Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2022, 10:15

Барыһы ла үҙмәшғүлдәр файҙаһына

INVESTRB.RU-ла үҙмәшғүлдәр өсөн мәғлүмәт бите булдырыла.   

Барыһы ла үҙмәшғүлдәр файҙаһына
Барыһы ла үҙмәшғүлдәр файҙаһына

Башҡортостан Республикаһының INVESTRB.RU Инвестиция порталында үҙмәшғүлдәр статусында теркәлгән кешеләр өсөн мәғлүмәт бите булдырыла, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

- Хәҙер Инвестиция порталында үҙмәшғүлдәр өсөн айырым бит булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул интерактив элементтары менән электрон күрһәтмә булып торасаҡ, - тине министр урынбаҫары.

Уның һүҙҙәренсә, сәхифә 2022 йылдың сентябрь аҙағында әҙер була.

Был биттә теләге булған һәр кем күрһәтмәләргә ярашлы үҙмәшғүл статусын алыуҙың өс ысулы менән таныша аласаҡ, шулай уҡ иҫәптән төшөү йәки статусты яңынан тергеҙеү мөмкинлеге лә буласаҡ. INVESTRB.RU ресурстары эшҡыуарҙарҙың ошо категориялары өсөн килеп тыуған бөтә һорауҙарға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Инвестиция порталы 2019 йылдан эшләй, ул эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн «берҙәм тәҙрә» булып тора.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Фото: sun9-56.userapi.com

Автор:
Читайте нас: