Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь , 14:40

Тултырылған ҡаҙ муйыны

Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үткән саҡта уңған хужабикәләргә үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ.

"Аш-һыу" төркөмө.
Фото:"Аш-һыу" төркөмө.

Ҡаҙҙы яҡшылап таҙартҡас, муйынын мөмкин тиклем оҙонораҡ итеп киҫеп алабыҙ. Унан тиреһен айырып алып, һалҡын һыу менән һәйбәтләп йыуырға кәрәк. Артабан ҡоротоп, эсе-тышына тоҙ-борос һибеп, 10-15 минутҡа һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ.

Таҙартып йыуылған дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттереп алып, иләккә һалып һарҡытабыҙ ҙа уға майҙа ҡыҙҙырылған һуған, аҡ май, тоҙ, борос, бер аҙ һурпа өҫтәп болғатып, шыйығыраҡ итеп фарш әҙерләйбеҙ.

Муйын тиреһенең бер яҡ осон бәйләп, эсенә әҙер дөгөнө тултырабыҙ. Ике-өс сантиметр ҡалдырып, икенсе яҡ осон да бәйләп ҡуябыҙ. “Тултырма”ларҙы кәстрүл төбөнә теҙеп, бер аҙ һурпа йәки һыу өҫтәйбеҙ һәм әҙер булғансы бешерәбеҙ. Артабан табаға һалып, духовкала ҡыҙартып алырға тәҡдим ителә.

Табынға эҫе килеш ҡуйыла.

Фото: "Аш-һыу" төркөмө.

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина
Читайте нас: