Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март , 09:01

Һеҙҙең яҡта күстәнәс биреү йолаһы бармы?

Беҙҙең яҡта бер нәмә лә исраф булмай, сөнки "күстәнәс алыу", "күстәнәс биреү" тигән ғәҙәт бар.

Һеҙҙең яҡта күстәнәс биреү йолаһы бармы?
Һеҙҙең яҡта күстәнәс биреү йолаһы бармы?

Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән блогер, уҡытыусы Зөлфирә Таһированың яҙмаларын һәр кем яратып уҡып бара. Был юлы ла бик күптәрҙе уйландырған һәм тәмле күстәнәстәр ашаған бала саҡтарына алып ҡайтҡан яҙмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай ҡалмағандыр. Ысынлап та, ҡунаҡҡа күстәнәс тотоп барыу, күстәнәс алыу тигән матур йола йәшәй беҙҙең халҡыбыҙҙа. 

"Ошо арала аят, ифтарҙан һуң ҡуйған фотоларҙы күреп, бер нисә кеше: "Өҫтәл тултырып бешеренгәнһегеҙ, маҡтанған кеүек, ул исраф була, ризыҡты әрәм-шәрәм итеп, яртыһын шунан ташлайһығыҙ"- тиеп яҙған ине...

Мин, киреһенсә, өҫтәл ярлы булып ҡуймаһын тип эт шикелле сабып йөрөнөм, аҙаҡҡа ҡарай атлай алмай, тарбаңлап киткәнсе бешерендемсе...

Беҙҙең яҡта бер нәмә лә исраф булмай, сөнки "күстәнәс алыу", "күстәнәс биреү" тигән ғәҙәт бар. Ашап тороп туйып алабыҙ ҙа ҡалғанын һыпырып һалып алабыҙ. Ит, аш ашап бөткәс, хужабикә аят итен һалып алығыҙ тип шыптырлатып моҡсай тарата башлай. Өйҙәгеләр ауыҙ итһен тип, ит һалып алабыҙ.

Шунан сәй эсергә ваҡыт етә. Унда тәмлекәстәр күп була бит инде. Бөтәһен тәмләп өлгөрөп тә булмай. Әлеге лә баяғы хужабикә шыптырын ҡыштырлатып йырта-йырта тағы килә. Һәм беҙ емеш-еләктән айырым, бәлештән айырым, йәбешкәк берәй сәксәк кеүек нимәне айырым һалып алабыҙ, ҡыҫҡаһы, бер нисә моҡсай йыйыла. Уның араһында баяғы беҙҙе саҡырған ҡатын: "Бынауын алдығыҙмы, быныһын алмағанһың да, мынауҙы интернеттан ҡарап бешергәйнем, быныһы минең фирменный, ҡана, үҙем һалып бирәм, былайтып кеше күстәнәс аламы, һеҙгә тип бешерҙем дә инде, эй, быйтаңламай ултыр",- тип һуҡрана-һуҡрана үҙе тултыра башлай. Бер моҡсай нәмә тултырып бирә лә, о-о-о, мына, исмаһам, күстәнәскә оҡшап ҡалды, тип ҡыуана.

Тағы өйҙә нисә балабыҙ бар, шуларҙың һәр береһенә тип һанап тороп һалып алабыҙ. Йәки, мәҫәлән, бейем дә, мин дә бергә ҡунаҡҡа барһаҡ, ул да, мин дә күстәнәс алабыҙ. Бейем үҙенең балаһына, мин үҙемдең балаларыма. Ысын, бөтәһе лә шулайта, биллаһи. Беҙҙең яҡта был нормально. Һеҙгә нисектер, беҙгә хатта матур күренеш. Килгән ҡунағың ни тиклем күберәк күстәнәс ала, шул тиклем һине хөрмәтләгән кеүек тойола.

Ситтән килгән кеше тәүҙәрәк аптырай, аҙаҡ беҙҙән яман һалып ала башлай. Беҙҙең балалар тыуған көнгә йөрөшә, улар ҙа көс еткеһеҙ итеп күстәнәс алып ҡайта.

Өйҙән берәү ҡунаҡҡа китһә, беҙ дүрт күҙ менән күстәнәс көтөп ултырабыҙ. Элегерәк бейем ҡунаҡтарына бер моҡсайға - ит, бер моҡсайға ҡурылған балыҡты ауҙарып биреп сығара торғайны. Хәҙер завхоз мин. Онотоп торам, банкаларға аш һалып тороп бирәбеҙ тағы. Шулайтып күстәнәс бирһәң, ҡунаҡтан һуң өҫтәлде йыйырға бөтөнләй рәхәт.

Шауҙырлатып һауыт-һаба йыйып алып йыуаһың да - вәссәләм. Ысын ғына, бер нәмә лә исраф булмай. Бер нәмәгә лә эсеп, ҡатып, күгәреп ултырырға түгел.

Һеҙҙә күстәнәс биреү, алыу йолаһы бармы? Гәзиткә төрөлгән күстәнәс ашап үҫкән быуын бит әле беҙ", - тип яҙған Зөлфирә Таһирова.

Ысынлап та, һеҙҙең яҡта күстәнәс бирәләрме?

Фото һәм текст сығанағы: Зөлфирә Таһирова.

Автор:
Читайте нас: