Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2023, 10:06

Пиондарҙың сәскәләре күп булһын өсөн

Яҙғыһын пион сәскәләре ашламалар менән туҡландырыуға мохтаж.  

Пиондарҙың сәскәләре күп булһын өсөн
Пиондарҙың сәскәләре күп булһын өсөн

Яҙғыһын пион сәскәләре ашламалар менән туҡландырыуға мохтаж.

 

1 этап – япраҡтары күренеү менән аммиак селитраһы иретмәһе һалығыҙ. 10 литр һыуға 15 г кәрәк.

2 этап –бутондары күренеү менән тағы ла аммиак селитраһы, 5 –6 г калий тоҙо, 10 –12 г суперфосфат ашламаһы индерергә.

3 этап – үҫемлек сәскәһен ҡойғас, 5 – 6 г.калий тоҙо , 10 – 12 г суперфосфат менән туҡландырыла.

Тәбиғи ашламаларҙан һыйыр тиҙәге менән тауыҡ тиҙәген 2:1:10 нисбәтендә һыуға иҙегеҙ ҙә, ун көн әсетеп, сәскәләргә ҡойоғоҙ. Сүпрә , икмәк әсетеп һибеү сәскәләрҙе файҙалы микроэлементтар менән туҡландыра. Бор кислотаһы эретмәһе сәскәләргә эҫе көндәрҙә дым етмәгәндә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, хлорофилл барлыҡҡа килеүҙе тиҙләтә. Составында фосфор менән кальций күп булған һөйәк оно ла үҫемлектең үҫеүен тиҙләтә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:
Читайте нас: