Командировканан ҡайтыуыма секретарь ҡыҙ яныма инде:
– Вас ждал очень странный человек?
– В чем заключается его странность?
– Долго стоял возле вашей двери, потом не проронив ни слова ушел.
– Так и ушел?
– Да. Молча.
– Значит молчун.
– Нет, мне кажется он глухонемой.
Кем хаҡында һүҙ барғанын шундуҡ һиҙемләп алдым.
Беҙ Анатолий менән медучилищыла бер осорҙа уҡыныҡ. Ул бында минән бер йыл алдараҡ килгәйне. Төпкөлдөң төпкөлөнөң төбөнән сыҡҡаным һәммәһенә мәғлүм, ә ул уның һөйләүенә ярашлы 10-15 хужалыҡтан артмаған бәләкәй генә утар малайы, тимәк тәбиғәт балаһы, тимәк миңә ҡарағанда ла хыялыйыраҡ һәм бер ҡатлыраҡ. Тетя Дусяның ҡала си-тендәге мунсалай ғына саман өйөндә йәшәнек, хас та Пушкиндың “Руслан и Людмила”һында тасуирланғанса: “Избушка там, на курьих ножках, стоит без окон, без дверей”. Бойондороҡһоҙ, һауалы холҡомдо оҡшатманымы, әллә икенсе сәбәпме, ҡарсыҡ баштан уҡ мине яҡын итеп ҡабул итмәне, өнәп еткермәне. Мин дә үҙ сиратымда Дон Кихоттың Дульсинея Тобосскаяһын хәтерҙә тотоп уға Дульсинея ҡушаматын йәбештерҙем. Икәү-ара, йөҙөнә бәреп әйтмәй генә уны шулай атап йөрөтә башланыҡ. Мәрйәнең дә бар йәне, тигәндәй Дульсинея көн торошо боҙолоп: “Мослы болят, мослы ломят”, тип мыжый башлаһа Анатолий аҡ халатын кейеп алып, яурыны аша фонендоскобын һалып ауырыуҙы өй шарттарында ҡарай, тикшерә башлай һәм ике-өс сәғәт әбейҙе әйләндереп-тулғандырып, эйелдереп-кәйелдереп, бөксәңдәтеп-төртәләндереп йонсотҡандан аҙаҡ уға күп тапҡырҙар ҡабатлаған “ревматоидный полиартрит” диагнозын яңынан ҡуйып дауаға йылан ағыуынан эшләнгән кремды яҙа. “Здесь русский дух, здесь Русью пахнет”, тигәндәй хәҙер инде уҡшытҡыс әбей еҫе һеңгән торлаҡҡа ҡырҡыу дауа еҫе лә өҫтәлә, һәм ул тын алғыһыҙ тынсыуға әүерелә.
Оло-ҡара ағас һандыҡҡа тартым ҡапҡасһыҙ ҡумтаға рәшәткә таяҡтарын теҙеп һалып ишек төбөндә йоҡлап йөрөнөк. Килеп тороп ҡаты, яйһыҙ, өҫтәүенә ҡыҫынҡы, сиратлап урындарҙы алмашабыҙ, бер көн - ул, икенсе көн – мин, сөнки ҡырға ятһаң йоҡо аралаш, йә һаташып, йә йәпһеҙ әйләнергә-тулғанырға маташҡанда иҙәнгә тәгәрәй ҙә төшәһең. Таһыр-тоһор килгәнебеҙҙе ишетеп ятҡан йоҡоһоҙ Дульсения сөскөргәнде тәҡрарлаған “йәрхәмбикалла”ға оҡшатып гелән бер үк һүҙҙәрен ҡабатлай: “Господи, помилуй нас и прости, - моғайын да ошо мәлдә мөйөшөнә ҡараш ташлап алырға ла онотмағандыр, шунан бер аҙҙан фанилыҡтағы беҙҙең ығы-зығыға әйләнеп ҡайта, - опять один из них упал, наверное это Хайдар, он всегда вот так, как пустой шкап(шкаф. авт.) с грохотом… - Ахырҙа һауаһы сыҡҡан тупҡа оҡшатып ауыр уфылдап өҫтәп тә ҡуя. - В тесноте да не в обиде…” Өйҙөң төпкө яғын тотошлайы менән тиерлек ҙур тимер карауат биләгән, мөйөштә сигеүле таҫтамал менән ҡайылған икона. Иконанан булмышты һипһендереп, йәнгә шом һалып ҡарасҡыға тартым һын һынап, тикшереп, тексәйеп ҡарай. Һынға көлһыуаллаға бисмилламды ҡушып әйтеп бағам, шулайтһам кафырлыҡ миңә ҡағылмай, ситләтеп үтә төҫлө. Ҡаҙ мамығы тултырылған ҡалын түшәктә күлбеп ятҡан кешегә яттарҙың этләнеүе хаҡында фекер йөрөтөүе еңел инде ул, беҙҙең ише ҡаҡтан ҡаҡ, майһыҙ, итһеҙ арыҡ осаңды ботаҡлы таҡтаға тығырлатып ышҡып таң аттырһаң моғайын да икенсерәк һайрар инең әле.
Кемгә нимә етмәй, ул фәҡәт шуны көҫәй, шул, тәтемәҫтәйгә ымһына бит инде ул, Анатолий ҙа яйы сыҡҡан һайын әйтеп ҡуя:
– Из-за мягкой постели на эту процентщицу можно и жениться!
Федор Достоевскийҙың “Преступление и наказание” романындағы героиняға ишаралауылыр. Ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ ҡыҫмыр процентщицаға килгәндә, ҡарсыҡ, апаруҡ ҡыйбат ҡуйған фатир хаҡын айыныҡын айына һуңламай түләүҙе талап итә, беҙҙән, квартиранттарҙан алған болдо өс литрлыҡ банкаһына тултырып, тоҙланған кәбеҫтә япраҡтарына оҡшатып мөгәрәбенә төшөрә.
Анатолий фәлсәфәгә бирелеүен дауам итә:
– Только из-за мягкой постели. Поварачиваешься любимой, несравненной невестушки спиной и лежишь себе, блаженствуешь, в ус не дуешь, хорошо, вольготно. А что касается кварплаты, - миңә бармағы менән төртә, - ты лично мне будешь платить, как хозяину этого дворца! - Тар, тәпәш ҡыйыҡлы торлаҡты киңәйтергә теләгәндәй ҡоласын йәйеп ебәрә. - Свои сбережения в эмалированную ведро буду класть и ставить в подпол!
– Ведро маловато будет, может бак для соления огурцов?
– Ты же меня знаешь, я человек не жадный, добрый.
– Вы недоцениваете себя, вы - наидобрейший, как сердобольному человеку у меня к вам скромная просьба, не забудьте пригласит меня и моего друга на свадьбу.
– Кого еще?
– Меня и Родиона Раскольникова. С топором! А что ты подаришь в день вашего бракосочетания своей единственной Дульсинее, ась? - Ишетеүе ҡырҡа насарланған ҡарсыҡҡа оҡшатып йәйелгән усымды ҡолағыма ялғайым.
– Продам на базаре свою старую болоневую куртку, поношенные ботинки и на эти деньги куплю своей Звездушке-Золушке хрустальные башмачки!
Ошолайыраҡ юҡ-бар мәрәкә уйлап сығарып тел сарлайбыҙ, шунан ҡыҙыҡ табабыҙ. Ә кәләшлеккә туранан-тура дәғүә иткән йоҡа сал сәсле, фирғәүен мумияһына тартым кибеп ҡатҡан кәүҙәле, әруах еҫе һеңгән, ат дуғаһылай ҡамыт аяҡ ҡарсығыбыҙ һикһән йәшен күптән тултырған, “һөйкөмлө һәм ылыҡтырғыс” ҡиәфәте лә хас та Мәскәй әбейҙеке, оҙон һаплы һепертке, йәнә ағас мискә генә етмәй, уныһы булған хәлдә шунда ултырып, теге төпһөҙ мөгәрәбендәге банкаһын ҡосаҡлап асмандағы ожмахҡа осоп олағыр ине, билләһи. Минең илаһи теләктәрем юғары - бирнәһенә ҡабарынҡы күпмә, йомшаҡ яҫтыҡ хәстәрләгән ҡыҙға өйләнәм мотлаҡ. Шул саҡта ятырмын әле маҙрап, ҡоласымды йәйеп, аяҡтарымды тарбайтып, ҡорһағымды кәпәйтеп… Ҡорһаҡ, тигәндәй, студенттың тамағы ҡайҙа ла һәм һәр саҡ ас. Ни сәбәптәндер ашҡаҙан тапҡыры семетеп ауыҙға ҡара һыу эркелеп тик тора, эсе-эскә йәбешкән, морононан һеләгәйе һарҡҡан бурҙай ише. Туя бе-лмәҫ талымһыҙ ҡомаҡтай өҙлөкһөҙ тығынабыҙ ҙа ул, бәрәкәтһеҙ ризыҡ ҡайҙа китәлер, семтем дә май әҫәре ҡуна һалып бармаған арыҡ тәнебеҙгә йоғамы, әллә тотҡарланып ҡалмай үтәнән-үтә төшәме, бер Хоҙай белә. Аслыҡ бәләһенән дә еңел ҡотола инек, степендиябыҙ наҡыҫлана башлаһа, йә кеҫәбеҙҙе ел һуҡһа сәйәхәтебеҙ беренсе участка тип аталған биҫтәлә урынлашҡан етенсе һанлы ашхана яғына йышая. Унда инде шәкәрһеҙ сәй, икмәк бушлай, батмус тулған ун стаканға бер буханканы ҡушып алһаң да аҡса талап итеүсе юҡ. Шул ашханаға барып, арыш икмәген умыраһынан тешләп ҡабып тирләгәнсе сәй эсеп ҡайтһаҡ йотлоҡтан йомолған күҙҙәребеҙ асылғандай итә. Беҙҙе танып бөткән ашнаҡсылар йәлләптер инде, тоҙлоҡ ишараты сағылмаған кәбеҫтә һурпаһын да өҫтәп бирә, ойошҡаныраҡ, ҡырҡыулығы ауыҙҙы өткән, йә бөтөнләй тоҙ һалынмаған тары бутҡаһы ла эсте тишә һалып бармай. “Етемдең ҡорһағы ете ҡат”, тиҙәр бит, ә беҙ инде, асмәйелдәр, насип тәғәмдән баш тартмайбыҙ, барабанындағы бойҙайҙы емертеп һөйрәгән тирмән ташы һымаҡ алға килтерелгәнде йыпырабыҙ ғына, сеүәтәне күтәреп эсеп, тәрилкәнең төбөн ялтыратып ялап уҡ ҡуябыҙ. Туйғандан һуң сикһеҙ рәхмәт йөҙөнән, түләү урынына ашнаҡсыларға мөләйем, алсаҡ йылмайып бағабыҙ. “Йылмайыу ул яҙғы таң төҫлө, йылмайыу ул ялҡындан көслө” тип йырлайҙар бит әле, шуның ише йылмайыуҙың да хаҡы бар, ул үтә лә ҡиммәт! Тәрилкә төбөн ялаған мәлдә этебеҙ Алғыр ҡылт итеп күҙ алдына килеп баҫа. Ул да туйғас, ҡойроғон болғай-болғай күҙҙәремә тултырып ҡарап, ялағай төбәлеп тора торғайны бит. Ситтә йәшәү - күтән һурпаһы урынына кәбеҫтә һыуын ғарҡ булғансы һемереп эт типкеһендә ҡалыу менән бер икән: “Ситтә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул!” тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Мәктәпте тамамлағас бүлексәлә учетщик эшен тәҡдим иткәндәр ине бит, зерә баш тартылған, ошо көндә йөрөр инем әле ауылда, трудодень яҙылған ҡағыҙҙар һалынған күн папкамды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, олтан-түрә булып, кешене эшкә ҡыуып. Ә инде йомарт ашнаҡсылар, әндрәй ҡаҙнаһылай бушлай таратылған ризыҡ иҫкә төшһә хәҙер уйлап ҡуям, үәт, йәшәгәнбеҙ бит кешесә мөнәсәбәт, миһырбанлыҡ хөкөм һөргән ожмахта, коммунизмдың ҡап уртаһында, шуны ла һиҙмәгәнбеҙ һәм тоймағанбыҙ!
Унан ҡалһа тетя Дусяның ишек алдында ҙур баҡсаһы бар, алма өлгөрһә рәхәтләнеп эсең һыртыңа сыҡҡансы һыйланырға, тығынырға мөмкин, тик әтнәкә шунда - тыңрайыуға тыңраяһың, иллә тамаҡ ҡына туймай нишләптер, өҫтәүенә көп булғансы ташҡан эс геүелдәгән, шатырлаған хәтәр тауыш сығарып аптырата. Төндә йығылмайынса ла гөнаһ шомлоғона ҡаршы алмаш-тилмәш кемуҙарҙан таһырлағанбыҙҙыр, кем белә, ул сағында инде ҡарсығыбыҙ мөйөшөндәге Алла вәкиленең рәсеменән ярлыҡрау һорап мәшәҡәтләнмәй генә: “Смех и грех, - тип ризаһыҙ һөйләнеп ҡуя, йәнә өҫтәп сафтан-саф, пактан- пак, итәғәтленең иң тәртиплеһе, тыйнаҡтың иң әҙәплеһе, аҡыллының иң зиһенлеһе миңә бәләһен һала, ғәйебен яға, - это снова непутевый Хайдар, он всегда нежданно-негаданно вот так, как гром из ясного неба!”
Толя кәзәһе аҙым һайын төкөгән үтә яндырай егет ине, мин дә торғаным менән ҡамғаҡ, күҙ менән ҡаш араһында шырпылай тоҡанырға, дарылай шартларға әҙермен. Һәүетемсә һөйләшер-килешер ерҙә сәбәп табып, тауыш ҡуптарып талаша ла китәбеҙ, яғаға-яға киләбеҙ. Бер саҡ ҡаланың үҙәк урамында кәңәшебеҙ берекмәй көпә-көндөҙ һуғыш ойошторҙоҡ. Беҙҙең айпалашыуҙы абайлап өлгөргән йәш ҡатын милицияны саҡырып һөрәнләй башлағайны, уның янына йүгерә-атлай барып тынысландыра һалдым:
– Не волнуйтесь, все нормально, он мой близкий друг!
– Друг?! Тогда что вы делаете?
– Радуемся жизни!
Теге аңшайып тора бирҙе лә ҡулын һелтәп китеп барҙы, ә мин ҡабаттан йүгереп барып дуҫымдың муйынына йәбештем…
Уҡып бөткәс юлдарыбыҙ айырылды. Һабаҡташым медицина институтына уҡырға инде, мин инде мәктәп юлын һайланым. Бер-беребеҙ хаҡына бөтөнләй оноттоҡ, тиһәң дә була, мәгәр бынан дүрт-биш йыл элек ишетелеп ҡалды, фалиж һуҡҡан Анатолий бөтөнләй телдән ҡалған икән…
Тағы ла ике көндән ул миңә яңынан килде: ныҡ үҙгәргән, ҡартайған, ас яңаҡлы, ҡырылмаған бит-йөҙлө күрмәлекһеҙ, яҫы маңлайын тәрән йыйырсыҡтар баҫҡан, пеләш. Ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң оҙаҡ ултырҙыҡ бер-беребеҙҙең күҙенә ҡарап. Ихласлап төшкө ашҡа саҡырғайным ул ҡулын түшенә баҫып рәхмәт әйтеүен белдереп баш тартты, сәғәтенә ымланы, ваҡытым тар, тиеүелер. Ниһайәт йәшлек дуҫым сығырға йыйынып ишек төбөнә килде лә йомолған йоҙроҡло ҡулын юғары күтәрҙе, йәнәһе, йәшәйбеҙ әле, бирешмәйбеҙ һәм бирешергә йыйынмайбыҙ ҙа! Мин дә йылмайып баш ҡағып яуапланым да ҡунағымды урамға сығып күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатып ҡалдым. Әүәле киң урамдарға, урамдарға ғына түгел тотош донъяға һыймай тулаған егет бәләкәй, ҡорҙай кәүҙәле, ел иҫһә лә осоп юғалыр кимәлдәге бабайға әүерелгәйне. Ә үҙем һуң, кеммен әле? Апаруҡ урынымда тапанып һерәйҙем, эргәмдән төркөм-төркөм булып йәштәр уҙа. Исмаһам, күңел өсөн булһа ла берәүһе боролоп ҡараһасы! “Хәйҙәр!!!” Ҡыуанып ҡайырылдым, йәш ҡыҙый егетен юғалтҡан икән дә баһа. Ана ул тегеһен ҡултыҡлап алды ла көлә-шаяра, мине күҙгә лә элмәй эргәмдән генә терәлеп үтеп китте. Ҡыҙҙарҙың ҡарамауы, һанламауы - олоғайыуҙың төп билдәһелер. Инеп урыныма ялпаштым да уйым менән үткәндәргә, Анатолий дуҫыма әйләнеп ҡайттым. Ҡапыл ғына бала саҡта ятлаған шиғыр юлдары мейемде ярып үтте:
Толя, Анатолий, балалыҡ дуҫым ҡайҙа?!
Ул өйрәткән ине дүрт һүҙ:
Ер. Ут. Һыу. Һауа…
Донъя тигәнең үҙенсә әүәләй шул әҙәм балаһын, бөтөнләй икенсе йүнәлешкә бороп йүнәлтеп әүәләй, холоҡ-фиғелен, тормошҡа ҡарашын, йәшәү рәүешен ҡырҡа үҙгәртә. Йәш саҡта тамаҡ ярып, тиктәҫкә, алағайымға яғаға-яға килеп, таш ярырҙай кимәлдә ҡысҡырынһаҡ та тома һаңғырауҙай бер-беребеҙҙе ишетмәй инек, ә хәҙер килеп өнһөҙ-һүҙһеҙ текәшеп, йөрәк тибешен тыңлап-ишетеп, ҡарашҡа яҙылғанды уҡып аңлаштыҡ.
Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө
Фото: Ф.Рәхмәтуллина