Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль , 09:06

Орлоҡ тиҙерәк шытһын тиһәң...

Баҡсаға үрсетмәләр сәсер ваҡыт етте. Борос орлоғо ауыр шыта, әммә был эште тиҙләтергә була...

Орлоҡ тиҙерәк шытһын тиһәң...
Орлоҡ тиҙерәк шытһын тиһәң...

Борос орлоғон ҡоро килеш сәскәндә ул ике аҙнаһыҙ шытмаҫҡа мөмкин. Был процесты тиҙләтергә лә була.

Орлоҡтарҙы “Бутон”, “Циркон”, “Завязь” кеүек стимулятор эретмәһендә тоторға мөмкин. 250 миллилитр йылы һыуға өс тамсы етә.

Иң элек ҡоро орлоҡто ғәҙимге һыуҙа (бының өсөн ҡар һыуы яҡшыраҡ) ике-өс сәғәт тотоп алырға кәрәк. Унан стимуляторлы эретмәгә һалырға була. Был файҙалы матдәләргә байыта, тиҙерәк шыттыра. Тик орлоҡтар артыҡ күп стимулятор һеңдереп янмаһын. Унан дымлы сепрәккә төрөп, пакетҡа һалырға һәм йылы урынға ҡуйырға. 

Борос, баклажан үрсетмәләре тышҡа 70-80 көнлөк булып сығырға тейеш. Үҫентене теплицага апрель аҙаҡтарында күсерергә мөмкин, шуға ошо көндәрҙә сәсергә ярай. Асыҡ тупраҡҡа иһә июнь айынан да иртә сығарып булмай. Теплица юҡ икән, үрсетмә сәсеүҙе 10-20 мартҡа ҡалдырыу яҡшыраҡ булыр.

Сығанаҡ: https://vk.com/avulselo?w=wall-187772453_129020

Фото: Гөлнара Күсәрбаева.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: