Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
26 Август 2022, 12:28

Уңыш нигеҙе - тынғыһыҙ хеҙмәт

Һәр мәлдең үҙ матурлығы. Елгә тибрәлгән туҡ башаҡтарға ҡарап, йәйен кешеләр һоҡланды. Әле иһә алтын баҫыуҙар техникалар геүләүенә күмелеп, бер ми­нутҡа ла тынмаған ураҡ эш­тәренең ҡыҙған осоро. Инде күп хужалыҡтарҙа урып йыйыу эштәре тамамланыуға ла табан бара. Әлбиттә, механизатор­ҙар­ҙың, водителдәрҙең һәм ауыл хужалығы белгестәренең көйлө эшләүе арҡаһында көҙгө баҫыу эштәре йылдам бара.

Уңыш нигеҙе - тынғыһыҙ хеҙмәт
Уңыш нигеҙе - тынғыһыҙ хеҙмәт

- Сирек быуат ғү­мерен ауыл хужалығына арнаған “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡа­лы­лағы “Нива” филиалы инженеры Рафаил Ғи­бә­ҙуллин да яҙын-йәйен яңы уңышты үҫте­реү, ә әлеге мәлдә уңышты йы­йып алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ул бик яуаплы кеше, һәр саҡ техника янында, ремонт осоронда төҙә­телеп бөтмәһә, ҡайтырға ла ашыҡмай. Рафаил Фәттәх улы техника тотҡар­лыҡ­һыҙ эшләһен өсөн алмаш час­тарға заказ биреп, алып ҡайта, уның ком­байн­дарҙы төҙәтеү бригадаһы һәр саҡ һаҡта тора. Был яуаплы эш уға ышанып тапшырылған, - тип һөйләне ошо хужалыҡтың әйҙәүсе агрономы Рәүф Мортазин. – Уңыш­ты үҫтереүҙә һәм йы­йыуҙа һәр кемдең өлөшө ҙур. Яҡшы уңыш алыу өсөн ҙур эштәр башҡарылды – орлоҡ­тар ваҡытында сәселде, минераль аш­ламалар тейешле күләмдә индерелде, шытымдарҙы тәрби­әләү буйынса бөтә кәрәкле саралар үткәрелде. Әлеге көн­­дәр­ҙә эштәрҙең яртыһы бөт­тө. Ҡуҙаҡлы культураларҙан 300 гектар ерҙә борсаҡ йыйып алын­­ды. Был культура уңышы­ның гектар ҡеүәте: рокет сорт­лыһы - 30 центнер, лумп - 45 центнер тәшкил итә. 350 гек­тарҙа сәселгән ужым бойҙайы ла йыйылды, уның гектар ҡеүәте 30 центнер. Ә ярауай бойҙай сабылды. Игенселәр был көн­дәрҙә 650 гектарҙы биләгән ужым баҫыу­ҙарын сәсергә төштө, уның 250 гектары сә­сел­де лә инде. Үҫтерелгән уңышты урып йыйыуға иң тәжрибәле комбайнсылар Рөстәм Рәхимов, Азамат Гапиров, Азат Хәсә­нов йәлеп ителде. Әмир Абдрафиҡов, Радик Сабитов, Венер Йәрмөхәмәтов йөк машиналарында иген ташыйҙар. Ә иң тәүҙә меха­ни­заторҙар Сергей Морин, Айбулат Хәйруллин, Данис Ғәйфуллин, Вячеслав Лежнев, Александр Никитин, Илфат Аҙнағолов, Фәүзи Нурғәлиев тупраҡты әҙерләү эштәрен баш­ҡарҙы. Мырҙала һәм Һарт-Шишмәлә урын­лашҡан ырҙын табаҡтарында Венер Аҙ­на­ғолов етәкселек итә. Ул игенде ҡабул итеп, артабан елләтеп-киптереп, эште теүәл ойоштора. Бүлексә управляющийы Айҙар Бикташев һәм агроном Рөстәм Заһиҙуллин бөтә эштәрҙе кәңәшләшеп башҡара.
Әлеге көндәрҙә агра­рий­ҙарҙың төп бурысы – уңышты юғалтыуҙарһыҙ үҙ ваҡы­тында йыйып алыу һәм киләсәккә нигеҙ һалыу. Был бурысты ауыл эшсәндәренең аҙағынаса теүәл атҡарыуына шик юҡ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА фотоһы.

Автор:
Читайте нас: