-18 °С
Болотло
Еленаға 64 йәш, уның улы 30 йәшен тултырған. Оло йәштәге ҡатын сирле улы Марселде тәрбиәләгән. Әммә бөгөн төндә уның муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм, үҙен үлтерергә маташып, таблеткалар ашаған. Әсә кеше ошо рәүешле йәшәүҙән арыуын аңлатып хат та яҙған.
Марсель “ашығыс ярҙам” килгәнсе вафат булған, уның әсәһе дауаханаға оҙатылған. Күршеләре әйтеүенсә, бындай хәлдең буласағын улар уйлай ҙа алмаған, барыһы ла Елена хаҡында ыңғай фекерҙә.
Фото: Т. Аманов