Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
27 Сентябрь 2023, 11:46

Үлгән бала өсөн - бер тин...

Һәләк булған дүрт ҡыҙҙың ата-әсәһе уны ғәфү итергә йыйынмай һәм ғүмер буйы төрмәлә ултырһа ла, үс ҡанмаясаҡ, тигән фекерҙә.

“Честно говоря” телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, телепроект редакцияһына 2022 йылдың йәйендә Баҡалыла юл фажиғәһендә һәләк булған ҡыҙҙарҙың әсәләре мөрәжәғәт иткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ҡурҡыныс авария 18 июлдә  булды. Таңғы 04.40 сәғәттә “Ауди А5” маркалы автомобилгә иҫерек килеш идара иткән водитель Марс Г. билдәләнгән тиҙлекте арттырған, ҡаршы һыҙатҡа, юл ситенә барып сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ул дүрт йәш ҡыҙҙы төкөтә, уларҙың береһе бәлиғ булмаған. Йәйәүлеләр алған йәрәхәттәрҙән авария урынында йән бирә.

Тәүге инстанция суды уны 13 йылға иркенән мәхрүм итте һәм һәр ҡыҙҙың ғаиләһенә берәр миллион һум күләмендә компенсация түләргә билдәләне. Ваҡыт үткәс, Юғары суд уның срогын 11 йылға тиклем кәметте. Әле иһә ғәйепле егет кассация ялыуы яҙған һәм язаны йомшарттырып, дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү урынынан колонияға күсмәксе. Шулай уҡ компенсация күләмен һәм йәнә хөкөм срогын кәметергә уйлай.

Был турала белеп ҡалған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе шок хәлендә. Иҫерек килеш бер юлы дүрт йәш ғүмерҙе ҡыйған кешенең хҡкөм срогын кәметергә теләүен оятһыҙлыҡ тип иҫәпләй улар. Йәнә шуныһы, улар үлгән балалары өсөн компенсация ала башлаған: кемгәлер - бер тин, кемгәлер алты тин аҡса килгән. Иң ҙур түләү 18 һум 74 тин булған.

Әсәйҙәр былай мыҫҡыллау тип ҡабул итә. Күңел яраларын ҡуҙғатҡансы, бөтөнләй түләмәһен ине, тигән фекерҙә.

Әйткәндәй, суд ваҡытында егет ғәйебен тулыһынса таныуын әйтте һәм үкенеүен белдерҙе. Төн һайын ҡыҙҙар төшөмә инә, тине. Адвокаты уның үҙенә ҡул һалып маташыуын да әйткән. Яҡлаусыһы срокты һәм компенсация күләмен кәметергә тырыша.

Ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе уны ғәфү итергә йыйынмай һәм ғүмер буйы төрмәлә ултырһа ла, үс ҡанмаясаҡ, тигән фекерҙә.

Фото: "Честно говоря". 

Автор:
Читайте нас: