Гөлшаттың тормошо еңелдән булманы. Яратып сыҡҡайны ул Рәмилгә. Ҡалаға сығып китеү хыялы булһа ла, ауылда төпләнеп ҡалды, сөнки ире хужалыҡҡа механизатор булып урынлашҡайны. Тәрбиәсе һөнәренә уҡып сыҡҡан Гөлшатҡа ла эш тиҙ табылды.
Рәмилдең олоғайған әсәһенең йортонда донъя көтөп алып киттеләр. Бер-бер артлы тыуған дүрт сабыйҙары йәштәрҙең донъяһын йәмләне, тормош мәғәнәһен арттырып ебәрҙе. Икеһе лә донъя көтөүгә тырыш булғас, тормоштары алға барҙы. Тиҙҙән яңы йорт һалып сыҡтылар. Ҡулдан булһа ла, трактор алып ебәрҙеләр.
Мәңге шулай бәхетле йәшәрҙәр һымаҡ ине Гөлшатҡа. Үкенескә күрә, донъяларына йәшел йылан эйәләште. Көтмәгәндә, уйламағанда.
Ауылда механизаторға һорау ҙур. Яҙғы осор башланһа, халыҡ бәрәңге баҡсаһын һөрҙөрә. Эштән баш тарта белмәгән, кеше үтенесен кире ҡаға алмаған Рәмил үҙенең мәшәҡәттәрен артҡа ҡуйып ауылдаштарына ер һөрҙө. Кемдер аҡса бирә, күптәре ашатып-эсереп сығарыу менән сикләнә. Кешенән аҡса һорай белмәгән ир йыш ҡына эсеп ҡайта башланы. Йәй етһә, кешегә бесән эшләшергә йөрөнө.
Тора-бара һыйланып ҡына йәшәү оҡшап китте Рәмилгә. Әсәһенең дә, ҡатының да тәнҡитен ҡабул итергә лә теләмәне. Иртәнсәк ауырып эшкә бармауҙары йышайғандан-йышайҙы һәм тиҙҙән бөтөнләй эшен ташлап ҡуйҙы.
Эсмәгән сағында өйөндә эшен дә башҡара, балалары өсөн өҙөлөп тора ла бит. Тик бер аҙ ваҡыт үтеү менән тамағы эске һорай башлай. Уны бер нисек тә тыйып булмай. Башы сатнап ауыртҡан мәлдәрендә бер нимә лә күргеһе килмәй. Асыуын яҡындарына сығара. Әрләшә, холоҡһоҙлана.
Ярай әле ике өй аша ғына хәмер һатыусы класташы Хәлил бар. Үҙе бер тамсы эсмәһә лә, Рәмилдең хәлен аңлап тора. Рәмил аҡсаһы булмағас, уға йә ит, йә көнбағыш майы, хатта сәйгә, йомортҡаға, өйҙәге яңы әйберҙәргә тиклем илтеп бирә.
– Сабыйҙарыңдың ризығын кешегә ташырға, эскегә тығырға нисек оялмайһың? Сентябрь етеп килә. Балаларыңа мәктәпкә әйбер алырға кәрәк. Аҡса эшләү урынына өйҙәгеһен ташып эсәһең, – тип ҡатыны күпме генә әрләп ҡарамаһын, ирен үҙгәртә алманы.
Ә бер көндө Рәмил хәмер һатыусыға үҙенең бер һарығын индереп бирҙе. Бурысы бик күп йыйылып киткәнйне шул. Килер аҡсаһы юҡ. Тегеһе лә түҙҙермәй. “Бурысыңды ҡайтамаһаң, башҡаса эске һорап килмә”, – тип өтөп алып бара.
Эске һатып ятҡан Хәлил байығандан-байый барҙы. Йортон заманса материал менән көпләп ултыртты, мунсаһын яңыртты. Элекке машинаһын бер бөртөк улына бирҙе лә үҙенә яңыны алып ебәрҙе. Ҡатыны менән йыл һайын рәхәтләнеп сәйәткә йөрөнөләр.
Ә был ваҡытта Гөлшат осто-осҡа ялғап йәшәне. Балаларына кейемен дә, ашарын да хәстәрләне. Етмәһә холоҡһоҙлана барған ирен көйләне. Ҡәйнәһе лә ҡартая килә йыш ауырый башланы, ул да бала көнлө булып бара ине.
Иренең эскегә мауығыуына уның үҙенең генә ғәйепле булыуын белһә лә, хәмер һатҡан Хәлилгә ҡайһы саҡ ныҡ асыуы килде. Рәмилдең тамаҡҡа һатылғанын белеп, Хәлил йыш ҡына үҙенең хужалығындағы ауыр эштәрен эшләтеп эсереп сығарыр ине.
– Эшеңде эшләткәс, нишләп уға аҡсаһын бирмәйһең. Балаларға былай ҙа аҡса еткерә алмайым бит. Нишләп Рәмилде эсерәһең? – тип кереп күҙ йәштәренә быуылып әйтеп сыҡҡаны ла булды Гөлшаттың.
– Һинең иреңде кем көсләп эсерә? Уның ауыҙына һалмайым. Тамағына хужа түгел икән, үҙе ғәйепле, – тип мыҫҡыл итеп көлөп ҡалды Хәлил.
Рәмил тиҙҙән эскеһен ташлар, тип оҙаҡ көттө Гөлшат, ләкин йәшел йылан бер эләктергәс, ҡабат ысҡындырманы.
–Мин тыйыла алмайым. Көсөм етмәй. Эскене ташларға теләгем дә юҡ, – тип асыҡтан-асыҡ әйтте Рәмил.
Түҙҙе Гөлшат. Хатта эсеп иҫереп өйгә ҡайтмай ҡалған мәлдәрендә лә сабыр итте. Шулай тартҡылаша-тартҡылаша донъя көтөп балалары ла үҫеп таралышты. Һәр береһе үҙаллы йәшәй башланы.
Аҡсаның ҡәҙерен белеп, ауырлыҡты күреп үҫкәс, балалары изгелекле булды. Мөмкинлектәре булған һайын өйгә ҡайтып ярҙам итергә тырыштылар, күстәнәс-бүләктәрен дә йәлләмәнеләр. Ләкин береһе лә, бер генә тапҡыр ҙа өйгә күстәнәс итеп араҡы тотоп ҡайтманы. Эскегә ҡарата нәфрәт уларҙың күңеленә ныҡ уйылғайны.
Хәмер һатыусы Хәлилде яман шөғөлөнән ауылдаштарының әрләүе лә, ауыл етәкселеге лә туҡтата алманы, ә бер ваҡиға был яман ғәҙәтенән баш тартырға мәжбүр итте.
Өйөндә һәр ваҡыт эске һаҡлаған Хәлилдең үҙенең улы Камилдың эскегә әүерәүе сәбәпсе булды быға. Хәмерҙең иҫәбе юҡ, үҫмер егет атаһынан урлап дуҫтарын һыйланы. Шулай итеп йәштән күңелле тормошҡа өйрәнеп китте. Һуңға табан күрәләтә таптыра башланы. Был ваҡытта ата-әсәһенең улдарын туҡтатырлыҡ көсө юҡ ине инде.
Ә бер көндө Камил иптәштәре менән эсеп ҡайтҡас, соландарында тәмәке тартҡан килеш йоҡлап китеп, ут сығарҙы. Зиннәтле йорттары янып юҡҡа сыҡты. Ярай ҙа үҙҙәре иҫән ҡалды. Хәлил әсәһенән ҡалған иҫке генә бәләкәй йортто әҙ-мәҙ төҙөкләп, ғаиләһе менән шунда йәшәп алып китте.
Был фажиғәнән һуң саҡ тере ҡалған Хәлил хәмер һатыуын ҡырт туҡтатты. Эске һатып йыйған байлығының бер бәрәкәте лә булмауын аңлатты уға тормош. Етмәһә улын да насар ғәҙәткә этәрҙе. Үҙ мәлендә нәфсеһен тыя алмағанға үкенде лә бит, тик һуң...
Ә Рәмилде яңыраҡ кесе улы үҙе менән ҡалаға алып китте. Атаһы: ”Эскенән арыным, дауаланһам, еңер инем”, - тигәс, шатлыҡтарының сиге булманы, атайҙарының йәшел йыландан ҡотолорона өмөттәре уянды. Һәр эштә һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн иң беренсе теләк, маҡсат кәрәк шул.