әммә эш уҙған, ул инде был кешенең ҡатыны. Атаһына ярҙам һорап хат яҙғанда, әлбиттә, барин берҙән-бер ҡыҙынан баш тартмаҫ ине лә, тик йәшлеге һәм баҙнатһыҙ холҡо арҡаһында ул быларҙы башҡара алманы. Икенсенән, Златослав кәләшенән был аҙымды яһатмаҫ өсөн бөтөн сараларын да күрә: уның яҙған хаттарын уҡый, кешеләр менән аралаштырмай, атаһына ҡайтармай.
Өс йыл эсендә һурыҡты, төҫө ҡасты, йылда бер балаһы төшөп торғанлыҡтан, ауырыу сырайлы, күндәм ҡарашлы ҡатынға әүерелде Анна Дмитриевна. Әсәһенән ҡалған, күптән йүнәтеү көткән йортта йәшәп, кәләшенең бирнә аҡсаларын тотоноп, ялдарын кәрт уйнап, аулаҡ йорттарҙа эсеп-теттереп ятып ҡайта ла, ялсыларын, унан ҡалһа ҡатынын туҙҙыра ир тигәне.
— Атаңдыҡ аҡсаһы булмаһа бер тинлек хаҡың юҡ! Бала табырға ла эшкинмәгән бисә! Ней түшәктә рәтең юҡ, ней ҡарарлыҡ төҫөң! – тип ике ҡатты яңғыратып ҡысҡырынып-аҡырынып, юлындағы кәрәк-яраҡты осора тибеп барыһының ҡотон ала. Саҡ ҡына хатаһы булған крепостнойҙарын арманһыҙ иткәнсе сыбыртҡылай, ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын ҡарап тормай ҡанһыратҡансы туҡмай. Алдына сығыр, ҡулын тыйыр әҙәм юҡ уның был өйҙә лә, был ҡалала ла.

Өй хужаһы каратель походтарын тамамлап әйләнеп ҡайтҡанда, Шәмсеҡәмәр менән Еҙбикә бындағыларға ярайһы өйрәнеп, тәртиптәргә күнегеп барғандай ине инде. Телде төшөнмәһәләр ҙә, ым-ишаранан аңлай, ҡушҡанды үтәй башлағайнылар. Иртәнән кискәсә иҙән, кер йыуыу, утын индереп өйҙө йылытыу, урам тирәһен таҙалау, ашнаҡсыға ярҙам итеү кеүек эштәрҙе талымһыҙ ғына башҡаралар. Улар менән идара иткән ҡарсыҡҡа ҡатындарҙың көслө, йылдам булыуҙары оҡшай. Түңәрәк битле ҡараҡайы ҡарашын да күтәреп ҡарай алмай ҙа, яулыҡҡа уранғандан да бер яҡ сикә-маңлайҙарында янғын эҙҙәре күренеп торған олорағындағы ҡырағай бүре күҙҙәре екһендерә уны. Хужабикәгә “быныһын ауылдағы имениеға ебәрәйек” тип тә ҡарағайны, барыняһы тыңламай, әллә йәлләй, әллә башҡа сәбәп менән ҡалдырып килә һаман.
Ҡалаға кисә үк ҡайтһа ла, аҙып-туҙып ҡайҙалыр йоҡлап ҡалған Светозаров, башы сатнауҙан кәйеһеҙ ине. Залда ҡаршы алып торған ҡатынының сәләмен баш ҡағып ҡына ҡабул итте лә, тиҙерәк өҫтәл ябырға ҡушты. Ашарға ултырғас та иң беренсе тултыра һалып эсеп ебәрҙе. Унан икенсеһен, өсөнсөһөн... Алдына ултыртылған тәрилкәләген, инде арыуыҡ иҫергән булып, түгә-сәсә ҡапҡыланы. Анна Дмитривна быларҙы күрмәмешкә һалышып, йорт-донъя яңылыҡтарын һөйләп маташты. Шунда ла, ире сираттағы рүмкәгә үрелгәс, ябыҡ аҡ ҡулын уның йөнтәҫ тәпәйенә һалды:
— Златослав Казимирович... Ҡәҙерлем, етәрҙер, бәлки...
— Ә-ә? – иҫерек ир уға аҡайып ҡараны.
— Ҡаҙҙан ауыҙ итмәнегеҙ... бөтөнләй...
Шул ваҡыт ир өҫтәл уртаһында хуш еҫтәрен аңҡытып ултырған алмалы ҡаҙҙы батмусы менән ҡуша тартып алды ла, күтәрә биреп янып ятҡан камин эсенә елгәрҙе. Үҙе бер ни булмаған кеүек сираттағы араҡыһын түңкәреп ҡуйып, ултырған урынында таш һын булып ҡатып ҡалған Анна Дмитриевнаның йөҙөнә һаҫыҡ ауыҙын терәп тигәндәй бышылданы:
— Миңә аҡыл өйрәтеп маташма... Аңланыңмы? Юғиһә... мин һине дворянин Готовтың ҡыҙы тип ҡарап тормам.
Ул көнө хужа өй буйлап йөрөп һәр береһенә бәйләнеп сыҡты, берәүҙәрҙе һуғып ебәрҙе, икенселәрҙе тибеп осорҙо. Ҡатыны бүлмәһенә инеп бикләнде лә башҡаса сыҡманы. Әммә ялсылар улай ғына ҡасып ҡотола алмай, улар туҡмаҡ ашай-ашай, һығыла-бөгөлә хеҙмә итеү өҫтөндә булдылар. Шулай туҙынып йөрөгәндә, бер бүлмәлә мейес тоҡандырып маташҡан Еҙбикә эргәһенә килеп инде. Ирҙең коридорҙағы таушынына уҡ ҡото алынып торған ҡыҙ, ул килеп ингәс тә һикереп тороп сығыуға ыңғайлағайны, хужа ишек тәңгәлендә ҡулынан эләктереп алды.
— Ә-ә! Был беҙҙең басурманкамы әле? – тип эйәгенән тотоп башын өҫкә шаҡарҙы. Ҡыҙ ҡасыр урын эҙләп артҡа сигенде. Бынан файҙаланып, айнығып киткәндәй булған урыҫ уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Уның ҡараштарында шайтандар һикерешкәнен аңғарған Еҙбикә, ҡапыл ынтылып ишеккә ташланды, әммә өлгөрмәне. Ир уны бер ниндәй йәләүһеҙ һуҡты ла йыҡты. Осоп барып төшкән ыңғайы үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырҙы ҡыҙ:
— Ҡәмә-әр! Еңгә-әй!
Ир ашыҡмай ғына барып ишеккә келә һалғас, карауатҡа ултырып сисенә башланы. Еҙбикә уның һайын яр һалды, үҙе арты менән шылып мөйөшкә һыйынды:
— Ҡотҡарығыҙ! Еңгә-әм!
Тыштан ишеккә килеп бәрелделәр:
— Еҙбикә? Еҙбикә!
Инәнән тыума сисенеп ташлаған ир, иҙәндә тулаған ҡыҙҙы һөйрәп килтереп карауатҡа ырғытты. Тауышынмы, ҡарышыуынмы һүрелтеү өсөн уңлы-һуллы итеп бер-нисәне һелтәне лә, өҙөп-йолҡоп кейемен һалдыра башланы.
— Еҙбикә! Нимә унда? Кем унда? Еҙбикә!!! – тип ишек артында өҙгөләнгән, туҡтауһыҙ туҡылдатҡан Шәмсеҡәмәргә яуап биреүсе булманы. Ахырҙа ҡатынды башҡа ялсылар килеп һөйрәтеп тигәндәй алып киттеләр ҙә, бүлмәһенә алып барып бикләнеләр. Ул да айҡашты, һуғышты, күрәһең, Шәмсеҡәмәрҙең ҡарғап ҡысҡырыныуы ишетелә барып тынды. Ә бында, эстә, Еҙбикә, иҫе инәле-сығалы көйө йыртҡыс ҡулында ҡалды...

Ҡара көндәренең тағы ла яманыраҡ төнөн кисерә Шәмсеҡәмәр. Тотош ҡараға әйләнгән тормошоноң сираттағы бер төнөн. Еҙбикәне бөгөн дә алып сығып китте теге эт. Тәүге көсләгәненән һуң тәмен татып ҡалды, иҫенә төшкән һайын килә лә инә. Араларына ҡаршы тороп ҡараған Шәмсеҡәмәрҙең инде ауыҙ-мороно күгәреп-шешеп бөткән. Хәҙер үҙе лә туҡмалыуҙан биҙрәп, йөҙөн бороп ҡалыуҙан башҡа сара тапмай. Еҙбикәне лә, үҙен дә йәлләп, яҙмыштарын әрләп, дошмандарына бәддоға уҡып сеңләп илауҙан үтә алмай ҡатын. Хәле шуға ғына етә.
Тауышһыҙ ғына ишек асып Еҙбикә килде. Эргәһенә ятты ла тынып ҡалды. Шәмсеҡәмәр бикәсен ҡосаҡлап үҙенә тартты. Тегеһе уның ҡулын этте:
— Ҡағылма миңә... Хәшәрәт мин...
Ҡатындар бер аҙ һүҙһеҙ ятты.
— Һинең ней ғәйебең бар... Еҙбикә?
— Үлһәм һин мине ерләй алырһың микән? Былар эткә ташлап ҡуймаһындар тейем...
— Еҙбикә... үлеүе еңел икән тейһеңме әллә?
Бикәсе өндәшмәй. Еңгәһенең түшенә битен терәп ята ла, торараҡ мышнап йоҡлап китә. Шәмсеҡәмәр уны күкрәгенә ҡыҫып, ҡараңғылыҡҡа төбәлеп ятып таң аттыра.

Эҫе йәйҙең бер иртәһендә, мәле шул булып, аҡ тәнле, һары сәсле ир баланы донъяға килтерә Еҙбикә. Шәмсеҡәмәргә кендек инәһе булырға яҙа. Атай тигәндәре, балаға бер килеп, көсөккә ҡараған кеүек кенә ҡарап тора ла, башҡаса иҫләмәй ҙә, шул тормошон дауам итә. Ә бына хужабикә йышлай был бүлмәгә. Башта йүргәктәр алып инә, унан бала йыуындырыуға тас тотоп төшә. Анна Дмитриевнаның асыуынан ҡурҡышып ултырған Еҙбикә менән Шәмсеҡәмәргә йылмайып нимәлер һөйләгән була. Уның хәбәрен инде бер аҙ төшөнә ҡатындар, әммә яуап ҡайтарырлыҡ түгелдәр. Шул уҡ ваҡытта иренән бала табып ятҡан ҡыҙға ҡарата шулай мәрхәмәтле булыуына ла шикләнәләр.
Хужабикәнең йәш әсәне йорт эштәренән азат итеүе лә аҙыраҡ иреткәндәй булды Шәмсеҡәмәрҙе. Ул был сибек кенә аҡ ҡатынға аҙыраҡ сырайын яҙа, әйткәндәрендә баш һелкеп булһа ла ҡала башланы. Бикәсе ауырлы саҡта екһенеп ҡарап, сыҡһа был баланы шундуҡ быуыр ҙа ҡуйырмын, тип уйлаған булһа, сей генә тумалаҡ йәнде ҡулына алғас, әллә нишләне лә ҡалды, берсә илағыһы, берсә көлгөһө килде, ахырҙа күҙ йәштәренә ҡойона-ҡойона бәпесте урап әсәһе ҡырына һалды. Еҙбикә лә балаһына башта ятһырап ҡараһа, тегеһе имсәк таптырып сарбаулай торғас, йәне түҙмәй алып имеҙҙе. Шулай итеп был сабыйҙың йәшәүгә юлы асылды. Ҡатындар уға ғүмер бүләк итергә ҡарар итте.
Ҡарамы – аҡмы көндәр үтә торҙо, бәхетлеме-бәхетһеҙме тормош дауам итте. Был йортта ла бер нәмә лә үҙгәрмәне. Светозаров ҡатынын да этләне, ялсыларына ла көн бирмәне. Аннаның сираттағы тапҡыр ауыры төштө. Иҫерек ире, уны, тышҡа алып сығып атырға теләп, иҙән буйлап һөйрәтеп йөрөттө. Ҡатындың итәге аҫтынан ҡан эҙе һыҙылып ҡалды. Тик ул был йыртҡыс ҡулынан ысҡына ла, тороп баҫа ла алмай – хәле юҡ. Бөтөн был мәшхәрҙе ишек ярығынан күҙәтеп торған Шәмсеҡәмәрҙең түҙер тәҡәте ҡалмай, кухняла боҫоп ултырған һаңғырау экономка ҡарсыҡты саҡырҙы. Ул килеп хужаны тыйып маташҡайны ла, ир ҡарсыҡты төртөп кенә йыҡты. Һаман ҡаңғырҙы, һаман ҡысҡырынды, үҙе арып, ҡатыны иҫен юймайынса туҡтаманы. Ул сығып киткәс, Шәмсеҡәмәр хужабикәһен карауатына күтәреп һалып, сисендереп, һыулы сепрәк менән һөртөндөрөп, йылыға төрөп һалды. Иҫенә килгәс, Анна, зарлы зәңгәр күҙҙәрен уға төбәп бер арыуыҡ ятты ла, ҡапыл ынтылып ҡосаҡлап, түгелеп илап ебәрҙе. Шәмсеҡәмәр ҙә этеп кенә китә алманы уны, йыуатып башынан һыйпаны. Был ҡатындың да яҙмыш ҡорбаны, бер бисара йән икәнлеген аңлағайны.

Законлы ҡатынын айыра ла, унан баш тарта ла алмай ине Светозаров. Ҡатынының бирнәһе әле бер ҡайғыһыҙ йәшәтә. Тик бына балалары булмауы ғына уның торошон нығытырға бирмәй. Бала менән бәйләнмәгән ҡатыны ҡапыл баш күтәрергә лә мөмкин бит әле, былай килгән хаттарын тикшереп, яуапты әйтеп тороп ҡына яҙҙырып һалдырта, өйҙән сыҡҡан, ингән почтаны һағалап тороусыһы бар, әммә кем белә. Дүрт йыл был бәләнән ҡотолоп ҡалып килә алды, шулай ҙа, артабан, берәй нәмә уйларға кәрәк ине. Әле бына, ҡол басурманканан улы тыуғас, унда бер өмөт уянды. Уянды ғына түгел, ҡатынын саҡырып алып ярып та һалды:
— Атайыңа хат яҙ, ейәнең тыуҙы тиген.
Анна Дмитриевна уға һағайып ҡараны:
— Ниндәй... ейәне?
— Аҫтағы баланы үҙебеҙгә алабыҙ.
Ҡатын әйтер һүҙ тапманы.
— Нимә, бала таба алмай иренән ҡыуылып ҡайтҡан ҡатын булғың киләме? Теләһәң – мәйелең! Һинең кеүек йүнһеҙ бисәләр берәүгә лә кәрәк түгел, бөгөндән китә алаһың атаңа.
Нисек булһа ла булды, Анна Дмитриевна иренең теле менән атаһына хат яҙып һалды. Хатта ул дворянин Готовты ейәне Александр Златославович Светозаров тыуыу менән ҡотланы. Хат йорттан оҙатылды ла, икенсе көндө үк баланы Еҙбикәнең ҡулынан шарылдатып тартып алып китеп, сиркәүгә алып барып суҡындырып, сиркәү кенәгәһенә Анна Дмитриевнаның улы Александр итеп теркәтеп алып ҡайттылар. Үҙ туған әсәһе баланың имеҙеүсеһе һәм няняһы булып ҡына ҡалды.

Йыл ярымдан тағы ла бер малай тапты Еҙбикә. Беренсе улын Алламорат тип атаған булһа, быныһын, ҡара ғына булыуына ҡарап, Ҡарасура тип исемләп ҡуйҙылар. Сиркәүгә алып барып Андрей итеп нарыҡлағансыға тиклем.
Икенсе улы тыуғас Еҙбикә әллә нисеккә әйләнеп китте. Ундағы сәйерлекте ауырлы сағында уҡ аңғарғайны инде Шәмсеҡәмәр. Бер нөктәгә текәлеп сәғәттәр буйы өндәшмәй ултырһынмы, йәки сәбәпһеҙ шарҡылдап көлөп йөрөһөнмө. Тота килеп кәрәкмәгән эштәрҙе башҡарарыға тотонһонмо. Ауырлы булыуын сәбәпсе иткәйне еңгәһе, балаһын тапҡас был ҡылыҡтары тағы ла төрләнә һәм хәүефлерәк була барҙы. Сабыйын имеҙмәй, ҡарамай аптыратты. Әрләһәң, үҙе балалай булып иларға тотондо. Тамам хайран булды былар менән Шәмсеҡәмәр. Анна Дмитриевна ла хәленән килгәнсә Еҙбикәне тынысландырырға, балаларҙы ҡурсаларға тырышты. Хужа был сәбәпкә генә табип саҡыртыуҙы ҡәтғи тыйҙы.
Бәләкәсте сиркәүгә алып барып суҡындырып, исемләп, ҡайтырға сыҡҡайнылар. Был юлы балаларҙы ҡарашып-күтәрешеп йөрөүгә Шәмсеҡәмәр менән Еҙбикәне лә эйәрткәйнеләр. Ҡатындарҙан айырмалы рәүештә хужа һыбай ҡуҙғалды. Каретаға ултырыр алдынан ғына Еҙбикә бәпесен Аннаға тотторҙо ла, Шәмсеҡәмәргә бер тултырып ҡарағас, тотто ла күпергә ҡарай йүгерҙе. Башта һеңгәҙәп ҡалған Шәмсеҡәмәр ҙә, ҡапыл аңына килеп, ҡулындағы баланы Аннаға ырғытып тигәндәй, бикәсе артынан ынтылды. Тик һуңыраҡ ҡуҙғалғайны, ҡыуып етә алманы. Ахылдап килеп туҡтағанында, күпер тәңгәленә халыҡ йыйыла, ҡысҡырышалар ине:
— Һикерҙе! Күрҙегеҙме?
— Күперҙән ҡатын һикерҙе!
— Батты инде, бахыр... Ҡалҡаманы ла.
Бер иҫәрләнгән ҡатын артынан көҙгө һыуға төшкән дә, эҙләгән дә кеше булманы. Еҙбикә ике улын, еңгәһен ҡалдырып шулай китеп барыуҙы хуп күрҙе. Мин уны ташларға йәлләнем, ә ул мине лә, балларын да ҡыҙғанманы, тип һыҡтаны Шәмсеҡәмәр бикәсенең күлдәктәрен ҡосаҡлап.

Икенсе ейәне тыуғанды ишеткән дворянин Готовтың ғорурлығының сиге булманы, ҡотлап хат ебәреүгә ҡушып, беренсеһенән дә ҙурыраҡ сумма тәғәйенләне балаға. Ҡыҙының улдарына шундай мул башланғыс капитал һалды хәстәрлекле олатай. Светозаров был ҡыуаныстан бер ай туҡтамай эсте. Шул, эсеп-буталып йөрөгән бер төндө, Шәмсеҡәмәр ятҡан бүлмәнең саҡ торған ишеген ҡаҡлыҡтыра тибеп килеп инде. Ул ингән ыңғайы, аяҡ баҫыуынан уҡ кем икәнлеген белеп һағайып ятҡан ҡатын, ябынған юрғанын матҡып тотоп мөйөшкә һырынды. Тышылдап тын алған ир, һөҙә ҡарап, майшәм яҡтыһы алмаған ергә боҫҡанды күрергә теләп тексәйҙе. Бында кемде юҡһынып килеп кереүен аңлай уның Шәмсеҡәмәр, шуныһына бигерәк йәне әсей. Бер гонаһһыҙ бикәсен дүрт йыл эсендә эт типкеһендә алып йөрөп, ике бала таптырып, башына етеп ҡуйҙы – мәлғүн.
Светозаров һике төбөндәге ҡатынды һөйрәтеп төшөрҙө лә, иҙәнгә баҫтырҙы. Ҡулындағы юрғанын тартып алып быраҡтырҙы. Унан, ҡабаттан үҫеп сығып сәс толомона ҡушыла башлаған сәс төптәренән башлап ярты сикәһенәсә эҙ ҡалдырған янған урындарына, был суғырмаҡтарҙың муйыны буйлап төшөп киткән юлына ерәнгәндәй генә итеп бармаҡ остарын йөрөтә биреп алды. Хәсистең ни эшләргә теләгәнен аңлай алмай ҡатып торған Шәмсеҡәмәрҙең бар ҡоралы нәфрәт менән баҙлаған ике күҙе генә. Күрә Златослав, был ҡатындың эсендә, бөркөп ебәрһә бар донъяһын көйрәтерҙәй үс барлығын да, ни ҡәҙәр үҙен күрә алмағанын да белә, күрә, тоя. Ошо ҡараштан ҡаны ҡайнай төшкән ир, алдында баҫып торғандың тоҡ шикелле төнгө күлдәген муйын тәнгәленән матҡып тотоп урталай йолҡа тартты. Ярайһы ныҡ киндер тауар билгәсә бүҫелеп төштө. Ҡомһоҙ ҡараштар алдына ҡатындың тығыҙ тәне, тулы түштәре һәм... бер яҡ яурын, ҡулбаш, күкрәк һәм бил өлөшөнән аҫҡа ҡараған баяғы суҡырмаҡлы ут эҙе асылды. Үрелергә теләгән ҡулын күтәрә алмай, йоҙроҡтарын бер яҙып, бер йомарлап һөҙә ҡарап һаман торҙо Светозаров. Һикеһенә осора төртөп, теләгәнеңде башҡар ҙа, ласҡылдата төкөрөп сығып кит ине, юҡ бит, бынау янған тәне әллә ниндәй баҫып килгән дәшһәтле хәтирәләрҙе уята... тота... яҡын ебәрмәй... ҡурҡыта ла әллә... Ә ҡарашында... зәһәрле булып киң асылған күҙҙәрендә... ҡап-ҡара түңәрәк күҙ алмаларында ҡапыл янғын ялҡындарын, шул янғын эсендә йүгерешкән шәүләләр, ҡобараһы осҡан йөҙҙәр күренеп-сағылып ҡалғандай булды. Ир керфекһеҙ йәшел күҙҙәрен секерәйтеп, яҡын килә биреп текәлде... Һәм унда – төптә... ысын янғынды күрҙе. Был күренештән тертләп ҡапыл артҡа тартылды. Күңелендә аңлайышһыҙ шом яралды ла, тиҙ арала дерелдәтер ҡурҡыу менән алмашынды... Аҡылы тынысланырға саҡырҙы: “Фу... юҡтыр... был майшәм яҡтыһы ғыналыр...”
Нәфрәтенән күҙ алмалары ярылып китер йәки инде лә үҙен тота алмаҫ, ташланып, был ҡотһоҙ йөҙҙө бесәй тырнаҡтары менән яра сапсып бөтөр һымаҡ ине Шәмсеҡәмәргә. Хатта шулай итә лә кеүек һымаҡ була башлағайны, көтмәгәндә Светозаров уны төртөп йыға яҙып ишеккә ташланды. Ауыр аяҡ тауыштары алыҫайғас ҡына гөрһөлдәр ауып төштө ҡатын.
Хужа тағы сығып китеп юғалып эсте. Күпмелер ваҡыт өйөнә лә йоҡмай йөрөнө. Был арала йорттағылар унан һәм уның вәхшилегенән ял итеп алды. Анна Дмитриевна хәҙер, Еҙбикә булмағас, балаларҙы ҡарауҙы тулыһынса Шәмсеҡәмәргә тапшырып, уны өҫкө ҡатҡа күсереп урынлаштырҙы. Балаларға әсәй булырға тырыша ла үҙе, тик килеп сығыңҡырамай. Ғүмерҙә бала тотоп, бағып өйрәнмәгән ҡатындың әсәлек хистәре лә етлегеп етмәгәйне. Ә Шәмсеҡәмәргә был ике малай йәшәү мәғәнәһенә әйләнеп ҡалды. Ул шуларҙы бәпләп, һөйөп-ҡурсып көндәрен, бәүетеп ултырып төндәрен уҙғарып ғүмер һөрҙө.

Светозаров балаларын яратманы, яратманы ғына түгел тауыштарын да ишетергә теләмәне. Быны белгән ҡатындар, ир ҡайтып инеү менән малайҙарҙы иң алыҫ бүлмәгә йәшерләр ҙә, барлыҡтарын да һиҙҙермәҫкә тырышалар. Бер көн булған ваҡиға уларға шундай аҡылды биргәйне.
Анна менән Шәмсеҡәмәр залда балалар менән булып йөрөгән мәлдә Златослав Казимирович ҡайтып инде. Ҡатыны булдыра алғанынса ихлас сәләмләп ҡаршыланы. Ир уға нимәлер тип әйтте. Ҡулындағы кескәй баланың мыжыуынан ҡатын иренең һүҙен ишетмәй ҡалды һәм ҡайтарып һораны. Шул ваҡыт Светозаров тамаҡ төбө менән екерҙе:
— Аҡыртма балаңды! Өнөн тыҡ шул басурман ҡалдығының!
Нисектер Анна ла ҡаршы өндәште:
— Беҙ ошо балалар аҡсаһына көн итәбеҙ, онотмайыҡ.
— Нимә-ә... тинең? – ир килә килеп ҡатынының терһәгенән эләктереп алып елтерәтеп тартты ла, беләгенән ҡыҫып тотто. Ауыртыуға сыҙамай Анна ҡысҡырып ебәрҙе:
— А-а! Ебәрегеҙ!Юғиһә...
— Юғиһә? Нимә юғиһә?
— Был хаҡта атайым беләсәк!
Шул ваҡыт Светозаров ҡатынына һелтәп тә ебәрҙе. Анна артына салҡан ҡолап киткән ыңғайы, бәпесе ситкә тәгәрәне. Ҡото алынған бала шарылдап илап та ебәрҙе, аҡылы юйылған ир уға ташланды ла. Малайҙарҙың ҙурырағын итәге артына йәшереп, нисек итергә белмәй торған Шәмсеҡәмәр, ҡайҙан көс табыптыр, атылып килеп бәләкәс менән ирҙең араһына инеп өлгөрҙө, ауыр итек тап арҡаһына ғына төшөп бер арауыҡҡа тын ала алмай ятты. Артабан был итек нисә тапҡыр һәм ҡайһы еренә эләккәндер, уныһын белмәне, әммә ҡосаҡлап ятҡан баланың өҫтөнән ҡымшанманы. Таҡмаҡлай-таҡмаҡлай үсе ҡанғансы типкесләне уны Светозаров:
— Бына һеҙгә! Бына һеҙгә! Басурман тоҡомо! Мин һеҙҙе аҫып-киҫеп бөтөрмәй ҡалдырғанмын икән! Мә һиңә! Мә! Мин һинең уңайлы мәл көтөп йөрөгәнеңде беләм! Кәнтәй!Һеҙ мине ашатаһығыҙ буламы? Һеҙме? Кем ул һеҙ? Һеҙ – мал! Һеҙ минең итек аҫтында ошолай! Янып бөтмәй ҡалдыңмы? Тере ҡалдыңмы? Хәҙер дөмөктөрәм мин һине! Мә! Мә!...
Язалаусы сығып киткәс, Анна Шәмсеҡәмәр янына иңгәкләп килде лә, тороп ултырырға ярҙамлашты, ҡыйшайып йөҙөн япҡан яулығын йүнәтте. Уның аҫтындағы баланы алып түшенә ҡыҫты. Ҡатындар ҡосаҡлашҡан килеш иҙәндә оҙаҡ ҡына ултырҙы. Балалары уларға ҡушылып илап арығас, ҡулдарында йоҡлап киттеләр. Шул кисте ҡатындар уртаҡ дошмандарына ҡаршы аҙым яһарға - Аннаның атаһы Готовҡа хат ебәреү юлын эҙләргә һөйләштеләр.

“Катя” булып китеүенә өйрәнгәйне инде Шәмсеҡәмәр. Еҙбикәнең “Ҡәмәр” тип өндәшеүен бындағы ялсылар аңлай алмай “Комар” тип тә көлөп йөрөнөләр. Ә үҙенә нимә тип әйтһәләр ҙә барыбер булды. Хужабикә бер көн, уңайын тура килтереп: “Буду тебя называть Катенькой. Ты согласна?” – тип һораны. Ризалығын белдереп баш ҡына ҡаҡты Шәмсеҡәмәр. Сөнки ул был мөхиттә, был халыҡ араһында исеме лә, үҙе лә, ҡылыҡтары ла элеккесә була алмаҫын аңлай ине. Хәҙер инде русса ла ярайһы уҡ һупалай, һәр хәлдә кәрәген әйтеп аңлата, һорап алала. Анна Дмитриевна атаһына ҡайтырға хәл иткәндән алып яйлап ҡына йәшерен йыйына һәм Катяны ла үҙе менән алып китергә теләй. Шәмсеҡәмәрҙең дә барыр, баш терәр урыны юҡ, икенсенән ул Светозаровтар ғаиләһенең шәхси милеге лә. Донъяһына иҫе китмәгән һәм һуңғы йылдарҙа бигерәк тә эскелеккә бирелгән хужа, аҙаҡҡы каратель экспедицияһынан алып ҡайтҡан “трофейҙарын” документлап беркетмәгән дә, крепостной крәҫтиәне итеп теркәмәгән дә ине. Шул иҫәптән Шәмсеҡәмәрҙең дә исемен белдергән бер ҡағыҙ юҡ. Анна Дмитриевна был эште яйға һалыу өсөн имениеның һәм ҡалалағы йорттоң ҡағыҙ-документ эштәрен алып барған управляющийҙы саҡыртҡайны, ул бындай ҡағыҙ алыу өсөн Шәмсеҡәмәрҙе суҡындырып, славян исем-шәрифендә ғаилә крепостнойы итеп теркәргә кәрәклекте аңлатты. Хатта бер ҡайҙа ла китмәй, ошонда тороп ҡалған хәлдә лә, уға был әүерелеүҙән ҡотолоу юҡ икәнлеге билдәле ине һәм, ҡатындар, воскресный сиркәү уҡыуҙарының береһендә, Шәмсеҡәмәрҙе Екатеринаға әйләндереп ҡайтты. Бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙмәне үҙендә хәҙерге Екатерина, күңелендә лә, уйында ла яңылыҡ килмәне. Артыҡ бер нәмәгә лә баш ватмай ғына үҙенән талап ителгәнде үтәне лә йөрөнө: хужабикәһе өйрәткәнсә мөйөшкә ҡарап суҡынды ла, ял көндәре сиркәүгә барып поптың ҡулын үпте. Ә кистәрен малайҙарын үҙенсә өшкөрөп, аяттарын уҡып йоҡларға ятты.

Тик ҡорған пландары тормошҡа ашманы ҡатындарҙың. Улар яллаған кеше һатлыҡ булып сыҡтымы, әллә Светозаровтың өйҙәге шымсыһы үтә һиҙгерлек күрһәттеме, Аннаның атаһына яҙылған хаты Златославтың ҡулына барып эләкте һәм ир һуңлап ҡына ярһып ҡайтып инде. Был ваҡытта Екатерина балаларҙы йоҡлатып, үҙе лә ятырға әҙерләнеп йөрөй ине. Коридорҙың теге осондағы хужалар бүлмәһендә тауыш сыҡты. Моғайын, арыр ҙа тыныр йәки китеп олағыр, тип, йоҡлап китә алмай көтөп ятты ҡатын. Әммә ирҙең аҡырыуҙары көсәйгәндән көсәйеп, нимәләрҙер даһырлап ауҙы. Ҡапыл Аннаның тауышы коридорҙа сарылдап сыҡты ла, өҙөлдө. Бисара ҡасмаҡ булып ишекте асты ла, өлгөрмәне, ахыры. Тимәк, хужабикәгә ярҙам кәрәк! Екатерина йәһәт тороп кейенеп сыҡты ла, аяҡ остарына баҫып оло бүлмә ишегенә яҡынлашты. Эстәге шомло тынлыҡ уны ишек тотҡаһына үрелергә мәжбүр итте. Һәм яңылышманы ла! Ектән күҙ һалыуы булды – ҡото осто. Унда Светозаров Аннаның өҫтөнә ултырып алып муйынын һыға ине. Был хәлде йәшенеп ҡарап торор әмәле ҡалмаған Екатерина, ингәнғайы камин өҫтөндәге тимер шәм ҡуя торған таяҡсаны эләктереп алып, шуның ауыр яғы менән өҫтәгенең елкә төбөнә һуҡты. Ишеккә арты менән ултырған ир, әйләнеп ҡарап та өлгөрмәне, ҡатыны өҫтөнә ауҙы ла. Екатерина Аннаны аҫтан тартып сығарып, яурынынан тотоп һелкетте, иҫенә килтерергә теләп сикәләне, һыуынып барған ҡулдарын ыуҙы:
— Анна Дмитриевна! Анна... Анна...
Күтәреп алып китергә итеп ҡосағына ҡыҫҡайны ғына, Анна тәрән итеп һулыш алып ебәрҙе. Екатерина күҙ йәштәренә быуылды:
— Аннушка... Мин һеҙҙе үлгәндер тинем...
— Катя... Катенька... Мин үлгәйнем...
Екатерина хужабикәһен кире балаҫҡа төшөрҙө:
— Ирегеҙҙе... Хужаны...
Шунда ғына Анна Дмитриевна йәнәшәһендә яйһыҙ булып йөҙтүбән ятҡан Светозаровҡа иғтибар итте. Үрелеп ҡулындағы, унан муйынындағы тамырын ҡапшап ҡараны ла, үҙенә хас булмағанса ҡырҡыу ҡарашын күтәрҙе:
— Үлгән.
— Аһ! – Екатерина усын ауыҙына баҫып сүгәләне.
Анна бөтөн көсөн йыйып тороп баҫты, бүлмәне байҡап алды ла, аныҡ ҡына итеп фармандар бирҙе:
— Тор, Катенька. Бүлмәне йый. Шәмдәлде урынына ҡуй. Тыныслан!Ә быны... беҙ хәҙер...
Ҡатындар Светозаровтың ауыр кәүҙәһен баҫҡысҡаса һөйрәтеп алып барҙылар ҙа... төртөп төшөрҙөләр. Үлек тулы тоҡ һымаҡ бәрелә-һуғыла аҫҡаса тәгәрәне. Бер аҙҙан Анна Дмитриевна төкөтмә яҡта йоҡлаған ялсыларҙы уятты, Екатерина күсерҙе табип артынан ебәртте. Өйҙә таңғаса полиция, тәфтишсе булды, барыһынан да һорау алдылар. Яуаптар бер ине: хужа ғәҙәттәгесә иҫерек ҡайтҡан... тауыш ҡуптарған... баҫҡыстан яҙа баҫып, күрәһең, ҡолап төшкән... өйҙәгеләр уны шулай тапҡан. Тәфтишсе, ниндәйҙер ос-ҡойроҡтарын һиҙгәндәй, ныҡышмаҡсы булып Светозаровты ерләгәндән һуң да йөрөй ине, хәбәр алыу менән юлға сыҡҡан Готов килә һалып етеп, ҡыҙын ҡурсыуға алды. Батша дворында, хөкүмәт парламентында үҙәк урындарҙың береһен тотҡан дворянин менән бәхәсләшеп торор көс тә, әҙәм дә табылманы был тарафта. Тейешле йолаларын үтәгәс, йортто управляющий ҡарамағына тапшырып, ҡыҙы менән ейәндәрен алып һәм балаларҙың няняһы булған Екатеринаны эйәртеп, Петербургка юлланды Дмитрий Ярославович. Шул килеп төшөүҙән Готовтар ғаиләһенә үҙ кеше булып нығынды Екатерина. Йәшләй әсәйһеҙ үҫеп, ҙур йортта хужабикә ролен башҡарып өйрәнгән Анна Дмитриевна, тыуған йортона ҡабаттан ҡайтып, теҙгенде ҡулына алды. Уны күҙ ҡарашынан аңлай һәм һәр бойороғон теүәл үтәй белгән талымһыҙ, өндәшмәҫ Катеньканы, балаларға торараҡ гувернантка, уҡытыусылар яллағас, унан тоғрораҡ кеше таба ла һәм уға ышанған һымаҡ башҡаса берәүгә лә ышана ла алмаҫын белгән Анна, оло йортта управляющийҙан ҡала икенсе кеше – экономка итеп ҡуйҙы. Ошо бурысты намыҫ менән инде ун биш йыл үтәп килә ҡатын.

***
Эргәләге диванда йомарланып йоҡлап киткән хужабикәһен уятмаҫҡа тырышып шым ғына йөрөп кейенде лә, кухняға юлланды Екатерина. Һуңғы көндәре ауырып ятып хужалығын да иғтибарһыҙ ҡалдырған бит ул. Бығаса бер тапҡыр ҙа бындай хәл булмағас, бер көнгә лә бер ҡайҙа ла китеп өйрәнмәгәс, әле енәйәт ҡылғандай тойҙо үҙен. Кухняла уны ашнаҡсылар сәләмләп ҡаршыланы:
— Хәйерле иртә!
— Хәлегеҙ нисек?
— Сәләмәт булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Екатерина бындай ихласлыҡҡа ҡаршы баш ҡағып, һаран ғына йылмайҙы:
— Рәхмәтлемен... барығыҙға ла.
Аш бүлмәһендә генә ултырып ҡалас киҫәге менән бер шәшке сәй эсте лә, төшкө аш әҙерлеге буйынса ҡарарҙар биргәс, хужабикәһенең служанкаһын табып урамға сығып киләсәген иҫкәртеп, күсер саҡыртты. Күсер ҡайҙа барасаҡтарын белергә теләне.
— Ҡала буйлап йөрөйбөҙ. Баҙар урамдарында... – унан эҙләйәсәк кешеһенең хәрби кейемдә булыуын да иҫләп өҫтәне, — Казармалар тирәһендә...
Был көн эҙләнеүҙәре емешһеҙ булды. Икенсе...өсөнсө көндө лә. Аҙна тигәндә лә... Һуңғы көндәрҙә күңелен шикле уйҙар ҙа тырнай башланы: Ә, бәлки, ул булмағандыр... бәлки, яңылышҡандыр... Шулай ҙа, һәр көн иртән, хужабикәһе тороп сыҡҡанға тиклем, ҡала урамдарын ҡыҙырырға, баҙар көндәре тирә-яҡты бер һөҙөп ҡайтырға ғәҙәтләнде Екатерина.
...Хужаларҙың сираттағы шау-шыулы ҡунағынан һуң йортто йыйыштыртыу менән мәшғүл сағы ине экономканың, дворецкий килеп хәбәр һалды:
— Һеҙҙе тышҡы ҡапҡа төбөндә көтәләр.
— Ит алып килгән крәҫтиәндәр булһа тура келәткә үткәрегеҙ,– тип күрһәтмә биргәйне, дворецкий кеселекле баш эйеп һаман үҙенекен тылҡыны:
— Ит алып килеүселәр түгел. Был кеше шәхси йомош менән килгән. Тап һеҙҙе генә саҡыртыуҙы һораны.
Шул ваҡыт ҡапыл күкрәгендә нимәлер ҡыҫып алды ла, йөҙө ағарҙы ҡатындың. Тын алыуы ауырайғандай, һауа етмәй башлағандай булып, өҫкө тәймәләрен ысҡындыра-ысҡындыра тышҡа ашыҡты.
— Мөмкин түгел... Булыуы мөмкин түгел... – баҫҡыстарҙан нисек төшкәнен дә, артҡы ишектән урам ҡапҡаһы тәңгәленә барып сыҡҡанын да тойманы, атылып килгән йөрәген тынысландырырға тырышып шулай шыбырланы ла шыбырланы. Ялан күлдәк, өй туфлийында булыуын һалҡын ҡурып алғас ҡына аңланы. Ҡар көрәгән дворниктар уға аптырап ҡараны. Ҡапҡаға еткәс, аҙ ғына икеләнде лә, башта суҡынырға уйлап бармағын маңлайына төрттө, унан ҡулын йәһәт тартып алып, ауыҙ эсенән өс тапҡыр “Бисимллаһиррахмани-ррахим” тип ҡабатлағас, асып ебәрҙе. Ҡапҡа аръяғында арты менән торған кеше, тимер шығырлаған тауышҡа боролоп ҡараны. Был теге баҙарҙағы ир ине.
— Здрави желаю, — тип яҡын килде, ҡатындың йөҙөнә төбәлеп баҡты. Ҡарашында аптырау ҙа, һорау ҙа, тағы әйтеп аңлатҡыһыҙ әллә ни сатҡылар сағылды уның.
— Һау... мыһығыҙ... – Екатерина ла уға төбәлеп ҡалды.
— Мин һеҙҙе... теге көн күргәндә... танығандай... — ир тотлоҡҡандай булды ла, ҡапыл башҡортсаға күсте: — Шәмсеҡәмәр... был һин бит?
Ҡатын ирҙең ҡосағына ҡоланы ла, иҫен дә юйҙы.

Иҫенә килгәндә бүлмәһендә, үҙ карауатында ята, күҙен асыу менән уға Анна Дмитриевна эйелде:
— Катенька... ҡәҙерлем. Һинең уянғаныңды көтәбеҙ.
Екатерина тороп ултырырға теләп ынтылды, ян-яғына ҡарап эҙләнде. Хужабикәһе уға стакан менән һыу һуҙҙы ла, серле йылмайып ишеккә китте. Тотҡаға үрелгәс, боролоп ҡараны:
— Тағы иҫеңде юйма инде. Былай ҙа ҡото алынды. Индерәм.
Анна сығып китеүгә, һаҡ баҫып Ҡазыхан инде. Инде лә ишек төбөндә тапана биреп торҙо.
— Әйҙә... үт, — башҡортса өндәшкәне үҙ ҡолағына сәйер булып яғылды Екатеринаның. Туған телендә һөйләшмәгәненә лә күп йылдар булған бит. Онотоуға онотмаған, уйынан сыҡҡаны ла юҡ, тик өндәшеп өйрәнмәгән, был йәмғиәттә, был өйҙә уның теле берәүгә лә кәрәкмәй.
Ҡазыхан карауат янына килеп торҙо. Аяҡтарын төшөрөп урын ситендә ултырған ҡатын, ҡалҡынып торорға ҡыйманы, тағы ҡолап ҡуйыуҙан ҡурҡтымы, эргәһенән урын күрһәтте. Бер килке шымып йәнәш ултырҙылар. Икеһенең дә йөрәктәре генә дөпөлдәне. Ахырҙа Ҡазыхан Екатеринаның тубығында ятҡан ҡулын алып усына ҡыҫты. Ниндәйҙер яҡынлыҡ, аралағы күҙгә күренмәҫ ваҡыт ҡоймаһын емерерлек бер ым кәрәк ине. Ҡатындың быны эшләй алмаҫын аңлаған ир, уны яурындарынан тотоп үҙенә борҙо ла, күкрәгенә ҡыҫты. Екатерина уның түшенә йөҙөн йәшерҙе. Был ҡулдарҙы, был ир еҫен, был яҡынлыҡты ул бит таный... онотмаған. Аҙыраҡ өйрәнгәс, ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, киң арҡаһы, олпат яурындары буйлап үтте, һаҡал-мыйыҡлы сикәләрен, кәпәс аҫтында баҫылып тәпәрләнгән сәсәтен һыпырҙы. Йөҙөнә, күҙҙәренә төбәлеп-төбәлеп ҡараны. Ир ҙә уның маңлайына, танауына, нәфис эйәк һыҙатына ҡағылды, урап-һыҡтырып ябынған яулығын сисеп түбәгә төрөп ҡуйылған толомдарын төшөрҙө, уларҙы тотоп-тотоп еҫкәне, сикә-муйын тирәһендәге ут эҙен бармаҡ һырты менән һыпырҙы, йөҙ-төҫөнөң һәр өлөшөнә йотлоғоп-йотлоғоп баҡты.
— Шәмсеҡәмәр... был бит һин? – тип һаман бер һорауын ҡабатлай ир.
— Мин... Ә һин? Мине йортонда ҡалдырып киткән... Ҡазыханмы?
— Эйе. Һинең ирең Ҡазыхан.
— Ирем?.. – был һүҙҙе лә тәүгә ишеткәндәй, барыһы ла сәйер, бик сәйер...
— Эйе. Мин һине алырға килдем.
— Алыр-ға... Нисек таптың мине?
— Һинең хужабикәңде таныған кешеләр булды. Үҙеңде лә баҙарҙа иҫләүселәр табылды. Һорашып... төпсөнөп, эҙләп... таптым.
Әлеге хәлгә, халәтенә ышана, ҡаршыһындағы ирҙең әйткәндәрен яҡшылап аңлай алмай Екатерина... Екатерина? Кем ул хәҙер? Кем буласаҡ ары? Ниндәй ғүмер, ниндәй исем менән йәшәйәсәк?
— Ҡазыхан... Һин ҡайҙа булдың улай оҙаҡ?

— Ҡазыхан... Һин ҡайҙа булдың улай оҙаҡ?
— Мин хеҙмәттә булдым, һылыуым, батша хеҙмәтендә.
— Шулай оҙаҡ... Егерме... нисә йыл? – ҡатын үҙ алдына һөйләнгәндәй шыбырлап ҡына һорай.
— Егерме өс йыл булды, Ҡәмәр. Беҙҙең айырылышҡанға егерме өс йыл тулып үтте. Үҙе бер ғүмер...
— Ә мин йылдар һанын юғалттым... Оҙаҡ, ныҡ оҙаҡ йәшәйем һымаҡ...
— Ҡәмәр, — Ҡазыхан һүҙҙәрҙе һайлап ҡына алырға тырыша, — Һин нисек тере ҡалдың? Мин ике йыл илдәмен инде. Бындағы хәлдәрҙе ишетеп белә инем, әммә ул хәтлем үк аяныстыр тип уйламағайным. Ауылда... Ауыл урынында булдым... Унда... йәш сауҡалыҡ ҡалҡып килә. Зыярат ҡалған...
— Ауылдан беҙ Еҙбикә менән икәү генә сығып киттек. Башҡаларҙың барыһы ла... беҙҙең балалар... ҡайным... ҡәйнәм... еңгәйҙәр... шунда ҡалды... ут эсендә...
Ҡазыхандың эске көсөргәнеше ҡатындың ҡулын ҡыҫҡан бармаҡтарында ғына белденде:
— Улым... Бурансым... ҡурҡтымы?
— Мин йылғанан йүгереп килгәндә, ҡайным һалдаттарға ҡаршы сыҡҡайны. Уны сәнстеләр... Ҡәйнәм... бәләкәстәр менән өйгә бикләнде... Яндырҙылар...
— Еҙбикә ҡайҙа? Һинең менән түгелме?
— Еҙбикә юҡ... Һәләк булды. Беҙ уның менән башта Өфөлә инек, ул шунда...ҡалды.
— Һин нисек... былай?
— Минме?.. Мин Анна Дмитриевна ҡулына тура килеп кенә тере ҡалдым. Башҡаса... ул хәлдәрҙән һуң... Мине йәшәтерлек сәбәптәр булды, Ҡазыхан. Уларҙы һиңә яйлап...
Анна Дмитриевнаның улдары тураһындағы тарихты бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәҫкә ант иткәйне Өфөнән сығып киткән көндәрҙә Екатерина. Анна, үҙ сиратында, иренең үлем сәбәптәрен һәм ул төндә булған хәлдәрҙе үҙе менән ҡәбергә алып китергә тип һүҙ биргән. Әлегәсә шул килешеүгә тоғролар. Ҡатын шуға телен тешләне.
— Ниндәй сәбәптәр?
— Ҡазыхан...
Ир ҡапыл өҙә һораны:
— Һин әллә ирҙме?
Екатерина аптырап китте:
— Ю-уҡ...
Ҡазыхан еңел тын алып ебәрҙе:
— Тимәк... беҙ һаман да ирле-бисәле.
Екатерина ысынбарлыҡҡа ҡайтҡандай булды:
— Беҙ... Мин... Анна Дмитриевнаның крепостной крәҫтиәне... Мин... суҡындырылған... христиан динендә. Исемем дә Шәмсеҡәмәр түгел... Екатерина мин... күптән... онотҡанмын инде ҡасандан...
— Ике йыл элек, Өфөлә саҡта беҙҙең волостан алып киленгән башҡорттарҙы эҙләгәйнем. Ауылдаштарҙы ла таптым хатта... Барыһы ла суҡындырылған... балалар ҡайҙан, кем икәндәрен дә белмәй үҫкән.
Ир менән ҡатын тағы ла бер әмәл һүҙһеҙ ҡалып, һәр кем үҙ уйҙарына батып ултырҙы. Ахырҙа тағы ла Ҡазыхан беренсе булып телгә килде:
— Берәй яйы булыр... Бушҡа ғына беҙҙе ҡабаттан осраштырмағандыр Хоҙай тәғәлә.
— Нисек булыр икән, Ҡазыхан? Ҡалайтырбыҙ хәҙер?
— Хәҙер... хужабикәң менән һөйләшермен. Һине килеп күреп йөрөргә рөхсәт һорармын. Мин ҡала ситендәге хәрбиҙәр ауылында йәшәйем, хеҙмәттәмен. Киләһе аҙнала, барин ҡайтҡас, уның менән осрашырмын. Моғайын, берәй нәмәһен хәл итербеҙ...
— Хайран булырһың... Ике айҙан Анна Дмитриевна кейәүгә сыға. Буласаҡ ире Кавказ яғында, хеҙмәт иткән ерендә йәшәй. Туйҙан һуң ул да шунда күсәсәк һәм мине лә үҙе менән алырға тейеш ине.
— Нисек? Китергә йыйынаһыңмы?
— Инде... юҡ. Һине күрмәһәм, әгәр, теге мәл... Күсеп китеп барһам... Ҡазыхан, беҙ был ғүмерҙә күрешмәҫ тә инекме икән? Әле шуны уйлап... башым етмәй.
— Борсолма, Ҡәмәр. Бынан ары беҙ юғалмаҫбыҙ. Мин һине хәҙер ҡалайтһам да ҡайтарып алам... Ҡалайтһам да.

Артабанғы айҙарҙа Ҡазыхан ялға сыҡҡан һайын Готовтың йорто янында пәйҙә булды. Уны унда ашҡынып Екатерина көтөп торҙо. Ир менән ҡатын йә бүлмәлә һөйләшеп ултырҙылар, йә йәнәш атлап ҡала урамдарын ҡыҙырҙылар. Тик уларҙың бергә булыу мәсьәләһе ҡапыл ғына хәл ителмәне. Дөрөҫөрәге, бөтөнләй хәл ителмәй торғандай булды башта. Дмитрий Ярославович, ҡыҙы Аннаның һөйләүенән, Екатеринаның кем һәм ҡайҙан булыуын яҡынса белә ине. Тик был мәғлүмәтте башҡа ялсылар ишетмәҫкә тейеш, тип тыйғайны. Әле килеп, шул ҡатынды, әллә ҡасан айырылышҡан һәм донъяла барлығын да белмәгән ире эҙләп тапҡан, имеш. Һәм ысынлап үҙен ҡатындың иремен тип танытҡан хәрби килде, ҡатынын кире ҡайтарырға теләүен белдерҙе. Ысынында Екатерина, ҡыҙына вафат булған ире Светозаров исеменән күскән милек, үҙе нисек теләй, шулай итә ала. Хатта крепостнойлыҡ тамғаһын алып ирек тә биреп ебәрә ала. Әммә бында икенсе һорау – ике диндәге кешеләрҙе нисек итеп бер ғаилә – ирле-ҡатынлы итеү тигән өлөшө аңлашылып етмәй. Сиркәү патриархына ярҙам һорап һорап мөрәжәғәт иткәйне Дмитрий Ярославович, ҡырҡа кире яуап алды: “Христиан динле ҡатын бер нисек тә мосолман кешеһенең ҡатыны була алмай” тигән аңлатма бирҙе сиркәү. Ҡарт дворянин, ҡалала хөкүмәтендә ниндәй генә дәрәжәле урын тотҡанда ла, сиркәүгә ҡаршы бара алмай ине. Шунлыҡтан уға быларға әлеге яҙманы тоттороуҙан башҡа сара ҡалманы.
Беренсе ынтылыш уңышһыҙ булһа ла, Ҡазыхан бирешергә, артҡа сигенергә теләмәне. Ул, барлыҡ йыйған жалованиеһына адвокат ялланы ла, Петербург ҡалаһы судына мөрәжәғәт итте. Бындай эшкә яҡлаусыһын да табыуы ҡыйын ине, ярай, Дмитрий Ярославовичтың үтенесе менән ризалашты берәү. Тик ул да нимәлер сығара алыуҙарына өмөт бирмәне. Һәм шулай булды ла. Батша хөкүмәтенә ҡаршы ихтилалға күтәрелгән халыҡтың әлеге хәлгә ҡағылышлы мәсьәләһен көлкөгә күтәрҙе судьялар. Улар был һорауҙы әҙәпһеҙлек, хатта тупаҫ ҡыйыулыҡ тип тапты. Әммә Ҡазыхан өсөн был инде булдырыу-булдырмау түгел, ә йәшәү-йәшәмәү өсөн көрәш ине. Ул үҙенең егерме өс йыл “ышаныс һәм хаҡлыҡ менән” батшаға хеҙмәт итеүен, Рәсәй дәүләтен яҡлап ете йыл поляк ерендә, биш йыл Прибалтикала һуғышыуын, туғыҙ йыл сик һаҡлауын һәм бында ҡайтҡас өсөнсө йыл запастағы хәрби көс составында булыуын теҙеп яҙҙы. Екатеринаның да хужабикәһенән, уның егерме йыл ғаиләнең тоғро хеҙмәтсеһе булыуын, ҡасандыр эшләнгән “хаталарын” тир һәм хеҙмәт менән таҙартыуын, бөгөнгө көндә тыңлаусан һәм күндәм христианка икәлеген тәфсирләтеп ҡағыҙға төшөртөп алды. Һәм, ошо ҡығыҙҙар менән, уларҙың эшен ҡабаттан ҡарауҙарын һорап, Юғары дәүләт закондар сығарыу, үтәтеү һәм суд хакимлығы органдарына – идара итеүсе Сенатҡа барҙы. Сенат өсөн дә был мөрәжәғәт ҙур яңылыҡ булды. Хаким итеүселәр төркөмө икегә бүленде. Беренселәре “ихтилалсы, боласы халыҡты шаштырыу ҡәтғи тыйыла” тине, икенсе яғы “мөрәжәғәт итеүселәр шәхсән ихтилалда ҡатнашмаған” тип яҡланы. Тауыш ҡупты. Оло шау-шыу менән барған беренсе ултырыш аныҡ ҡына ҡарар сығара алманы. Ҡазыхан был асыҡланмаған яуап менән тағы ла Готов йортона килде.
— Ҡазыхан, әгәр килеп сыҡмаһа... беҙгә күрешеүҙе лә тыйырҙар микән? – тип өҙгөләнде Екатерина.
— Ул хаҡта уйлама. Һиңә әллә бында ҡырын ҡарайҙармы?
— Юҡ та... Анна Дмитриевна беҙҙең өсөн борсолоп тора. Атаһы баринды ла туҡтауһыҙ тартҡылай. Тик улар ҙа көсһөҙ бит, күрәһең.
— Һин генә өмөтөңдө өҙмә, йәме, Ҡәмәр? Ышан миңә, ишетәһеңме? Берәй яйы булырға тейеш. Ыңғай яғы сығыр. Ил өсөн ҡанын түккән яугирҙың һүҙен ишетергә тейеш улар... һәм ишетәсәктәр ҙә!

Тағы ла дүрт айҙан ғына йыйылған Сенаттың икенсе ултырышы ла бик ғауғалы барып, ике көнгә һуҙылып, мөрәжәғәт итеүселәр яғын алыусыларҙың еңеүе менән тамамланды. Унда ла сиркәүҙең шартын ҡабул итеүҙән генә өҫкә сыҡты ҡарарҙары. Ә сиркәү былай тине: христиан динендәге ҡатынға тик христиан динендәге ир генә өйләнә ала. Ҡазыханды шул залда уҡ христианлыҡҡа ауҙарып суҡындырҙылар. Бынан һуң ғына Екатеринаның крепостнойлыҡтан азат ителеүе тураһындағы ҡағыҙы үҙ көсөнә инде. Аҙаҡ поп был ир менән ҡатынды ирле-ҡатынлы итеп бәйләп ҡуйҙы. Тағы ла һуңғараҡ, ҡатынын Готов йортонан етәкләп алып сығып киткәс, Петербургта хеҙмәт итеүсе мосолман хәрбиҙәренең муллаһы булған адығый-черкес хәҙрәте уларға йәшерен рәүешә никах уҡыны. Шул кисте был икәү, ҡабаттан Ҡазыхан менән Шәмсеҡәмәр булып, ҡаланың иҫке генә бер хәрбиҙәр карауанһарайы бүлмәһендә ҡауышты.
Ҡатынын Ҡырҡтытау аша алып ҡайтып бара Ҡазыхан. Тауҙар мөһабәтлегенә һоҡланып, урман һиллеген тыңлап, үҙәк шишмәләренең сылтыр һыуын ауыҙлап, ҡабаланмай, хисләнеп, уйланып киләләр. Тау үренә менеп еткәс туҡтатты ир: ошонда ҡунып китәйек тине. Ҡатыны усаҡ тоҡандырып тамаҡ ҡайғыртты. Ҡазыхан уның ут тирәһендә мәшәҡәтләнеүен ҡарап-күҙәтеп ятты ла, һорап ҡуйҙы:
— Никахтан һуң ошо ерҙә йоҡлап ҡалғайныҡ... иҫләйһеңме? – уның тауышындағы һағышты аңғарып ҡалған ҡатыны “йәлп” итеп ҡарап алды:
— Шул урынмы ул? – Ә бит үҙе шул ҡөҙрәтле төндө аҙ хәтеренә алып иламаны.
— Шул...
— Бына, яҙғас, тағы килдек... ҡайта алдыҡ бәхетле еребеҙгә.

Иртәнсәккә тауҙың асыҡ яғына ауҙылар. Аҫта таҫма булып борғоланған йылға ялтырап күренде.
— Ана-а... ауыл урыны, — Ҡазыхан ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып ҡарап торҙо ла, йылға ярын баҫып алған сауҡалыҡҡа төртөп күрһәтте.
— Эй... бахыр ауыл... көлгә ҡалған ауыл... Хәтерләүсе лә юҡтыр инде һине...
— Ут хәтере яҡшы... ул онотмай. Беҙ ҙә онотмайбыҙ...
— Ут хәтере? – Шәмсеҡәмәр иренә ҡыҙыҡһынып ҡараны, — Нисек ул ут хәтере?
— Ут үҙен үскә тотонғанды яратмай, тип һеңдергән беҙгә олатайҙар. Үҙен яуыз уй менән тоҡандырғанды, үрт һалғанды ныҡ хәтерләп ҡала икән ут... һәм язаһын бирә лә.
Ҡатын нимәнелер иҫләп, уйлана биреп баш ҡаҡты:
— Бирә... беләм.
Бер-береһен артыҡ һүҙһеҙ ҙә аңлаған ҡараштар осрашып алды.
— Ана-а, зыярат ҡарайып тора! Шул тәңгәлдән аҫҡараҡ төшөп нигеҙ һалырбыҙ. Ата-баба төйәгенән алыҫ китеп булмаҫ, — Ҡазыхан ял тамамлауын белдереп ҡалҡынды ла, тоғон арҡаһына аҫты. Унан ҡапыл күңеле күтәрелепме, дәртләнепме ҡатынына ҡайырылып баҡты:
— Йүгерәбеҙме?
Үҙе тотто ла аҫҡа атылды. Ҡатыны ла күп уйлап торманы:
— Йүгерәбеҙ!
Ирле-ҡатынлы, йәш егет менән ҡыҙ шикелле булып, кәзә һуҡмағынан тау түбәнгә ҡарай йомолдолар. Үҙҙәре әлеге ҡылыҡтарынан мәрәкә табып шрҡылдап көлдөләр. Шат тауыштары ҡаяларға бәрелеп ҡаҡлыҡты ла, шаңдауыҡ булып таралды:
— Ҡазыха-ан! А-ай!.. Ҡолайы-ым! Тот мине! То-от!А-ах-ха-ха-ха!
— Кил! Ҡурҡма! Ҡәмә-әр-йәнем! Йүге-ер! Тота-ам...

Автор Миләүшә Ҡаһарманова.

 

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас