+13 °С
Облачно
Сибайҙа быйылғы йылдың тәүге "батша игеҙәктәре" тыуған. Ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты шулай тип атап йөрөтәләр. Был хаҡта Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан хәбәр итәләр.
Бәхетле әсә - Баймаҡ районының Ғүмәр ауылын 23 йәшлек Айгизә Юлыева. Бәләкәстәрҙе өйҙә Ғәзиз ағаһы менән Айгүзәл апайҙары ла көтә. Юлыевтар ғаиләһе хәҙер күп балалы ғаилә, уларҙың ике улы һәм ике ҡыҙы бар!
Табиптар белдереүенсә, сабыйҙар үҙҙәрен яҡшы тоя.
Бәләкәстәрҙең һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-01-29/sibay-a-batsha-ige-kt-re-tyu-an-4101019