“Берҙән-бер ейәнем Искәндәрҙе ата-әсәһенән дә бигерәк беҙ, өләсәһе менән олатаһы, көтөп алдыҡ, ахыры. Һәр хәлдә миңә тап шулай тойолдо. Бәләкәстең яҡты донъяға килеү көндәрен һананыҡ: бала табыу йортонан уны ҡаршылауға улыбыҙҙан да арттырыбыраҡ, бик етди әҙерләндек олатаһы менән.
Бына бәпес өйгә ҡайтты. Үҙе менән нур-бәхет алып ҡайтты. Ошо ҡыуаныс хистәренән баш әйләнгәндәй тойолдо: башкөллө бәләкәсте тәрбиәләүгә тотондоҡ, йәш әсәй менән атай эргәһендә беҙ, йәш өләсәй менән олатай, туҡтауһыҙ өйөрөлдөк...
Әммә бер мәл бергә йәшәгән киленебеҙ менән улыбыҙҙың ғаиләһенә артыҡ “ҡыҫылғаныбыҙҙы” аңланым. Бына терһәкте генә хәҙер тешләп булмай, үҙ-ара боҙолған мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырышам.
Йәш ғаиләгә ярҙам итәм тип, артығын ҡыланғанмын икән. “Бәпесте ошолай тәрбиәләргә кәрәк”, “Сабыйҙың йүргәге ниңә бында ята?”, “Һауыт-һаба ҡасан йыуылыр икән?” тигәнерәк туҡтауһыҙ һорауҙарым менән йәш ғаиләнең хоҡуҡтарын сикләгәнмен, хатта бик ныҡ ҡамасаулағанмын. Ә мин, үҙемсә ярҙам итәм, тип йөрөгәнмен.
Иремдең: “Фәнүзә, етәр, туҡта. Йәштәрҙең үҙҙәренә йәшәргә ирек бир”, – тип әйткәненә ҡолаҡ та һалманым. Улымдың үҫкәнен, үҙаллы икәнлеген һис танырға теләмәнем. Әсәй өсөн бала һәр саҡ бәпес булып ҡала шул. Ә ейәнемдең уларҙың балаһы икәнлеген, сабыйҙың минең түгел, ата-әсәһенең яуаплылығында икәнен һис хәтергә төшөрмәгәнмен.
Бына хәҙер киленем менән улым ҡуртымға фатир аласағы, үҙҙәренең айырым йәшәргә теләгәне хаҡында белдерҙе. “Китмә, улым! Ейәнем һәм киленем менән бергә беҙҙә йәшәгеҙ. Аңланым хатамды”, – тиһәм дә, холҡо менән үҙемә оҡшаған ныҡыш балам ҡабул иткән ҡарарынан баш тартырға уйламай.
Ошо көндәрҙә йәштәр икенсе торлаҡҡа күсенмәксе. Ә миңә уларҙың шундай ҡарар ҡабул итеүе йөрәгемә уҡ кеүек ҡаҙалды, хатта ҡан баҫымым күтәрелде. Тыныс холоҡло ирем: “Мин һине иҫкәрттем бит”, – тине лә йүнләп һөйләшмәҫ булды.
Әле бына нисек кенә хатамды төҙәтергә икән, тип борсолам. Ейәнем, улым һәм киленем беҙҙең менән бергә йәшәмәһә, нимә эшләргә инде, тип көйөнәм...”
(Өфөнән Фәнүзә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: android-obzor.com