Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2022, 18:00

“Ларгус”ҡа ике тапҡыр эләгә...

Ошо көндәрҙә Өфө-Ин­йәр-Белорет юлының 7-се ки­лометрында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

“Ларгус”ҡа ике тапҡыр эләгә...
“Ларгус”ҡа ике тапҡыр эләгә...

41 йәшлек районда­шыбыҙ идара иткән “Лада Приора” Өфөнән килеүсе “Лада Ларгус”менән бәре­леште. Бәрелеүҙән һуң “Лар­гус” “Hyundai Getz” машинаһы менән дә төкөшә. Һөҙөмтәлә, “Ларгус” машинаһындағы 73 йәшлек пассажир ҡатын ауыр йәрәхәттәренән дауаханала йән бирә. Медицина ярҙамы шулай уҡ “При­ора”ның водителенә һәм “Ларгус”тың 52 йәшлек пассажир ҡатынға ла кәрәк була.
Әлеге юл-транспорт ва­ҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Азат МӨЛӨКОВ,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте именлеген пропагандалау буйынса инспекторы.

Автор:
Читайте нас: