

Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының 2026 йылдың 27 авгусындағы бойороғо менән Ҡырмыҫҡалы районы прокуроры вазифаһына юстиция советнигы Александр Стрельников тәғәйенләнде.
Александр Стрельников Ҡалмыҡ Республикаһында тыуған. 2011 йылда юриспруденция белгеслеге буйынса Ставрополь дәүләт университетын тамамлаған. 2011-2013 йылдарҙа тәфтиш комитеты органдарында хеҙмәт итә, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы буйынса тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе була. 2013 йылдың сентябренән прокуратура органдарында хеҙмәт итә. 2013 йылдан 2017 йылға тиклем Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуроры ярҙамсыһы булып эшләгән. 2017 йылдан алып 2018 йылдың ноябренә тиклем Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы була. 2018 йылдың ноябренән ағымдағы йылдың авгусына тиклем Салауат ҡалаһы прокуроры урынбаҫары вазифаһын биләй. Өйләнгән, бер бала тәрбиәләй.
Эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы прокурорының беренсе ярҙамсыһы Евгений Бендовский районға килде. Ул муниципаль район хакимиәте башлығын, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын һәм башҡа вәкәләт органдары етәкселәрен Ҡырмыҫҡалы районына прокурор итеп тәғәйенләнгән яңы прокурор Александр Стрельников менән рәсми таныштырҙы.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәтендә уңыштар теләне.
Евгений Михайлович Александр Николаевичтың юғары белемле, үҙ һөнәренең оҫтаһы, квалификациялы белгес булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ прокуратура хеҙмәткәрҙәренең етди һәм яуаплы эштәрендә уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләне.
Рәсми өлөштән һуң, район прокуроры Александр Стрельников тәүге эш көнөн Башҡортостан Республикаһы прокурорының беренсе ярҙамсыһы Евгений Бендовский менән бергә төрлө мәсьәләләр менән килгән граждандарҙы ҡабул итеүҙән башланы. Халыҡ яңы прокурорға ҙур өмөттәр бағлай. Район граждандары үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте һәм ыңғай яуаптар алды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.