Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Апрель 2022, 16:48

“Балам”, – тип яҡын барырға ла хаҡым юҡ...

...Баштан мең уй йүгереп үтте: ҡасандыр мине һыйындырып, баламды алып ҡалған туғандар ҙа ҡайтҡанмы әллә?  Яҡын барып аралашырға, хәл-әхүәл  белешергә ҡыйыулығым етмәне, дөрөҫөн әйткәндә, бер өҙөлгән епте ялғарға ҡыйманым – эстән ут йотһам да, шулай тынысыраҡ булыр тип, йәштәремә тығылып, ауыл яғына атланым.

“Балам”, – тип яҡын барырға ла хаҡым юҡ...
“Балам”, – тип яҡын барырға ла хаҡым юҡ...

Республика райондарының береһендә күркәм генә донъя көткән, ике бала үҫтергән урта йәштәге ханымдың, тәүге ҡарамаҡҡа, бер бошонорлоҡ урыны юҡ һымаҡ. Эше, ашы, абруйы бар. Эргәһендә  үҙен аңлап торған ире, балалары – бәхет өсөн тағы нимә кәрәк, тиерһегеҙ. Мәгәр, Ғәлиә исемле ҡатындың күңеле тулы – ут, көйҙөргөс ялҡын. Иң аяныслыһы – үткәндәрҙе үҙгәртеп, хаталарҙы төҙәтеп булмай. Ҡыҫҡаһы, уның тарихын тыңлап ҡарайыҡ.

“Әсәйем хәтәр ҡаты кеше булды,  – тип башланы ул һүҙен.  –  Уның өсөн башҡаларҙың фекере бер ҡасан да  мөһим түгел ине. Артыҡ талапсанлығы, мыжыҡлығы һәм ҡәтғилеге менән айырылып торҙо. Хатта әхирәттәре лә юҡ ине уның. Атайымды, тыныс һәм ипле кешене, эшкә һанаманы, һәр ҡарарҙы фәҡәт үҙе ҡабул итте. Хәҙер, үҫкәс, тормош тәжрибәһе туплағас, аңлайым – атайым күпселек осраҡта балалар хаҡына түҙгән, тауыш ҡуптармайым тип теш ҡыҫып йәшәгән, өндәшмәгән... Ана шул хәле тиҙ арала сиргә һабыштырҙы ла – ул йәш кенә килеш инсульттан вафат булды.

Әсәйебеҙ был хәлгә оҙаҡ бошонманы, күҙ йәше түгеп ултырманы, уға хас булғанса, бер нәмәгә ҡарамай, алға атлауын белде, ел-бурандарға  бирешмәне, кеше әйткәнде тыңламаны, бар кәртәләрҙе уҫаллығы, әрһеҙлеге менән еңде. Апайым – хәс әсәйем: уҫал, артыҡ ҡәтғи, шаярыуҙы ла аңламаған һөмһөҙ кеше.

Мин иһә атайыма оҡшаныммы икән? Әллә әсәйемдең артыҡ уҫаллығы  бала саҡтан уҡ бәғеремде телгеләп, мине баҫҡан, ихтыярһыҙ кеше иткәнме икән? Һәр хәлдә минең әсәйемә ҡаршы торорлоҡ хәлем бер ваҡытта ла булманы. Ул нимә ҡушһа шуны үтәнем, нимә әйтһә, шуның менән килештем. Ҡаршы әйтмәнем, бәхәсләшмәнем. Бер ҡараһа, хатта ҡурҡышымдан тотлоға инем – ҡайҙа ул ҡаршы әйтеү! Әсәйем һәр саҡ минең өсөн хәл итте, бер ваҡытта ла “нисек уйлайһың” тип һораманы.

Мәктәпте бөтөп, ауылдан сығып китер минуттарҙы нисек ашҡынып көткәнемде белһәгеҙ! Бар көсөмдө һалып, юғары уҡыу йортона инергә тырыштым – был әсәйемдең туҡтауһыҙ мыжыуынан, бөтә хәлде контролдә тоторға тырышыуынан ҡасыу ине. Әйткәндәй, уҡыу йортон да ул һайланы.

Имтиханды яҡшы тапшырып, студент булып киттем. Ятаҡҡа урынлаштым. Өйҙәге мөхиттән  һуң  дүрт кеше йәшәгән бүлмә ожмах булып тойолдо. “Шулайт-былайт”, “улай итмә-тегеләй итмә” тип торған мыжыҡ әсәй юҡ: ни теләйһең, шуны эшләйһең, ҡайҙа теләһең, шунда бараһың – иркенлек! Был хәл минең башымды әйләндерҙе, ысын тормош шулай була икән тип, студент йәшәйеше ағымына сумдым. Уҡыуҙан бигерәк, ошондай рәхәт тормош ҡыҙығыраҡ ине миңә. Бер заман уҡыу ҡайғыһы бөтөнләй тиерлек китте, кәйеф-сафа ҡороп, дуҫ-иштәр менән шашып йөрөүҙән бушамай башланыҡ.

Ҡыҫҡаһы, өсөнсө курста ауырлы икәнлегемде белдем. Атай буласаҡ егеттән елдәр иҫте, институттан ҡыуҙылар. Аҡса юҡ, әсәй  ебәреп торһа ла, ул иҫәпле һумдар бер нимәгә лә етмәй ине. Эшкә урынлашып ҡараным, дуҫ-иштәрҙә йәшәп торҙом, тик барыһы ла кәйеф-сафа ҡорғанда ғына яҡшы булып сыҡты – аҡсаһыҙ, ауырлы әхирәт бер кемгә лә кәрәкмәй ине.  Әллә машина аҫтына ғына ташланайыммы, мин кемгә кәрәк был донъяла, тип уйлаған минуттар ҙа булманы түгел... Тик нимәлер тота ине. Ҡыҫҡаһы, бар ҡыйыулығымды йыйып, нимә булһа ла булыр тип, ауылға ҡайтырға булдым.

Төнгә табан килеп ингәс, әсәйем башта аптырап китте. Өндәшмәне. Ә инде сисенеп, өҫтәл артына ултырғас, ул миңә төбәлде лә ҡатып ҡалды.

 – Ауырлыһың бит? Кем атаһы?  –  тип һораны.

Мин илап ебәрҙем... Хәйер, әсәйемдән аңлау һәм яҡлау табырға өмөт итмәгәйнем мин, улар аҡланмаҫын да белә инем. Битәр һәм ауыр һүҙҙәрҙе аҙ ишетмәнем, әммә ул, оҙаҡ уйлай торғас, бер ҡарар ҡабул итте. Ғәҙәттәгесә, фекеремде һорап та торманы. Ҡыҫҡаһы, уның алыҫ ҡалала тыуған яғынан йәш саҡта уҡ сығып киткән, урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан сыбыҡ осо апаһы йәшәй ине. Уның минән ун йәшкә самаһы өлкәнерәк ҡыҙы күптән кейәүҙә булғанын, әммә бала  таба алмағанын да яҙа-йоҙа ишетеп белә инем. Әсәйем нимә һөйләшкәндер, нисек килешкәндер, әммә ошо балаһыҙ пар мине бала тыуғансы һыйындырып торорға, пропискаға ҡуйырға вәғәҙәләгән, ә бала тыуғас, сабыйымды үҙенә аласағын белдергән.  

Йәш һәм иҫәр саҡ  –  әлеге ауыр хәлемдән башҡа сығыу юлын күрмәгәс, әсәй әйткәнде тыңлап, алыҫ яҡҡа юлландым. Миңә ҙур фатирҙа бер бүлмә биреп ҡуйҙылар, матур ғына мөғәмәлә иттеләр, пропискаға тороп, табипҡа йөрөнөм. “Тағы ла саҡ ҡына ваҡыт үтһә, был бәләнән ҡотоласаҡһың”, –  тип үҙ-үҙемде тынысландырған булдым.

Ҡыҫҡаһы, барыһы ла әсәйем уйлағанса килеп сыҡты. Һап-һау ҡыҙым тыуҙы. Уға күҙ һалғас, йөрәк сәнсеп-сәнсеп алһа ла, артҡа табан юл юҡ ине. 19  ғына йәштә был бәләкәс бала менән ҡайҙа барам, нимә эшләйем мин? Һөнәр юҡ, фатир юҡ, эш юҡ... Һөйләшкәнсә, бала табыу йортонда уҡ ҡыҙымдан баш тартып, документҡа ҡул ҡуйҙым. Уны теге туған тейешле пар тиҙ арала юллай башланы. Алдан килешелгән булғас, был эш тә тиҙ тамамланды. Мин иһә, дауахананан сыҡҡас, тыуған яғыма юл тоттом. Поезда китеп барам, ә күҙҙән йәштәр аға ла аға, аға ла аға...Күкрәк тулы һөт, йөрәк тулы әрнеү булһа ла: “Башҡа юл юҡ! Бала имен-һау тыуҙы, сүплеккә ырғытманың, балалар йортона тапшырманың”,  – тип аҡларға тырышҡан булам үҙемде...

Ә әсәйем дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүенә бер минутҡа ла шикләнмәне. Бала хаҡында ла һораманы. Әммә мине башҡа ҡалаға уҡырға ебәрмәне –  бер ни тиклем ваҡыттан һуң документтар юллап, институттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күстем, уҡып бөтөп, диплом алдым. Эшкә урынлаштым, ниһәйәт, тормошом яйлана башланы. 25 йәшем тулғанда,  бер егетте осратып,  ғаилә ҡорҙоҡ. Үткәндәр шаңдауы ҡайҙалыр томандар артында ҡалғандай тойолдо...

Тәүге әрнеү балабыҙ тыуғас килде: йөрәкте өтөп алып барған һары һағыш ине ул. Баламды имеҙгәндә, йыуындырғанда  ҡасандыр  оҙаҡ уйланмай ғына ҡалдырып киткән беренсе балам – ҡыҙым иҫкә төшә лә, уйҙарым баш түбән әйләнә. “Ул күкрәк һөтө һорап илағандыр инде...”, “Үҫкән минуттарын күрмәнем...”, “Хәҙер ниндәйерәк икән?” тигәнерәк уйҙар баштан сыҡмай, үкенес йөрәкте яндыра.  Тағы бер балам тыуғас, тормош тәжрибәһен бер аҙ туплағас, үкенестәр тағы ла әсерәк була башланы. Һүҙ юҡ  –   эргәмдәге ике балама яҡшы әсәй булырға тырыштым, үҙемдең әсәйем һымаҡ, ҡаты бәғерле булманым, наҙлап үҫтерҙем.

...Иң ауыр минуттар алда булған икән. Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ауылда Шәжәрә байрамы ойошторҙолар. Бик ҙурлап, ныҡлап әҙерләнеп үткәрелгән сара ине ул. Яҡташтар ҡайҙан ғына ҡайтмаған! Хатта сит илдәрҙән килгән кешеләр ҙә бар ине. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ғаилә лә ҡайтты. Әсәйем, апайымдың ғаиләһе, беҙ –  байрам уртаһында ҡайнаныҡ, концерт ҡараныҡ, күптән күрмәгән ауылдаштар менән  аралашып рәхәтләндек.

Ялан уртаһына сәхнә ҡуйылған һәм уның алдына ағас эскәмйәләр теҙелгәйне.  Бер ваҡыт, сығыштарҙы яҡынданыраҡ ҡарайым әле, тип килһәм, күҙем артҡы рәттә ултырған ҡыҙға төштө. Йөрәк “жыу” итеп ҡалды –  хас минең йәш сағым! Баштан мең уй йүгереп үтте: ҡасандыр мине һыйындырып, баламды алып ҡалған туғандар ҙа ҡайтҡанмы әллә?  Яҡын барып аралашырға, хәл-әхүәл  белешергә ҡыйыулығым етмәне, дөрөҫөн әйткәндә, бер өҙөлгән епте ялғарға ҡыйманым – эстән ут йотһам да, шулай тынысыраҡ булыр тип, йәштәремә тығылып, ауыл яғына атланым.

...Мин яңылышманым – шул туғандар ауылға ҡайтҡан булып сыҡты.  Был көндән һуң ҡаты сирләп алдым. Төштәремдә теге ҡыҙ менән һаташа башланым, ауыр уйҙарҙан ҡотолор әмәл ҡалманы. Бер йылдан һуң әсәйем ҡаты сирләп китте. Үлер алдынан минән ғәфү үтенде, “артыҡ ҡаты булһам, ярлыҡа”,  –  тип әйтеп өлгөрҙө. Һөҙөмтәлә,  әсәйем менән үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр асылып, ысын күңелдән һөйләшә алманыҡ: уға булған барлыҡ һорауҙарым, дәғүәләрем, үкенестәрем –  барыһы ла эсемдә ҡалды, барыбер әйтер һүҙемде әйтә алманым, ҡыйыулығым етмәне.

Йыш ҡына телевизорҙан “ДНК”, “Көт мине” программаларын ҡарайым да, оҡшаш хәлдә ҡалған ҡатындарҙы йәлләп илайым, ҡайҙалыр минең барлығымды ла белмәгән йәнкиҫәгем – балам өсөн йөрәгем яна.

Социаль селтәрҙәр заманы бит хәҙер – уның сәхифәһен дә таптым, әммә яҙырға, нимәлер әйтергә тағы ҡыйыулығым етмәй. Кем мин уның өсөн? Ҡот осҡос яңылыҡты ҡабул итерме? Күрәләтә тороп ташлап киткән әсәйҙе ғәфү итә алырлыҡ көс табырмы, әллә нәфрәт менән яуап бирерме? Билдәһеҙлек уты яндыра. Бер яҡтан, нимә булһа ла булһын, әйтәйем дә ҡуяйым, тигән ҡарарға киләм. Хатта, ул йәшәгән ҡалаға барып әйләнәйемме, тип тә уйлап ҡуям. Унан тағы артҡа сигенәм, үҙем үҫтергән балаларҙы, иремде уйлайым – улар ҙа мине ғәфү итмәһә?

Ҡыҫҡаһы, төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталар ҙа була икән...Бына шулай, ҡасандыр уйламай яһаған аҙымым, ҡыйыуһыҙлығым, ихтыярһыҙлығым арҡаһында ғүмер буйы үкенес утында янырға яҙған миңә”,  –  тип һөйләне Ғәлиә ханым.

Был аяныслы хәлгә ҡағылышлы ниндәйҙер кәңәш биреүе ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа, фекерҙәрегеҙ булһа, яҙығыҙ дуҫтар. Ғәлиә ханымға, бәлки, ниндәйҙер аҙым яһау өсөн, этәргес, икенсе ҡараш кәрәктер.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Фото: easy-woman.ru

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-05/balam-tip-ya-yn-baryr-a-la-ha-ym-yu-2757114 

Автор:
Читайте нас: