Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Декабрь , 22:22

Майонезды үҙең әҙерлә!

Яңы йыл байрамы алдынан хужабикәләргә бик шәп кәңәш. Файҙалы ла, еңел дә.    

Майонезды үҙең әҙерлә!
Майонезды үҙең әҙерлә!

Яңы йыл байрамы яҡынлашып килә, ҡайһы бер хужабикәләр, табынға ниндәй төр турамалар әҙерләргә, тип баш вата башланы ла инде. Күпселек салаттарға майонез ҡушһаң, бигерәк тәмле килеп сыға. Әммә, һатыуҙағы майонездар һаулыҡҡа зыянлы, тип иҫбат итә диетологтар. Шуға ла өй шарттарында майонезды үҙебеҙ эшләп, турамаларыбыҙҙы тәмләтәйек. Етмәһә, рецептары ла ябай ғына.

Беҙгә 1 аш ҡалағы әҙер гәрсис, 2 йомортҡа һарыһы, 250 мл зәйтүн майы (еҫһеҙ көнбағыш майы ла ярай), 1 аш ҡалағы 9% уксус (лимон һуты менән алыштырырға була), 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тәменсә тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.

Шуныһы: бөтә алған ингредиенттар бүлмә температураһында булырға тейеш. Сеүәтәгә йомортҡа һарыһын, тоҙ, шәкәр һәм гәрсисте һалып туғыйбыҙ. Артабан майҙы, уксусты өҫтәп, ныҡ итеп туғыйбыҙ. Блендерҙа тиҙерәк килеп сыға. Ошо массаға ике аш ҡалағы ҡайнаған һыу ҙа өҫтәһәгеҙ, майонез тығыҙ ғына булып, тағы ла яҡшыра.

Ә бына ҡайһы берәүҙәр сей йомортҡаға һағайып ҡарай. Ундайҙар өсөн тағы бер рецепт, ул һөт менән, йомортҡаһыҙ эшләнә. Уның өсөн 100 мл һөт, 200 мл көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы гәрсис, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы лимон һуты кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә майҙы, һөттө бергә ҡушып блендерҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Артабан гәрсис, лимон һуты, тоҙ һәм шәкәрҙе ҡушабыҙ ҙа тағы ла блендерҙа өйрөлтәбеҙ. Бына шулай ябай ғына аҙыҡтарҙан тиҙ генә бик тәмле һәм файҙалы мойонез-соус килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле, кәйефтәрегеҙ байрамса булһын, дуҫтар!

Сығанаҡ һәм фото: "1001 кәңәш" төркөмөнән

 

Автор:Карима Усманова
 
Автор:
Читайте нас: