Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Май 2022, 12:56

Татлы боросҡа ниндәй ашлама етмәүен нисек белергә?

Ни өсөн татлы боростоң сәскәләре ҡойола һәм япраҡтары һарғая?

Татлы боросҡа ниндәй ашлама етмәүен нисек белергә?
Татлы боросҡа ниндәй ашлама етмәүен нисек белергә?

Татлы боростоң  япраҡтары үҫкәндә уға тик азот ҡына кәрәк. Шуға кесерткән һәм үлән төнәтмәләре һибегеҙ. Уларҙы тауыҡ тиҙәге менән дә алмаштырырға була.

Сәскә атҡас, был йәшелсә  фосфор һәм калийлы ашламалар менән туҡландырыуҙы талап итә. 2 аш ҡалағы балыҡ онон 8 литр һыуға бутап, туҡландырығыҙ. Фосфор етешмәгәндә борос япраҡтары шәмәхә төҫөнә инә.

Калий етмәгәндә  көл һалығыҙ. Япраҡтарҙың төрөлөүе – калий етмәү билдәһе.

Әгәр ҙә үҫемлектең сәскәләре  ҡойола , өҫкө япраҡтары бәләкәй икән, 10 литр һыуға  1 балғалаҡ бор кислотаһы һалып ашлағыҙ.

Ябай сүпрә –  минераль элементтар, аҡһым  сығанағы.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:
Читайте нас: