Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2023, 15:39

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Ошо ябай ғына ысулдар менән  тиҙ арала юҡҡа сығарырға була уларҙы...    

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Йәшелсәләргә, емеш ағастарына зыян итеүсе ҡоротҡостар эәйләшмәһен тиһәгеҙ, баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр ҡырмыҫҡа ояларына ҡайнап торған һыу һибә. Бешкән йомортҡа һарыһына бор кислотаһы ҡушып ваҡ ҡына шарсыҡтар яһайбыҙ ҙа, ҡырмыҫҡа оялары урынлашҡан ерҙәргә һалып сығабыҙ. Бер-ике көндән ҡырмыҫҡалар юҡ буласаҡ.

Ҡайһы бер баҡсасылар манный ярмаһын да ҡуллана. Бөжәктәр күпләп йәшәгән урындарға һибеп сығырға кәрәк. Помидорҙарҙың артыҡ япраҡтарын, һабаҡтарын өҙөп алғас, ташларға ашыҡмағыҙ. Ҡырмыҫҡа юлдарына һалып сығығыҙ.

Был саралар бөжәктәр күп булмаған осраҡта ғына ярҙам итер.

Ныҡ күбәйеп китһәләр, химик препараттар ҡулланырға тура киләсәк.

Автор:
Читайте нас: