Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
10 Ноябрь 2022, 10:52

Йә – мин, йә – ул...

– Апрель айында мине бер яңылыҡ тетрән­дер­гәйне... – һүҙен башлау менән һөйкөмлө ҡатындың күҙҙәре йәшкә тулды. Ул тәрән итеп тын алды ла, һүҙен дауам итте:– Хәйер, ул тарихты ишетеп, барыһы ла шаҡ ҡатҡандыр: 21 йыл элек Сибайҙа йәшәгән ҡатын үҙенең 11 йәшлек малайын урманға, миндек бәйләргә, тип алып бара ла, халаттың билбауы менән быуып үлтерә. 

Йә – мин, йә – ул...
Йә – мин, йә – ул...

Ҡатынды был ҡот осҡос аҙымға ире, бәхетһеҙ малайҙың үгәй атаһы, этәрә. Этәреү генәме, малайҙан ҡото­лоуҙы талап итә, өгөтләй, янай. Һуңынан, ҡатын улын үлтереп, өйөнә ҡайтҡас, ире уға, барып күм, тип көрәк тоттора... Ә үҙҙәре, бала юғалды, тип ғариза яҙа. 16 йылдан һуң баланың һөйәктәре осраҡлы табылып, быйыл ғына уның үлемендә иң ғәзиз кешеһе – әсәһе ғәйепле булыуын асыҡланылар. Ҡәбәхәт иргә ҡарата ла енәйәт эше асылған. Тып-тыныс йәшәп ятҡандар, уртаҡ бала үҫтергәндәр... Ә бит минең дә ир: “Йә – мин, йә – ул! Балаңды теләһә нишләт, үлтерәһеңме, берәй ергә олаҡты­ра­һыңмы... Бер үҙең генә ҡайтһаң, ин­дерәм!” – тип төн уртаһында урамға ҡыуып сығарғайны. Бер туҡтауһыҙ ила­ған йәш ярымлыҡ ҡыҙсығымды күкрәгемә ҡыҫып, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, әллә, ысынлап та, ҡалдырайым да китәйемме берәй ерҙә, тип алйып йөрө­гәнемде оноторлоҡ түгел... Ноябрҙең шыҡ­һыҙ төнө ғүмерлеккә күңелемә уйылған...
Мин  балалар йортонда үҫтем. Атай-әсәй эсте, уларҙың айыҡ сағын иҫләмәйем дә, шуға ла уларҙы ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеп, беҙҙе балалар йортона бирҙеләр. Тәүҙә уларҙы һағынып илаша торғайныҡ, аҙаҡ хөкүмәт балалары булыуға күндек. Уларҙың үлгәнен белгәс, күҙ йәшен түкмәнек... Балалар йортонда өлкән ҡыҙҙар, ҡыҙыҡ күреп, мине эсергә, тартырға, башҡа алама нәмәләргә өйрәтте. Үҫмерлек осоронда һыртҡы яҡтағы кәртә ярығынан ҡасып, оло юл ситендәге кафеға бара торғайныҡ. Шунда шоферҙар беҙҙе, үҫмер ҡыҙҙарҙы, һыйлай, бушҡа түгел инде... Бәләкәй саҡтан матур ғына булдым. Ҡашым, керпектәрем ҡап-ҡара, ирендәрем ҡуйы ҡыҙыл төҫтә ине. Беренсе синыфҡа уҡырға барғас, хатта уҡытыусы, иренеңә буяу һөрткәнһең, тип асыуланып, һыулы таҡта сепрәге менән иренемде ауырттырып ышҡып, һөртөп маташҡайны. Аҫҡы иренем ҡанап киткәнсе... Ирендәремде күрһәтмәҫкә тырышып, эскә йомоп йөрөү ғәҙәте шунан ҡалды. Бер шофер мине иркәләтеп, телен боҙоп, “матуҡас” тип атағайны, шул ҡушамат йәбеште. Аҙаҡ балалар йортоноң диуаналары “матуҡас”ты ҡыҫҡартып, “матка” тип ҡалдырҙы. Кәмһетеп көлөргә тағы бер сәбәп таптылар... 
Балалар йортонда йәшәп, тулы булмаған урта белемде уртаҡул ғына мәктәптә алғас, һөнәрселек училище­һында уҡыным. Хөкүмәт йортонда беҙҙең сәстәрҙе бер иш итеп ҡыҫҡа алдылар бит инде, училищела ауылдан килгән ҡыҙҙарҙың толомдарын күреп, уларға көнләшеп ҡарап, үҙем дә сәс үҫтерә башланым. Уҡыу йортон тамамлар саҡта сәсем ярайһы ғына оҙон, ҡалын ине. Миңә “сиған ҡыҙы” тигән яңы ҡушамат таҡтылар. Балалар йортонан таныш өлкән ҡыҙҙар менән тегендә-бында һәптәнләп йөрөп, ауырға ҡалдым. Уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйынса мине эшкә ҙур ҡалалағы заводҡа ебәргәйнеләр, баланы шунда барғас таптым. Тәүҙә бәпесте бала табыу йортонда ҡалдырам да ҡуям, тип вайымһыҙ ғына йөрөһәм дә, ҡалдыра алманым – ҡыҙым шундай матур ине! Йөҙөнә  ҡарап, еҫен еҫкәп туйғыһыҙ. Шәфҡәт туташы: “Ҡалдырыр булһаң – имеҙмә, эҫенерһегеҙ бер-берегеҙгә, аҙаҡ ташлауы ҡыйын булыр”, – тине. Ләкин имеҙгем килде. Етмәһә, шунда уҡ һөтөм төштө лә ҡуйҙы. Һөтөм күп булды. Имеҙеп тә, һауып та бөтөрлөк түгел. Ҡайһы бер ҡатындар, күкрәгеңде ҡыҫып бәйлә, тигән булды, йәнәһе лә, шулайтһаң, һөт кәмей. Ҡыҫып бәйләрлек тә түгел, һөт атылып-һытылып сығып бара! Кинәнеп имеҙҙем баламды. Ҡыйын булһа ла, үҫтереп ҡарайым әле, тип уйланым: “Үтә ауыр була башлаһа, сабыйҙар йорто бар бит...”  Мин 19 йәшемдә шулай аңһыҙ инем ул, әйтерһең дә, балам – уйынсыҡ. Йәнәһе лә, уйнап туйһам, баш тартырмын.
Заводтың бер барагында балалы ҡатын янына урынлаштырҙылар, уның ире үлгәйне. О, ул ҡатындан аждаһа йәйәүләп ҡасыр ине, бигерәк ғауғасыл, ғәйбәтсе, эт булды, беҙҙе ҡыҫырыҡланы. Тик мин дә бирешмәнем, балалар йортонда үҫкән­мен бит, тешем-тырнағым менән йолҡоп булһа ла, үҙемә тейешлеһен алырға күнеккәнмен. Эт менән бесәй кеүек йәшәлде. Ул минең өҫтөмдән ялыуҙар яҙҙы, ә мин – уның өҫтөнән. Төрлө комиссияға саҡырттылар, баракка ла килделәр, тикшерҙеләр, татыу йәшәргә өндәнеләр, тик бөтәһе лә – фәтүәһеҙ. Бәпесем тыныс ҡына булып тыуғайны ла инде, ана шул утыҙ йәшлек мәскәй ҡарсыҡ ҡыҙымды ҡурҡытыпмы, сихырлапмы, балам илаҡҡа әйләнде. Бер йәше тулмаҫ борон баланы яслигә биреп, эшкә сыҡтым. Ә унда – яңы мастер. Минән күпкә өлкән, буйҙаҡ, бер бите салыш, үҙе пеләш, яп-ябыҡ. Шул миңә күҙ һалды бит. Бер көн һурғыс кәнфиттәр килтерә, икенсе көнөнә өс ҡәнәфер сәскәһе тотоп килгән була... Йомшаҡ ҡына итеп өндәшә, нимәнелер аңлатып өйрәтһә, наҙлап ҡына ҡулдарҙан тота, ҡайнар тыны елкәне өтә... Нисек ғашиҡ булғанмындыр ул ғазраилға, үҙем дә аңлата алмайым. Ата-әсә һөйөүен белмәгәс, кешеләрҙән йүнле йылы мөнәсәбәт күрмәгәс, ошо икән  бәхет, тип ҡосағына ауҙым шикелле. Яҡынлыҡта ул оҫталарҙың оҫтаһы кеүек күренде. Бала тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙ булмышым уянғанын аңла­мағанмын...
Ул миңә, әйҙә, бергә йәшәйек, тигәс, ҡыуанып, төйөнсөктәремде йыйҙым. Иғтибар итегеҙ: ул миңә өйләнешәйек, тимәне, ни бары бергә йәшәйек, тип кенә әйтте, әммә минең өсөн шул һүҙе лә ҡиммәт ине. Теге бүлмәләш мәскәйҙән шул тиклем ялҡҡайным, йонсоғайным, был ир миңә ҡотҡарыусым кеүек тойолдо. Шатлыҡтан атлап түгел, осоп йөрөнөм. 
Шулайтып, танышҡандан һуң күп тә үтмәне, уның фатирына күсеп сыҡтыҡ. Рәхмәт йөҙөнән ир алдында саҡ сәсем менән иҙән һепермәнем, йүгереп йөрөнөм, бейеп торҙом. Тиҙҙән өйләне­шербеҙ, тип ышандым. Әммә бергә йәшәй башлағас, ирҙең үтә холоҡһоҙ булыуы асыҡланды. Үпкәсел ине ғәләмәт. Юҡ-барға үпкәләп, ирендәрен турһайтып, мине ғәйепле итеп тойорға мәжбүр итеп, көндәр буйы һөйләшмәй йөрөй ала. Етмәһә, ваҡсыл, мыжыҡ килеп тороп. Ниңә был былай, ул ошолай булырға тейеш, тип минең нервыны ашай, бер ни ҙә белмәйһең, белекһеҙ, эшкинмәгәнһең, тип кәмһетә. Һәр бер тинде иҫәпләп теңкәне ҡорота. Тинде генәме?! Уның бер блокноты бар ине, шунда көн дә, ялҡауы килмәй, өйҙә нисә бөртөк картуф, нисә стакан манный ярмаһы, күпме макарон, һуған һәм башҡа аҙыҡ-түлек булғанын – бөтәһен дә яҙып теркәй. Көн дә бер үк меню. Һаман да ап-асыҡ иҫләйем: иртәнсәккә ҡыҙым менән миңә берешәр шаҡмаҡ шәкәр, икмәк телеме, уға – икешәр (ял көнөндә – ярты стакан манный ярмаһы, уныһы ла һыуҙа бешерелә). Төшкөлөккә бер стакан рожки бешерәм. Кискелеккә, әйтәйек, бер тауыҡ ботонан бешерелгән ашҡа ике генә картуф, ярты һуған әрсеп турап, бер стакан рожки һалырға тейешмен. Ул стаканды күрһәтергә лә тейешмен бит әле, йәнәһе лә, өйәмәкәй булып ҡуймаһын! Бешергән ашымды, тәмһеҙ, тип әрләй. Ҡайҙан тәмле булһын шып-шыйыҡ нәмә?! Ләкин барыһына ла түҙәм, уның ҡарауы – ул мине ярата, тиҙҙән өйләнәсәкбеҙ, минең һәйбәт булыуымды күреп, моғайын да, яҡшы яҡҡа үҙгәрер, һәм беҙ бик бәхетле йәшәп китербеҙ, тип хыялланам. Әммә яҡшыға ыңғайлар урынға, ирҙең көндән-көн холҡо боҙола, асыуы ҡабара – илаҡ ҡыҙым яртышар төн бушлай “концерт” ойоштора бит. Төрлөсә итеп әүрәтеп ҡарайым, туҡтамай илай. Ир, өңөн тыҡ, тип ҡысҡыра, йоҡларға, ял итергә бирмәй, тип аҡыра, туҙына. Һәм ноябрҙең бер һыуыҡ төнөндә:
– Йә – мин, йә – ул! Балаңды теләһә нишләт, үлтерәһеңме, берәй ергә олаҡтыраһыңмы... Бер үҙең генә ҡайтһаң, индерәм, – тип мине төн уртаһында урамға ҡыуып сығарҙы. Елтерәтеп сығарып ебәрҙе. Мин йоҡа пальтола, аяҡта – ҡыҫҡа ҡуныслы кейеҙ итек, башымда – берет... Ҡайҙа барырға белмәй, ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә, балам, ниһайәт, тымды, арып йоҡлап китте. Ә минең хәлем бөттө, беләктәрем өҙөлөп кенә бара, аяҡтар тотмай, һыуыҡ ел елеккә үтте. Барып морон төртөр бер кемем юҡ... Сараһыҙҙан, ҡыҙымды, йоҡлаған ғына килеш, парктағы эскәм­йәлә ҡалдырам да китәм, ыҙаланмай ғына мәңгелек йоҡоға талыр ҙа ҡуйыр, бер ни ҙә тоймаҫ, тип тә уйлап ҡуям, тик мине эҙләп табырҙар шул, төрмәгә ябырҙар, тип ҡурҡам. Бала саҡта “аҡылға ултыртыу маҡсатында” бер нисә тапҡыр подвалда бикле тотҡандары булды, иң ҡурҡҡаным шул ине. 
Нишләргә белмәй, мышнап йоҡлаған ҡыҙсығымды ҡала ситенә алып сығып ҡалдырырға уйлайым да, аҙаҡ эштәге­ләргә, ясли тәрбиәселәренә ҡыҙымдың юҡлығын, ҡайҙа булыуын нисек аңла­тырмын, тип туҡтап ҡалам. Алйып, арманһыҙ булып йөрөп, ҡарап ебәрһәм – аяҡтарым үҙенән-үҙе заводҡа килтергән! Ҡарауылсы ҡатын мине күргәс, аптырап китте, шунан цехҡа үтергә рөхсәт итте. Кейенеп-сисенеү бүлмәһенә индем дә, аяҡтарым тотмай, тубыҡланып барып төштөм. Ҡыҙым уянып, шарылдап илай башланы, һәм шул мәлдә мин уны елтерәттем, башҡаса илауын ишетмәҫ өсөн башын түшемә ныҡ итеп ҡыҫтым. Ҡарауылсы ҡатын килеп инмәһә, ҡыҙымды тонсоҡтороп үлтерер инем... Ул ҡатын миңә сәй, икмәк менән сало килтергәйне. Термосты, гәзиткә уралған ризыҡты эскәмйәгә ҡуйҙы ла:
– Эҫе генә сәй эсеп, тамаҡ ялғап ал, балаңды мин күтәреп торайым, – тип ҡыҙымды минән тартып тигәндәй алып, бүлмәнән сығып китте...
Тиҙҙән таң атты. Мин тынысланғайным инде. Ҡыҙымды яслигә алып барып ҡалдырҙым да, эшкә сыҡтым. Төш мәлендә яныма ир килде:
– Шунан? 
– Бөгөн кисен әйберҙәремде барып алам, – тинем ҡырыҫ.
– Алйот, – тине.  
Эштән һуң баланы яслиҙән алдым да, заводҡа килтереп, әлеге лә баяғы ҡарауылсы ҡатынға ҡалдырып торҙом. Үҙем әйберҙәрем артынан киттем. Йүгерә-атлай бишенсе ҡатҡа менһәм, ир йораты әйберҙәребеҙҙе подъезға сыға­рып бәргән... Аҙаҡ ул миңә күпме этләште, һанап бөткөһөҙ! Икенсе цехҡа күсеп, саҡ ҡотолдом.
Теге мәскәй янына баракка ҡайттыҡ. Аҡырып-баҡырыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, ошонда теркәлгәнбеҙ, знать не знаю, тинем. Ике йылдан шул уҡ баракта ҡыҙым менән икебеҙгә айырым бүлмә бирҙеләр. Сөнки мәскәй кейәүгә сыҡты. Ситтән килгән һәп-һәйбәт иргә. Кешенең бәхете булһа, була ла ҡуя бит ул, тип аптырауым... Бүлмәне тотошлай “йәш” ғаиләгә ҡалдырып, миңә бәләкәйерәк бүлмәгә күсенергә ҡуштылар. Мәскәй үҙе миңә юллап алып биреште бүлмәне, йәш ире менән тиҙерәк аулаҡларға ашыҡты... Ҡыҙыма алты йәш тигәндә кейәүгә сығып, тағы бер ҡыҙ табып алдым. Завод эшселәр өсөн йорт төҙөгәс, беҙгә ике бүлмәле фатир эләкте. 
Һәйбәт йәшәйбеҙ. Иремдең эсергә әүәҫлеге бар, шул ғына эсте ҡыра. Эсһә – бер урында тыныс ҡына ултыра, ятып йоҡлай белмәй, теле асыла, бөтмәҫ хәбәре менән ҡаңғыртып тәҡәтте ҡорота. Ләкин, уның ҡарауы, ҡыҙҙарым, тип үлеп бара. Ҡыҙымды ла үҙенең фамилияһына яҙҙырып, үҙ балаһы кеүек ҡәҙерләп үҫтерҙе. 
Бынау Сибайҙағы ҡурҡыныс фажиғәне уйлайым да, мин дә шундай уҡ хәлгә тарый яҙҙым бит, тип илайым. Әлдә генә Хоҙай араланы төҙәтеп булмаҫлыҡ хатанан. Әлдә генә ҡыҙҙарым бар, тип мең шөкөр итеп йәшәйем. 
Асыҡтан-асыҡ бөтәһен дә һөйләнем, ғәйепләмәгеҙ инде, зинһар...
Ауыр яҙмышы хаҡында бәйән иткән һөйкөмлө ҡатынды тамсы ла ғәйеп­ләмәнем, йәлләнем генә. Уның күргән­дәрен бер кемгә лә күрергә яҙмаһын.
Бер әсәне лә һис кем: “Йә – мин, йә – ул!” – тигән һайлау алдына ҡуймаһын. Ҡуйған хәлдә иһә әсә һәр ваҡыт балаһын һайлаһын. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-11-10/y-min-y-ul-3023370 

Автор:
Читайте нас: