Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурсаҡтар тегә, уйынсыҡтар бәйләй

Районда уҙғарылған төрлө байрамдарға үҙенең ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән сыҡҡан Зилә Сәғитова күптәргә яҡшы таныш. Уның үҙ ҡулдары менән бәйләгән уйынсыҡтары, сағыу сәскәләре һәм бәйләм әйберҙәре һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итә.    

Ҡурсаҡтар тегә, уйынсыҡтар бәйләй
Ҡурсаҡтар тегә, уйынсыҡтар бәйләй
Ҡыҙымдың тыуған көнөнә “Ла-ла фан-фан” тип аталған йомшаҡ өйрәкте магазиндан һатып алып бирмәйенсә Зиләнән бәйләтеп алырға булдым. Уның күңел йылыһын һәм күҙ нурҙарын ҡушып бәйләп биргән өйрәге ҡыҙымдың яратҡан уйынсығына әйләнде.
 
Шул ваҡыттан бирле Зилә Рәсил ҡыҙы менән танышып киттек. Ҡыҙ үҙенең тормошон ырғаҡһыҙ һәм энәләрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Көн һайын тиерлек ул үҙенең буш ваҡытын яратҡан мауығыуына арнай. Бына бер нисә буй, һәм оҫтаның алдында таныш биҙәктәр күренә башлай. Ә бер нисә көндән уның өйөндә яңы әкиәт геройы йәиһә ул үҙе уйлап сығарған персонаж барлыҡҡа килә.
Зилә Рәсил ҡыҙы Амур өлкәһенең Куропатино ауылында Рәмзиә һәм Рәсил Сәғитовтар ғаиләһендә тыуған һәм беҙҙең районға бала сағында уҡ ата-әсәһе менән күсенеп ҡайтҡан. Беренсе класҡа ул 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға бара. 10-11 класты гимназияла тамамлай. Зилә бала саҡтан уҡ бронхит ауырыуы менән ауырығанға күрә, бик йыш дауаханаларҙа, шифаханаларҙа ятып дауаланырға тура килә. Аллергия бронхиты диагнозын ҡуйып, Зиләгә 2-се төркөм инвалидлыҡ бирәләр.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ класташтарынан ҡалышмаҫҡа теләп, яҡшы уҡырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҫтерҙәре араһында уның йыш сирләп дәрестәр ҡалдырыуынан көлөүселәр, кәмһетеүселәр ҙә була. Тел яраһы ауыр кисерелә, шуға ла балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ кешеләрҙе ҡыйырһытмаҫҡа өйрәтеп тәрбиәләргә кәрәк, ти Зилә.
Ҡыҙҙарының һаулығын нығытыу өсөн ата-әсәһе бик ҙур тырышлыҡ һала. Рәмзиә апайҙың дарыу үләндәрен йыйыу менән шөғөлләнеүенең дә файҙаһы ҙур була. Хәҙер Зилә күбеһенсә дарыу үләндәре менән дауаланыуға күскән. Дауаханаларҙа һирәк ята башланым, ти ул.
Зилә Рәсил ҡыҙы бик тырыш һәм маҡсатлы кеше. Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтерлыҡҡа уҡығандан һуң ситтән тороп Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетына уҡырға инә. Уны тамамлап, дауалау гимнастикаһы буйынса методист дипломына эйә була. Күптән түгел ипотекаға алынған фатирының бурысын түләп бөтөүгә лә өлгәшкән.
Дүрт-биш йыл элек Зилә Сәғитова район хакимиәтенең шәфҡәтлелек фонды аша Ҡырмыҫҡалы ауылының универмагында үҙенең һәм башҡа ҡул эштәре оҫталарының әйберҙәрен һатыу мөйөшөн булдыра. Бында Зиләнең һәм йәш әсәләр Гүзәл Әминева, Гөлнара Шәриповаларҙың, Әхәт Нурышев, Айгөл Сәйфуллина, Алексей Ковалев, Гүзәл Ханафина, Әлмира Әхмәҙуллиналарҙың төрлө-төрлө матур ҡул эштәрен, сувенирҙарын һатып алырға була.
 
- Ҡул эштәре менән мәктәптә уҡыған сағымда шөғөлләнә башланым. Бәйләргә мине күршеләрем Люциә һәм Лилиә апайҙар өйрәтте. Тәүге ҡул эштәрем ырғаҡ менән бәйләгән салфеткалар булды. Артабан пинеткалар, тапочкиҙар, уйынсыҡтар бәйләй башланым.
Ә бер тапҡыр Интернетта уйынсыҡтар бәйләү буйынса мастер-класс күрҙем һәм ҡыҙыҡһынып, үҙем дә эшләп ҡарарға булдым. Беренсе тапҡыр тотонғандан уҡ, эшем ярайһы килеп сыҡты һәм был яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Төрлө милләт кейемдәрендәге ҡурсаҡтар тегергә лә уйым бар. Әле башҡорт ҡыҙыҡайын эшләнем.
Бәйләнгән әйберҙәремде күреп, таныштарым теге йәки был әйберҙе бәйләп биреүемде һорай һәм һатып алалар.
Төрлө байрамдарға, һабантуйҙарға магазинда булған әйберҙәрҙе алып сығам. Кешеләр ҡыҙыҡһыналар, оҡшатҡан әйберҙәрен һатып алалар, - ти Зилә Рәсил ҡыҙы.
Район тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Зилә Сәғитова күп тапҡырҙар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән дә бүләкләнгән.
Бәйләүҙән, баҡса эштәренән тыш, эшһеҙ торорға күнекмәгән Зилә Рәсил ҡыҙы йәш әсәләргә балаларын ҡарарға ярҙамлаша. Балалар яратҡан Зилә улар менән өйҙәрендә ултырып ҡала. Балалар ҙа уйынсыҡтар яһаған апайҙарын яратып көтөп ала.
 
- Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткән саҡтар ҙа була, ләкин балаларҙы һөйөндөргән уйынсыҡтарым, ҡул эштәрем миңә илһам һәм дәрт бирә, яңы эштәргә өндәй. Улар балаларға ғына шатлыҡ өләшеп ҡалмай, ә теләһә ҡайһы йортто биҙәй йәиһә сувенир була ала, - ти мәҡәләм геройы.
Зиләнең уйынсыҡтарын күргәс: “Була бит оҫта ҡуллы кешеләр”, - тип һоҡландым. Балаларҙы һөйөндөрөүсе, матурлыҡты тыуҙырыусы кешеләр эргәбеҙҙә күберәк булһын ине.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: