Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2022, 17:40

Хәтирәләр менән тулы сәйәхәт

Ауыл кешеһенең ял итергә ваҡыты юҡ тиһәләр ҙә, беҙ тормош иптәшем Рифҡәт менән йәш саҡтан уҡ матур тәбиғәт урындары буйлап сәйәхәткә йөрөргә яраттыҡ. Эшләп йөрөгән ваҡыттарҙа ла йыл һайын йәй айҙарында балалар менән Белорет яҡтарында йөрөп ҡайта инек. Мәшһүр Урал тауҙарына, хозур тәбиғәткә һоҡланып, әллә күпмегә етерлек тәьҫораттар алып ҡайта торғайныҡ. Ә хәҙер пенсияла булғас, ваҡыт күп, шуға ла ошо мөмкинселектән файҙаланып, ҡайҙалыр булһа ла барырға тырышабыҙ.

Хәтирәләр менән тулы сәйәхәт
Хәтирәләр менән тулы сәйәхәт

Республикабыҙҙың төрлө тө­бәктәрендә булдыҡ. Тыуған яғы­быҙҙың тәбиғәте бик гүзәл, юлда мәғрур тауҙарға, сылтырап аҡ­ҡан йылғаларға, ялтырап ятҡан күлдәргә, киң яландарға, ҡуйы урмандарға ҡарап һоҡланабыҙ һәм ләззәт алабыҙ.
Үткән йәй бигерәк тә күп йө­рөнөк. Өс тапҡыр Баймаҡ райо­нында булдыҡ. Беренсе тапҡыр Ғә­ҙелша шарлауығына, ике тап­ҡыр Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбе­ре­нә барҙыҡ. Уның йорт-му­­зе­йында, мәсетендә бул­дыҡ. Ҡайтышлай һоҡланғыс Тал­­ҡаҫ күлендә туҡтап, һыу инеп, ял итеп ҡайттыҡ. Уның таҙалығына, үтә күренмәле булыуына хайран ҡалдыҡ.
Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы эргәһендәһе Уҡлы ҡа­яла, Киндерле мәмерйәһендә, Баш­ҡортостандың географик үҙә­­гендә булырға тура килде. Тауҙарҙың хозурлығы, мәмер­йә­ләрҙең серлелеге арбап, үҙенә әйҙәп тора. Улар беҙгә нин­дәй­ҙер көс биргәндәй булды.
Шулай уҡ йыл һайын йәйге миҙгелдә Көйөргәҙе районын­да­ғы минераль һыуҙары һәм шифалы батҡағы менән популяр бул­ған Яҡут күленә барабыҙ. Рә­сәйҙең төрлө төбәктәренән кил­гән кешеләр менән һаулыҡ­та­рыбыҙҙы нығытабыҙ. Яҡут күле – тәбиғәт ҡомарт­ҡыларының береһе, ул «Яҡут тоҙло сығанағы» исеме аҫтында билдәле. Был күлдең батҡағы менән ыуынып, дауаланғандан һуң аяҡ быуындарының һыҙ­лауы байтаҡ ваҡытҡа баҫылып тора. Үҙебеҙ менән таныш­тары­быҙҙы ла алып барырға тыры­шабыҙ.
Ә инде ике йыл рәттән Ҡы­рымда Ҡара диңгеҙ буйындағы “Мрия” шифаханаһында ял итеп ҡайтыуыбыҙҙы ожмахта бул­ғанға тиңләр инем. Бындағы тәбиғәтте, шифахананың хеҙ­мәт­ләндереү, дауалау кимәлен яҙып ҡына аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Ашарға нимә бешерергә тип аптырарға түгел, һый-ниғ­мәттәрҙең ниндәйе генә юҡ! Мәң­ге күрмәгән нимәләрҙе күреп, тәмләмәгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡайттыҡ.
Быйыл йәй иһә ике машина­ла Краснодар өлкәһенең Анапа ҡалаһы янындағы Витязев ҡаса­баһында, Ҡара диңгеҙ яры буйында ял итергә барҙыҡ. Бе­ре­һендә ҡыҙыбыҙ ғаиләһе ме­нән барһа, икенсеһендә - тормош иптәшем менән беҙ һәм ҡоҙағыйыбыҙ менән ҡоҙасабыҙ. Быйылғы сәйәхәт бигерәк тә оҡ­шаны. Машина менән бар­ған­да ниндәй генә ерҙәрҙе үтмәнек! Бына улар - Татарстан Респуб­ликаһы, Ырымбур, Воронеж, Вол­гоград, Ростов өлкәләре, Краснодар крайы. Бер аҙна буйына диң­геҙҙә һыу инеп, ял итеп ҡайт­тыҡ. Һыу ингәндә эргәлә генә дельфиндарҙың йөҙөп йө­рө­гәне һоҡландырҙы. Ә иң оҡ­шағаны - катерҙа ярҙан 2-3 саҡ­рым алыҫлыҡҡа диңгеҙгә кереп, уртаһында ҡырҡ метр тә­рәнлектә һыу ингәнебеҙ булды.
Төрлө иҫтәлекле урындарға, тәбиғәттең матур урындарына экскурсияларға йөрөнөк. Хозур Кавказ тауҙарының башлан­ған ерен дә күрҙек, ул иҫ киткес матур ине!
Ҡайтышлай Волгоград ҡала­һында туҡтап, Волганың уң ярын­да урынлашҡан Бөйөк Ва­тан һуғышына арналған Мамай Ҡурғанында булдыҡ. Бында Һу­ғыш ваҡытында ҡаты алыштар булған урында “Сталинград һу­ғы­шындағы батырҙарға” һәй­кәл-ансамбль ҡуйылған. Унда шун­дай атмосфера, алыҫ дәһ­шәт­ле йылдар шаңдауы тет­рән­дерҙе, күңелем тулды. Мәңгелек ут янында караул алышынған мәлен дә күрҙек. Төрлө урын­дарҙа иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Диңгеҙ күреп, унда һыу инеп, ял итеп ҡайтайыҡ тигән сәфә­ребеҙ бик оҡшаны. Тормош мә­шә­ҡәттәре бер ваҡытта ла бөт­мәй ул. Шуға ла баҙнат итеп сығып китеп, күрмәгән яҡтарҙы күреп ҡайтырға кәрәк. Барлығы биш мең саҡрым юл үттек. Әллә юлда күп тәьҫораттар алғанға, әллә мәңге булмаған ерҙәрҙе күргәнгә, арыманыҡ.
Алдағы йылдарҙа ла һаулыҡ булып, тағы ла күрмәгән ерҙәрҙе күрергә насип булһын ине.
Флүрә Самиҡова.
Олокүл ауылы.

Автор:
Читайте нас: