Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь , 14:14

Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!

Ә һеҙ эшләп ҡарағанығыҙ бармы?    

Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!
Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!

Баланды яратмағандар бик һирәктер. Уның пирогы ла, ҡайнатмаһы ла бик тәмле килеп сыға. Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина балан һөҙмәһен эшләргә өйрәтә:

-2 килограмм баланды тиреп алып, сайҡатып, кәстрүлгә һалабыҙ һәм өҫтөнә сыҡҡансы һыу өҫтәйбеҙ. Шуны талғын ғына утта бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Бешкән баланды дуршлаг йәки иләк аша һөҙәбеҙ. Баландың тостарын ташлайбыҙ. Һуңынан 3 килограмм  шәкәр ҡомо алабыҙ. Уның яртыһынан күбен һалып, 20 минут дауамында бутай-бутай ҡайнатабыҙ. Өҫтөнә йыйылған күбеген алып торабыҙ. Һуңынан ҡалған шәкәр ҡомон да һалып, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне банкаларға тултырып ҡуябыҙ. Ҡайнатманы һыуынғас ашарға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға, - тип һөйләне Рузалия апай.

Баландың әле бешеп балланған сағы. Ҡышҡылыҡҡа ошондай һөҙмәне эшләп ҡуяйыҡ.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
 
 
Башҡортостан гәзитенән алынды.
Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!
Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!
Автор:
Читайте нас: