Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь 2022, 13:27

Башҡортостанда бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты онлайн алырға мөмкин

Башҡортостанда ата-әсәләр балаһы тыуыу тураһында таныҡлыҡты онлайн рәсмиләштерергә мөмкин. Республикала йәшәүселәргә хеҙмәт Дәүләт хеҙмәттәре порталында күрһәтелә.

Башҡортостанда бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты онлайн алырға мөмкин
Башҡортостанда бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты онлайн алырға мөмкин

Суперсервис ата-әсәләргә сабыйын  ЗАГС-ҡа барып тормайынса электрон төрҙә тыуыу тураһында медицина таныҡлығы нигеҙендә теркәргә мөмкинлек бирә.

Ғаиләнең ЗАГС бүлегендә лә тыуыу тураһында герб таныҡлығын алыу мөмкинлеге бар.Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза биргәндә уларға ғариза биреүсенең ЗАГС органында тыуыу тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡ алырға теләүен раҫлаған пунктты һайларға кәрәк.

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, онлайн-сервис эшләй башлағандан алып республикала электрон төрҙә бала тыуыу тураһында 500 таныҡлыҡ бирелгән. Онлайн-сервис аша иң күп бала Өфөнөң Калинин (9), Орджоникидзе (67), Октябрь (54) райондары, Туймазы районы һәм ҡалаһы (60) ЗАГС бүлектәрендә теркәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-02/v-bashkirii-roditeli-mogut-oformit-svidetelstvo-o-rozhdenii-rebenka-onlayn-2998755

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: