Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь , 09:05

Уны вампир тиҙәр

Янында һигеҙ минуттан артыҡ торорға ярамай...    

Уны вампир тиҙәр
Уны вампир тиҙәр

Ағастарҙың һаулыҡ һәм кәйефкә булышлығы барлығын һәр кем белә. Ҡайһы ағас ҡасан һәм нисек тәьҫир итә?   

Имән –  иң ҡеүәтле ағас. Ул янында торған кешегә көс-ғәйрәт бирә, тынысландыра, зиһенен аса. Был маҡсатта уны ҡосаҡлап торорға йәки ботағына ҡағылырға ла була. Энергияны ул кис һәм таңда яҡшы бүлә.

Ҡайын да энергияһы менән бүлешергә әҙер донор ағас. Тән тиреһенә ыңғай тәьҫир итә, ҡайғыны баҫа, кәйефте яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға айырыуса ныҡ тәьҫир итә. Уның көсөн иртәнге сәғәттәрҙә айырыуса ныҡ тойорға мөмкин.

Ҡарағайҙы ҡосаҡлап тороу матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, иммунитетты күтәрә, кәйефте яҡшырта. Ныҡ көслө энергия сығанағы булараҡ, уны баштары, йөрәктәре ауыртҡан кешеләргә урап үтергә кәңәш ителә. Файҙаһын күрәм тиһәгеҙ, киске 9-ға тиклем өлгөрөргә кәрәк.

Шыршы нервы системаһын тынысландыра, кире тойғоларҙы тартып ала, кис уның янында бер аҙ баҫып торғанда, йоҡо яҡшыра. Тубырсығын ауыртҡан урынға ҡуйғанда, һыҙлау баҫыла.

Тирәк янында баш, теш ауыртыуҙары баҫыла. Йән көйөүҙән, арыуҙан һәм көйһөҙлөктән арындыра. Төштән һуң 6-ға тиклем уның иң көслө ваҡыты.

Ғаиләнең уңышлы булыуына, тыныслығына түбәндәге ағастарҙың тәьҫире көслө.

Миләш. Ул көсөргәнешлектән ҡотолоу, психиканы тынысландырыу, невроздарҙан ҡотолоу өсөн файҙалы.

Тал  – ҡатын-ҡыҙ ағасы. Уны вампир тип тә әйтәләр, сөнки бар насар энергияны һурып ала. Уның янында баҫып тороу йәки ҡосаҡлау шәхси тормоштағы кирелектәрҙе кисектерә. Тик көнөнә һигеҙ минуттан артыҡ торорға ярамай.

Алмағас көнкүрештәге проблемаларҙа ярҙам итә. Уның менән дуҫ булғандарға матди байлыҡҡа юл асыла, хәл-ваҡиғаның ыңғай яғын ғына күрергә ярҙамлаша. Уның эргәһендә йоҡлаған йәш ҡыҙҙар буласаҡ йәрен төшөндә күрә, имеш.

Саған тынысландырыу көсөнә эйә. Ул донор ҙа, вампир ҙа түгел, шулай ҙа кире энергияны ыңғайға үҙгәртеп ебәрә ала. Бәлә һәм күңелһеҙлектәрҙән арындыра.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:
Читайте нас: