Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июль 2022, 21:03

Иремдең ситтә улы бар...

Бер көн ирҙең телефонына ят номерҙан смс-хәбәр килде. Асып уҡыным бит, әй! Ә унда: “Пап, ты когда приедешь? Жду. Твой СЫН”, - тип яҙылған.  

Иремдең ситтә улы бар...
Иремдең ситтә улы бар...

- Ирҙең икенсе ҡатындан малайы бар бит, әй!

- Кит, юҡты!

- Ысын! Мин өлкән малайға ауырлы булғанда теге бисәһе лә ауырлы булған!

- Ҡайҙан белдең?

- Шул малай менән һөйләштем!

- Нисек?

- Бер көн ирҙең телефонына ят номерҙан смс-хәбәр килде. Нишләптер асып уҡыным бит, әй! Ә унда: “Пап, ты когда приедешь? Жду. Твой СЫН”, - тип яҙылған. Минең күҙ шаҡмаҡ, йөрәк алҡымға тығылды. Шул арала тышта йөрөгән ир килеп инде. Бына бит китте талаш. Мин үҙемдекен һөйләйем, ул үҙенекен тылҡый. Талаша торғас илап бөттөм, әйтмәгән һүҙҙәр ҡалманы. Айырылышыр хәлгә еттек. “Ситтәге малайыңдың барлығын белмәнем, биллаһи, бер көн тормаҫ инем”, - тием.

Ҡыҫҡаһы, әйтелере, әйтелеп бөттө! Уйлап йөрөнөм дә шылтыраттым бит ят номерға. Теге оста бер егет алды. “Һин кем?” – тип һораным. Исемен әйтте, аптырап китте үҙе. “Ошо телефон номерына смс-хат ебәрҙеңме?” – тиһәм, юҡтан һалдыра. Мин шуның һайын еңешәм, төбәшәм, ҡайһы ауыл, район, ата - әпсәһен тикшереп, һорашып бөттөм. Нисә йәш икәне лә билдәле булды!

Уф! Теге бисә минең менән бер осорҙа ауырлы булған. Минең малайҙан айлап ҡына бәләкәй. Донъям түңкәрелде! Ир менән ул көн башҡаса һөйләшмәнем. Үҙем һаман төрлөсә план ҡорам. Илай торғас, күҙ шәмәреп бөттө. Ҡулға ла бер эш бармай. Кискә ҡарай ҡырҙа уҡыған малай шылтырата.

- Иртән атай городҡа килмәйме? Килһә миңә шул-шул нәмәләрҙе алып килһен әле. Үҙемдең телефондың аҡсаһы бөткән, шуға дуҫтың телефонынан смс яҙғайным, яуап та бирмәне, - тимәһенме?!

Ҡулымдан нәмәләрем шаптырҙап төшөп китте. Малайға ҡысҡыра башланым: “Ниңә был мин тип исемеңде яҙманың?! Беҙ һинең арҡала айырылышырға булып бөттөк!”

Хәҙер инде ни көлөргә, ни иларға белмәйем. Малай аптырап ките: “Улай килеп сығыр тип кем уйлаған. Дуҫ егеткә лә әйтеп торманым хатта смс яҙғанымды”, - ти. Ирешә-талаша саҡ аңлашып ҡуйҙыҡ. Мин яҙылдым, ә ирҙе, бер ғәйепһеҙ ирҙе, саҡ яҙып алдым.

Бөгөн иремдең “теге улы” беҙгә ҡунаҡҡа килә, манты бешерҙем, мунса яҡтым… Көтәбеҙ…

Сығанаҡ: Райхана Булатова.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-07-22/iremde-sitt-uly-bar-2883204 

Фото: funart.pro

Автор:
Читайте нас: