-2 °С
Ҡар
Тәүҙә һабын киҫәктәрен иҙеп, төйөп ваҡлайбыҙ. Шунан уны ҡайнар һыуға һалып (бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы һабын вағы иҫәбенән) иретәбеҙ. Артабан уға глицерин (бер стаканға бер аш ҡалағы) һәм лимон кислотаһы порошогы (бер стакан иретмәгә ярты балғалаҡ) өҫтәйбеҙ.
Ҡатнашманы ике-өс тәүлек тотабыҙ. Шунан бушап ҡалған шыйыҡ һабын һауытына йә шундайыраҡ башҡа һауытҡа һалып ҡулланырға ла була.
Автор фотоһы.