Иҫ киткес сибәр ине йәш сағында Фәғилә. Тулҡынланып торған ҡуңыр сәстәр, ҙур йәшел күҙҙәр,килешле буйһын. Йылмайып ҡына торған ҡыҙыҡайҙыоҡшатҡан егеттәр күп ине, тик, наҙлыҡай Саматтығына үҙ итте. Бер нисә ай дуҫлашып йөрөгәс, туй үткәреп, йәшәй башланы йәштәр. Тәүге улдары тыуғас, өй күтәрҙеләр. Матур ғына донъя көттө улар. Һауынсы булып барғайны Фәғилә, билен ауырттырҙы. Дауаханаға ятырға тура килде йәш ҡатынға. Ире ауыр эштә эшләтергә теләмәне, Фәғилә өйҙә ултырҙы, бала ҡараны. Тырыш, уңған булды ул, заказға торт-бәлештәр әҙерләне. Туйҙарға, тыуған көндәргә унан бешертергә тырышты ауылдаштары.
Тик улы Азатҡа табиптар аутизм диагнозы ҡуйҙы. Үҙ-үҙенә бикләнгән малай, һораһалар, яуап бирҙе, үҙе башлап һүҙ ҡушманы. Махсус интернатҡа бирҙеләр баланы, каникулға ҡайтҡанында өйҙә телевизор ҡарап йәки журналдар актарып тик кенә ултырыр ине сабый.
Зариф кинйәләре әсәләренә оҡшағайны, шуҡ һәм зирәк булды. Еңел уҡыны малай, көндәлегендә тик “бишле”ләр генә ине. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, нефть университетына инде, унда ла тырышып уҡыны.
Самат Себерҙә эшләне, етеш тормошона ҡәнәғәт ине атай кеше.
Барыһы ла һәйбәт кенә барғанда атай кеше бер төрлө тормоштан ялҡҡанын тойҙо. Ҡатыны ла үҙгәргән һымаҡ, элеккесә түгел. Йыуанайып киткән, күҙҙәре лә аҫыл таш балҡыуын хәтерләтмәй инде. Ҡарашы йөрәккә үтмәй, ярһыу хистәр уятмай.
Сираттағы командировкаһында ул йәш, дәртле Лиданы осратты. Йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, ярһыу хистәрҙе кисереү барлыҡ тыйыуҙарҙы оноттора ине. Ҡатыны алдында үҙен ғәйепле тоя ла бит, матурҡайҙы күрһә, бар донъяһы онотола. Йөрәге үҙен һиҙҙертә башланы, тәмәкене күп тарта шул. Һуңғы ҡайтыуында ҡатынына барыһын да әйтергә ниәтләне. Тик нисек һүҙ башларға ғына белмәне.
Лида бергә йәшәргә теләй; ҡатыны ла йәл.
Машинаһына инеп ултырҙы Самат, кеҫә телефонына үрелде. Лидочканың наҙлы тауышын ишетергә теләне.
Йөрәген ҡот осҡос ауыртыу матҡыпалды, хәлһеҙ ҡулы һалынып төштө... Ҡатыны уны эҙләп сыҡҡанда тәне һыуына башлағайны инде.
Ирҙе һуңғы юлға оҙатырға байтаҡ кеше йыйылды,барыһы ла мәрхүмдең балаларын, ҡатынын йәлләне.Дарыуҙар ярҙамында ғына йөрөгән Фәғиләнең ерләү мәшәҡәттәрен еңеләйтергә тырыштылар.
Ваҡытты иң яҡшы табип тиҙәр. Нисек кенә ауырбулмаһын, йәшәргә кәрәк. Бөтөнләй үк уңалмаһа ла,йөрәк әрнеүҙәре баҫылғандай булды. Фәғиләмагазинға эшкә урынлашты, кеше араһында әүрәне.Саматының вафатына ике йыл тигәндә Сургут яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы.
Хатта Лида исемле ҡатындың Саматтан ҡыҙ бала табыуы, сабыйҙың бер йәш тулғас, үкһеҙ етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны. Иренең хыянаты тетрәтте, унан быны көтмәгәйне.
Бер аҙна тирәһе ул аңҡы-тинке йөрөнө. Теге икәү гонаһ ҡылғандар икән, язаһын да татығандар. Аллаһы Тәғәлә ғүмерҙәрен алып хөкөм иткән. Бала яңғыҙ ҡалған.
Сабыйҙы йәлләне Фәғилә, үҙе ҡыҙ бала хаҡында хыялланды бит, төштәрендә матур күлдәк һайланы.
Баланы үҙенә алырға ҡағыҙҙар юллай башланы. Алып ҡайтҡас, балалар йортонан, үкһеҙ етем, тип таныштырҙы, иренең серен сисмәне. Иң яҡын әхирәтенә лә асылманы.
Ҡатынды иренең һуңғы көтөлмәгән бүләге – Олеся ҡыҙы шулай килеп тапты. Барыһын да хайран иткәне шул булды: ҡыҙ үҫкән һайын Фәғиләгә оҡшай барҙы. Һөйәркәне ҡатынына оҡшатып һайлаған, ахыры, Самат...
Римма ӘХМӘТЙӘНОВА, Өфө ҡалаһы.