Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Декабрь , 19:59

Бәхет серен беләһегеҙме?

Асыу тойғоһо организмды ҡартайта ла, тағы...

Фирюза Рахматуллина
Фото:Фирюза Рахматуллина

Асыу тойғоһо организмды ҡартайта ла, тағы...

Бәхетле булыу өсөн тәү сиратта һау-сәләмәт булыу кәрәк. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ, юғиһә насар уйҙар, асыу, нәфрәт, көнсөллөк иммунитетты ҡаҡшата, алама сирҙәргә юл асыла, бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу ағзалары зыян күрә. Был ғына түгел, асыу тойғоһо организмды ҡартайта ла. Шуға ниндәй ҙә булһа проблемалар борсой икән, улар тураһында уртаға һалып һөйләшергә, асыҡларға һәм шул уҡ ваҡытта тыныслыҡ  һаҡларға тырышығыҙ. Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле.

Тағы бәхет - ул сәләмәтлек, тигәнде онотмайыҡ. Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана. Элек-электән халҡыбыҙ тиккә генә тапҡыр мәҡәл-әйтемдәр ҡалдырмаған.

Һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сирләгәндә генә түгел, һау саҡта ла табипҡа күренеү ул. Был иһә төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. Юғиһә күптәр, мәҫәлән, йөрәк ныҡлап сәнсә, тын алыуы ауырлаша, һыҙланыу көсәйә башлағас ҡына, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Бына ошондай аяныс хәлдәрҙе булдырмау өсөн илебеҙҙә диспансерлаштырыу үткәрелә. Уның төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә сирҙәрен ваҡытында асыҡлау һәм дауалауҙы иртә башлау. Тап ошо сирҙәр Рәсәйҙә, Башҡортостанда ғына түгел, хатта тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Шулай итеп, 18 – 39 йәштәгеләргә диспансерлаштырыуҙы – өс, 40 йәштән уҙғандарға иһә йыл һайын үтергә кәрәк. Бының өсөн ҡайҙалыр эшләү талап ителмәй, бушлай үткәрелгән иҫкәртеү медицина тикшереүенә һәр кем яҙыла ала.

Диспансерлаштырыу ике этаптан тора. Беренсеһе – медицина тикшеренеүе, икенсеһе – диагнозды аныҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү.

Төрлө сирҙәр, шул иҫәптән яман шеш тә алдан асыҡланһа, дауаланыуға өмөт күберәк була. Шулай итеп, сир иртә стадияла саҡта тикшерелгән кеше оҙон, бәхетле ғүмергә өмөт итә ала.

Диспансерлаштырыуҙы үтеү өсөн даими йәшәгән урынығыҙҙағы поликлиникала йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” аша яҙыла алаһығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға онотмағыҙ. Иң мөһиме – ниндәйҙер һыҙланыу йәки башҡа берәй ауырыу билдәләре бар икән, ваҡытты әрәм итмәйенсә, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор: Айһылыу Низамова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина
Читайте нас: