Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Апрель 2022, 16:38

Бәхетте мин уның менән татыным...

Дауаханала ятҡанға ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтте. Көндәлек процедуралар үтеүгә көн кискә ауыша, шуға ла көндөң үткәне артыҡ һиҙелмәй. Ә бына ҡыштың оҙон кистәрен үткәреү күңелһеҙ.  

Бәхетте мин уның менән татыным...
Бәхетте мин уның менән татыным...

 Күрше карауатта ятҡан әбейгә һүҙ ҡушыуы ла ҡурҡыныс: бөтә донъяға зарланырға тотона. Ә мөйөштәге ҡыҙҙың беҙҙә бөтөнләй эше юҡ – көнө буйы, ҡолаҡсындарын кейеп, музыка тыңлай йә интернетта соҡона. Шуға күрә күпселек коридорға сығам да, тәҙрә аша тыштағы шаулы ығы-зығыны күҙәтәм. Бөгөн дә яйлап үҙ урыныма йүнәлдем.
Тик ул буш түгел ине: минән аҙ ғына олораҡ ҡатын тышҡа текәлгән. Күргәнем бар уны: теге остағы палатала атаһымы әллә ағаһы менәнме ята. Башҡалар менән артыҡ аралашып бармайҙар. Һәр хәлдә ирҙең ни өсөн коляскала ултырыуын бер кем дә белмәй: бәхетһеҙ осраҡмы әллә ҡаты сиргә дусар булғанмы? Икәүләшеп көлөшә-һөйләшә процедураларға йөрөйҙәр, ә бына башҡаларға күтәрелеп тә ҡарамайҙар шикелле.
Үҙемде нимә менән булһа ла әүрәтеү өсөн тәҙрә янындағы китап кәштәһенән уҡырлыҡ әҫәрҙәрҙе ҡарай башланым.
– Урынығыҙҙы алдыммы?
– Зарар юҡ, шәхси йортом түгел бит.
– Гел һеҙҙең ошонда торғанығыҙҙы күреп, аптырай торғайным. Төнгө уттарҙың матурлығы бер аҙ күңелде тынысландыра икән. Шаулы тормошто ситтән күҙәткән кеүек тойғо ла барлыҡҡа килә.
– Эйе, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Һеҙҙе яңғыҙ күреүе ситен әле ул. Гел ағай менән бергә булыуығыҙға өйрәнелгән...
– Хәләлемә бөгөн операция эшләнеләр бит. Әле реанимация бүлегендә. Янына мине индермәйҙәр. Шуға  үҙемә урын таба алмай йөрөүем. Шәфҡәт туташы, аңына килһә, әйтермен, тигәйне лә, һаман юҡ. Әллә онотҡанмы, әллә эше күп...
45 йәштәрҙәге ҡатындың оло бабайҙы, ирем, тип тороуына аптыраһам да, һиҙҙермәҫкә тырыштым:
– Бәлки, ағай наркоздан айнымағандыр. Ҡатмарлы операция булдымы?
– Эйе, умыртҡа һөйәгенә эшләнеләр. Табиптар аныҡ итеп әйтте: бынан һуң аяҡҡа баҫа алмаһа, ғүмергә инвалид креслоһында ҡаласаҡ. Шуға борсолам. Һуңғы өмөтө һүнеп ҡуймаһын, тим.
– Яҡшыға өмөт итәйек. 
– Эйе. Тик өс йыл буйы дауаханалар буйлап йөрөй торғас, төрлөһөн күрҙек. Дөрөҫөн әйткәндә, иремә һиҙҙермәйем, ә үҙем күңелем менән уның ауырыуына күндем инде. Янында булырмын, ҡарармын. Балаларға ауыр булыр, донъяны үҙҙәренә йыйырға тура килә. Кесеһе әле һөнәрле лә түгел, йыл ярым уҡыйһы бар. Ярай олоһо өйләнеп өлгөрҙө. Ауырыу оҙаҡҡа киткәс, уларҙы ауылға күсереп алып ҡайттыҡ. Беҙҙең баш дауаханаларҙан сыҡмай бит...
– Һеҙҙең кеүек өҙөлөп торған кеше янында булғанда, ағай бирешмәҫ. Шәбәйеп китер.
– Таяҡ менән булһа ла йөрөй башлаһа, ҡана  һуң... Былай эстән яна, һиҙеп торам. Кеше көнлө булып ултырыуын күтәрә алмай. Һау сағында бигерәк эшсән, яндырай булды. Ни хәл итәһең, йәше лә бара бит. 
Бер аҙ һүҙһеҙ генә тышты күҙәттек тә, йоҡларға тип, палаталарыбыҙға таралдыҡ.  Иртәнсәк укол һалырға килгән шәфҡәт туташынан һорашмай булдыра алманым:
– Коляскалағы бабайға кисә операция яһағайнылар, хәле нисек икән?
– Уртаса. Тик бына төндә ҡатынының ҡан баҫымы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып алды. Ярай ваҡытында табип саҡырып өлгөрҙөк.
Ул сығып китеүгә палаталағы әбей миңә төбәлде:
– Ҡатыны, тиме? Эргәһендәгеме?
– Эйе, ҡатыны.
– Һы!.. Йәп-йәш башы менән ҡарт бабайға сыҡҡан... Всяко быныһының аҡсаһы күп. Мин әйтте тиерһең, бабай инвалид булып ҡалһа, ярты донъяһын хапать итеп, ҡасасаҡ. Ундайҙарҙы күргән бар!
– Өс йыл буйы ҡасмағанды, бынан һуң да ҡасмаҫ. Үҫеп еткән балалары ла бар.
– Әстәғәфирулла! Ул йәштән үк оло иргә сыҡҡанмы? Тимәк, уйнаш итеп йөрөгән дә, ҡорһағындағын йәшерер өсөн ҡармағына ҡапҡан тәүге иргә таҡҡан инде. Минең килен дә шулай килеп инде. Быҙау кеүек йыуаш малайым, шул кәнтәйҙең һүҙенә ышанып, сит баланы үҫтерә!..
Көн һайын тыңлап, ятлап бөткән хәбәрҙе ҡабат ишетмәҫ өсөн палатанан сығып, физиотерапия кабинетына юлландым. Унан сығыуға кисәге ҡатынды осратып, шатланып киттем:
– Исемегеҙҙе лә һорарға онотҡанмын бит кисә. Хәлегеҙ нисек? Төндә ауырып алды, тигәстәре, борсолдом.
– Хәмдиә булам мин. Хәлем арыуланды, шөкөр. Кисә бит иремдең хәлен белә алманым, шуға уяулы-йоҡоло ята торғас, йөрәгем һуғып ауырыным да киттем. Бына әле табип биш минутҡа янына индергәйне, бер аҙ тынысландым. Уяу, мине күргәс, йылмайған булды. Иртәгә, барыһы ла һәйбәт булһа, ҡабат минең яныма сығарып һалалар. Үҙем ҡарармын, Алла бирһә.
– Бик һәйбәт булыр.
– Эйе, шуға бына бында йәшәгән һеңлемә иртәгә таң менән тауыҡ һурпаһы бешереп килтерергә ҡуштым әле. Үҙебеҙ район ерендә йәшәйбеҙ. Ҡарағыҙ әле, һеҙҙә бер әбей ята ине, доға уҡыймы икән? Хәйер бирермен, тип әйтеү әйткәйнем...
– Ҡуй, уға биреп тормағыҙ. Кешеләрҙе әрләп тик ята ул. Сыҡҡас, ауылдағы берәй етем балаға бирерһегеҙ.
– Шулай инде, хәйерҙе изге уй менән ҡабул итеп, матур эшкә, ризыҡҡа тотонғанда ғына сауабы була, тиҙәр. Ҡарағыҙ әле, беҙҙең йәш айырмаһы 3 – 4 йыл тирәһелер күп булһа, «һеҙ» тип һөйләшмәйек әле. Бик булмаһа, үҙебеҙсә, апай-һеңле тип әйтәйек.
– Эйе шул.
– Мин бөгөн дә палатала бер үҙем. Кис, табиптар ҡайтып бөткәс, сәй эсергә инерһең, йәме?
Мин ризалығымды белдереп, баш ҡаҡтым.
Кис Хәмдиәнең йөҙө ҡояштай балҡый ине:
– Төштән һуң табип тағы ла реанимацияға индерҙе бит. Ғәзимдең хәле буйтым ғына ул. «Атлап китһәм, минең бер үҙемде генә ҡалдырып, ауылға ҡайтып китмә инде», – тип шаяртҡан була. «Үҙең наҙайыл булып, ҡыуып ҡайтармаһаң инде», – тигәйнем, йылмая.
– Һеҙҙең гел бергә йөрөүегеҙгә, йылмайып-көлөп кенә һөйләшеүегеҙгә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Тик мин һеҙҙе аталы-ҡыҙлы йәки ағалы-һеңлелелер тип уйлай инем.
– Бөтәһе лә шулай ти. Ул минән 17 йәшкә оло. Быйыл 63 йәшен тултыра. Тик унан да олораҡ күренә. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күрҙе бахырҡайым. Минең арҡала ла эләкте... Булмағанын булдырып, ауыр­лыҡтарҙы үтеп, инде рәхәткә сыҡтыҡ тигәндә, бынау фажиғәгә юлыҡты бит. Машина бәрҙереп китте. Тәүҙә кем икәнен тапманылар, дөрөҫөрәге, табырға телә­мәнеләр. Аҙаҡ тикшереү эштәре оҙаҡҡа һуҙылды. Ғәйепле кеше беҙҙең яҡтан бер эшҡыуар булып сыҡты. Хаҡлыҡ эҙләп йөрөмәһәк, шулай ҡалыр ине инде. Яллаған адвокат арыу булды, ғәйебен дәлилләне. Үҙ-ара хәл итәйек, тип килгәйне теге кеше, әйттем: «Иремдең элекке һаулығын ҡайтар – суд булмаҫ!» Ауыл халҡы, аҡсаға һатылған, тип бер аҙ ғәйбәт һатып алды. Ә миңә Ғәзимдең һаулығы мөһимерәк. Ике йыл буйы дауаханаларға йөрөттө, инвалид креслоһының да ҡиммәтлеһен алып бирҙе. Был операцияға ла тәүҙә алырға теләмәнеләр, үҙе килеп һөйләште. Тәүҙә асыуым килә, күргән һайын әрләшә инек. Хәҙер туған­лашып бөттөк инде. Аяғына баҫа алмаһа, ҡараусы яллармын, ти. Нисек итеп үҙ иремде сит кешенән ҡаратып ултырайым? Юҡ, ниндәй хәлдә булһа ла үҙем ҡарайым!
– Ауыр булыр, шулай ҙа яҡшыға өмөт итәйек...
– Эйе... Ә ауырлыҡҡа килгәндә, беҙ өйрәндек инде. Ул да, мин дә күрмәгән ғазап ҡалманы тигәндәй. Бергә йәшәй башлағас ҡына хәлдәр яҡшырҙы. Уныһында ла кеше һүҙе сығып торҙо, ҡырын ҡараусылар ҙа булды. Мин бит уға: «Өйлән миңә!» – тип үҙем барып әйттем.
– Ай-ба-ай! Вәт батыр булғанһығыҙ!
– Батырлыҡтамы ни эш! Ул бит минең өсөн төрмәлә ултырып сыҡты. Унан ҡала, үҙем дә эскән атай-әсәйҙән арығайным...
– ?..
– Эй, беҙҙең тарих оҙон инде ул... Ауыл артыҡ ҙур түгел, кешеләр бер-береһенең нисек йәшәгәнен дә, нимә уйлағанын да белә тигәндәй. Минең бала саҡ колхоздың гөрләп торған сағына тура килде. Атайым малсылыҡта эшләй, әсәйем – бухгалтер. Эш хаҡы ай һайын мул килә. Апайым менән балда-майҙа ғына йәшәйбеҙ тигәндәй. Тик байрам һайын табын йыйыу үҙенекен итте: атай менән әсәй эскелеккә һалышты. Әгәр донъялар үҙгәрмәһә, бәлә артыҡ ҙурға китмәҫ ине. Ни тиһәң дә, колхоз һәр эшсеһенә онон, бесәнен бирҙе, эш хаҡын да түләне. Эскеселәрҙе йыйылыштарҙа әрләп, күҙәтеп торҙолар. Тик 90-сы йылдарҙың урталарында илдә болғаныш башланды, колхоз-совхоздар тарҡалды. Эшһеҙ ҡалғас, атай менән әсәй бөтөнләй донъянан ваз кисеп, йәшәү мәғәнәһен эскелә генә күрә башланылар. Апайым ҡалаға уҡырға китеп өлгөргәйне, эшкә урынлашып, үҙ көнөн үҙе күрҙе. Ә мин, 13 йәшлек ҡыҙ бала, артабан нисек йәшәргә, көн күрергә белмәй, аптырап ҡалдым. Хәҙер генә балалар хоҡуғын яҡлаусы ойошмалар, кешеләр күп. Ә ул саҡта бер кемдең дә башҡаларҙа эше юҡ. Ашарға юҡ, өй тулы ауылдың эскән ир-аттары, бисә-сәсәләре йыйыла. Йә булмаһа, минекеләр аҙналап уларҙа ята. Уҡытыусылар ҙа, ауыл советы рәйесе лә хәлемде белә, тик күрмәмеш булдылар. Ул саҡта балалар йортона йәки интернатҡа барырға тәҡдим булһа, шатланып риза булыр инем. Тик үҙ көнөмдө үҙемә күреп йәшәргә тура килде.
Эскелеккә, өйҙәге болаға түҙергә була ине әле. Бер заман атай әсәйемде шешәләш дуҫтарынан ҡыҙғанып, туҡмай башланы. Аҙаҡ миңә лә өлөш сығарырға тотондо. Етмәһә, Илдар исемле бер һөмһөҙ егет йораты беҙгә эйәләп алды. Үткән-һүткәндә миңә һүҙ ҡуша, ҡосаҡлап маташа. Мәңге бысраҡ кейемле, ауыҙынан һаҫыҡ еҫ аңҡыған, шешмәкләнеп бөткән йөҙлө алкашты күреү менән күңелем ытырғана. Ә ул һаман миңә бәйләнеп маташа.
– Сәлим брат, һиндә бит еләк кеүек ҡыҙ үҫеп килә! Бына бәлиғ булғанын көтәм дә, кәләш итеп алам. Үҙеңде «батя» тип кенә йөрөтөрмөн, йәме! Ха-ха-ха...
 Атайым уға нимәлер мыңғырлап яуап биреп маташа. Әсәй иһә уға ҡушылып көлә.

Беҙ бәләкәйерәк саҡта күршелә иҫке генә буш өй ултыра ине. Хәтерләүемсә, унда вафатына тиклем Сәүиә исемле әбей йәшәне. Беҙҙекеләр эсә башлағайны инде, уның улы Ғәзим күсеп ҡайтты. Иҫеректәрҙең һөйләүенән уның нимә өсөндөр төрмәлә ултырыуын, сығыуына ҡатыны уның менән законлы айырылып, фатирынан ҡыуыуын белдем. Бер кем менән дә аралашмаған, ҡырыҫ ир көнө-төнө тигәндәй эш менән була: өйөн рәтләне, һарайын нығытты, бәләкәй генә мунса төҙөп ултыртты. Ҡулы оҫта икән: көнкүреш техникаһы, электр приборҙары йүнәтә. Унда-бында осрағанда баш ҡағып ҡына иҫәнләшә лә, ары китә. Атайымдар уны бер нисә тапҡыр эске табынына саҡырып ҡараны, тик күрше баш тартты.
– Тюремщ-щик! – тип теш араһынан ыҫылданы бер ир. – Кешегә һанап ҡунаҡҡа саҡырғандың ҡәҙерен белмәй. По-любому аҡсаһы бар, шуны ҡыҙғана. Как будьто минең кеҫә тишек. Йөрөһөн, ана кеше иҫкеһендә соҡонһон! Башҡаса саҡырмайыҡ! Даже үҙе инәм тиһә лә ишеккә күрһәтәбеҙ, аңланығыҙмы?!
Тик ул килмәне, эскеселәр араһына ҡыҫылырға теләмәне. Ғәзимдең йорто ҡотайҙы, ә беҙҙеке бөлдө. Утын әҙерләмәгәс, кәртә-ҡура ике ҡышта һүтелеп яғылды. Рәтләү, йүнәтеү күрмәгән шаҡартма бағаналары ауа башланы. Өйҙө үҙемсә йыйып, йыуып сығарған булам. Эскеселәр килеп, аяҡ кейемдәре менән йөрөйҙәр, ашаған табаҡтары шул килеш ултырып ҡала. Бер заман йоҡлап ҡала башланылар. Йыш ҡына үҙемә урын ҡалмай торғайны. Бер шулай йәй көнө ҡайҙа барып ятырға белмәй, тупһала илап ултырғанда күҙем күршеләрҙең һарайына төштө. Кисә генә Ғәзим ағай кемдеңдер аты менән яңғыҙ һыйырына ҡышлыҡ бесән ташығайны. Тиҙ генә өҫтөмә курткамды кейҙем дә, һарай башына үрмәләнем. Йомшаҡ, хуш еҫле бесән, етмәһә эргәлә хырлаған, әрләшкән иҫеректәр юҡ – рәхәтләнеп йоҡлап киткәнмен. Уянғанымда таң атҡайны инде. Шул көндән башлап өйҙә “байрам” булған төндәрҙе һарай башында үткәрҙем. Берҙән-бер төндө унда нисектер түшәк, мендәр, юрған пәйҙә булды. Ә көҙгө төндәрҙә улар ҙа, ҡат-ҡат кейгән кейемдә йылыта алмай башланы.
– Хәмдиә һеңлем, – бер көн баҡсаһында картуф ҡаҙып йөрөгән Ғәзим ағай миңә өндәште. – Бөгөн мунса яҡтым, төнгөлөккә йылыһы бөтмәҫ ул. Шунда йоҡла, йәме. Өйгә лә саҡырыр инем, кеше һүҙе булыр. Ни тиһәң дә мин яңғыҙ ир бит. Тик эстән ишеген элеп йоҡла, теләһә кем инеп йөрөмәһен...
Баҡһаң, ул минең йәшәйеште, көнкүреште күҙәтеп йөрөгән икән. Мунса ҡышын көн һайын тиерлек яғылды. Һөт, бешкән ит йәки май яғылған икмәк, кәнфит кеүек ризыҡтар ҙа ҡалдыра ине күрше ағай. Төндәрен минең өйҙә йоҡламағанға борсолоусы булманы. Бәлки мәңге иҫерек атай-әсәй минең юҡлыҡты абайламағандыр ҙа.
Бәлә уйламағанда килде. 15 йәшем тулған март айы ине. Өйҙә йыйылған иҫерек ирҙәрҙән әсәйемде ҡыҙғанып, атайым болара башланы. Уның тиҙ генә тынысланмаҫын белеп, күрше ағайҙың мунсаһына йүгерҙем. Тәҙрә төбөндәге һөттө икмәк ҡушып эсеп ҡуйҙым да, эләүкәгә ятырлыҡ урын әҙерләй башланым. Шул саҡ ишек шар асылып китте лә (элмәген элергә онотҡанмын икән), иҫерек Илдар килеп инде.
– Бына ҡайҙа ҡаса икән минең ҡошсоғом?! Таптым бит үҙеңде! Ниңә яңғыҙың мунсала төн үткәрәһең? Ен эйәләй бит үҙеңә, ха-ха-ха...
– Бар, сығып кит! Тыныс ҡына ял итергә бир, миңә иртәгә иртүк мәктәпкә!
– Йөрөмә уҡырға, һылыуым. Быйыл йәй өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ. Бала табып, ашарға бешереп йәшәү өсөн уҡыу кәрәкмәй ул. Беләһең бит, мин һине күптән оҡшатып йөрөйөм...
– Һөйләнеп торма, бар сығып кит!
Ҡыҫмаса булып алған Илдар мине ишетерлек түгел ине. Бәләкәй мунсала мине ҡамап тотоп алды ла, ҡосаҡларға, үбергә маташа башланы:
– Хәмдиә, ҡурҡма минән. Һин бит инде еткән ҡыҙ... Ҡосаҡлашып ҡына икәү ошонда ятайыҡ. Иртәгә үк өйләнешербеҙ.
Мин йән көсөмә унан ысҡынырға маташтым, тик йәш ҡыҙ менән ир етеп килгән әҙәмдең көсө бер тигеҙ түгел ине. Етмәһә ҡурҡыуҙанмы йөрәгем һуғып, тиҙ генә хәлһеҙләндем. Көрмәкләшә торғас, күлдәгем яртылаш йыртылды. Үҙем генә ҡотола алмаҫымды аңлап, бар көсөмә ҡысҡырырға тотондом.
– Кем килһен инде һиңә ярҙамға? Сәбәләнмә. Былай ҙа ике йыл түҙеп йөрөнөм бит инде ҡул һуҙмайса... Хан малайын көтә инеңме әллә...
Бәләнән ҡотолоуға өмөт өҙгәйнем инде. Аллаһы Тәғәлә ҡотҡарыусы итеп Ғәзимде ебәрҙе. Ул тауыш ишетеп сыҡтымы инде, әллә хәжәте менәнме, белмәйем – мунсаға килеп инде лә, Илдарҙы минән айырып, тышҡа быраҡтырҙы. “Өйгә ин,” – тип нәҡ миңә әйтеүен бер аҙ ваҡыт үткәс аңланым. Тышта ул Илдарҙы туҡмай ине. Тик миндә уларҙы айырыу ҡайғыһы юҡ ине – өйгә йүгерҙем. Илдарҙы тамсы ла йәлләмәнем. Бер аҙҙан Ғәзим өйгә килеп инде.
– Хәмдиә һылыу, хәҙер һин ипләп кенә өйөгөҙгә ҡайт та, кейемеңде алыштыр, өҫ-башыңды рәтлә. Әле нимә булғанын белмәйһең дә, күрмәнең дә, аңланыңмы? Йән асыуы менән нығыраҡ туҡмап ташлағанмын шикелле, Илдар иҫһеҙ ята. «Тиҙ ярҙам» саҡыртмай булмай. Ә улар мотлаҡ милицияға хәбәр итәсәк.
– Ә һеҙ нимә эшләйһегеҙ?
– Ҡасып китеүҙән файҙа юҡ – барыбер табасаҡтар. Мин түгел, тип тә әйтә алмайым, Илдар иҫенә килеү менән ғариза яҙасаҡ. Һине ҡыҫтырғым килмәй, насар даның таралыр. Шуға бер ни булмағандай йөрө. Ә мин туҡмаған өсөн икенсе сәбәп уйлармын. Ә һин быйыл 9-сы класты тамамлайһың бит, ҡырға уҡырға кит. Бындағы эскеселәр үҙеңде харап итер. Бөгөн Илдарҙан ҡотолдоң, ә иртәгә икенсеһе ҡул һуҙырға уйлар...
Илай-илай өйгә йүгерҙем. Иҫерек атай менән әсәй бер ни белмәй йоҡлай. Минең бүлмәлә ике бисә ята. Йәһәт кенә үҙемде тәртипкә килтерҙем дә, тышҡа сыҡтым. Бер аҙҙан милиция һәм «Тиҙ ярҙам» машинаһы күршеләргә килеп туҡтаны. Береһе – туҡмалған Илдарҙы, икенсеһе Ғәзимде ултыртып алып китте.
Аҙаҡ һөйләүҙәренсә, Ғәзим, Илдарҙың мунсанан фляга менән биҙрәләр урлап сығыуын күреп туҡманым, тип аңлатма яҙған. Илдарҙың ғәйепле булыуын, гел эсеп йөрөүен сәбәп итеп язаны бер аҙ “йомшартырға” теләгәндәр ҙә, тик хужаның алдан ултырып сығыуы ҡамасаулаған. Ҡыҫҡаһы, күршене 2,5 йылға төрмәгә ултырттылар. Рәхмәт әйтергә лә, ғәфү үтенергә лә өлгөрмәй ҡалдым. Илдарҙың мине көсләргә теләүе тураһында бер кемгә лә һөйләмәнем. Ғәрләндем. Шулай ҙа үҙен биҙҙерҙем: ата-әсәйемдең аҙнаға юғалып торған сағында тағы ла килеп ингәйне, сәйгүн ҡайнап сыҡҡан саҡ ине – алдым да шуны елләнем. Миңә ташланһа тип ҡулыма уҡлау ҙа алдым. Тик ҡайнар һыуға ҡойонған ирҙә минең ҡайғы булманы, ҡысҡыра-ҡысҡыра тышҡа йүгерҙе. Башҡаса беҙҙең тирәлә эҙе булманы.
Ғәзимдең һүҙен тотоп яҡындағы ҡалалағы – ГПТУ-ға уҡырға индем. Тик ярҙам иткән кеше булмағас, һөнәремдән фәтүә сыҡманы. Минең кеүек ашнаҡсылар быуа быуырлыҡ ине – эшкә урынлаша алманым. Булған эш – баҙар алыпһатарҙарына һатыусы булып ялланыу. Тик ул минең ҡулдан килмәй: ҡыйыуһыҙ, бер аҙ мәшәүерәк кешемен. Етмәһә, артыҡ һөйләшеп тә бармайым. Дауаханаға санитарка булып урынлашҡайным, эш хаҡым фатирға түләргә лә етмәне. Аптырап, ауылға ҡайттым.
Шунда ғына Ғәзимдең төрмәнән ҡайтыуын белдем. Хәл белешергә ингәйнем, уның артыҡ аралашҡыһы килмәне. Рәхмәт һүҙҙәремде ишетергә лә теләмәне:
– Үҙемде үҙем ҡулда тота алманым – тимәк, үҙ ҡылығыма яуап бирерҙем.
– Әгәр мине көсләргә теләүҙәрен белһәләр, моғайын, һеҙҙе аҡларҙар ине.
– Ә уны ауыл халҡы белһә, һин нисек йәшәр инең? Мәктәптә тиҫтерҙәрең көлһә, һеҙгә йыйылған ирҙәр тағы бәйләнһә?..
Өндәшмәнем, сығып киттем. Артабан да күршеләр булып йәшәп киттек. Ул үҙе юҡта бөлә башлаған донъяһын ҡабат тергеҙергә тотондо. Ә мин элеккесә аслы-туҡлы көн иттем. Эш тә, ситкә сығып  китерлек мөмкинлек тә юҡ. Донъя элеккесә:  атай менән әсәйҙең бар белгәне эскелек. Бары тик мин өйгә иҫеректәргә йыйылырға ирек бирмәй башланым: уларҙы ҡыуып сығарам йә милиция саҡыртыу менән янайым. Дуҫлашҡан, артымдан йөрөгән егет тә булманы. Хәйер, кемдең алкаш тигән даны сыҡҡан кешеләр менән туғанлашҡыһы килһен?!
Йыш ҡына күрше йортта йәшәүсе ҡотҡарыусым тураһында уйлана башланым. Яратыу булды тип әйтә алмайым. Әммә үҙ ғүмеремдә ул берҙән-бер ярҙам ҡулы һуҙыусы, йәшәйешемде еңеләйтергә тырышыусы, минең сафлығымды һаҡлау өсөн иркенән мәхрүм ителеүсе кеше ине. Әкиәт батыры кеүек күрҙем. Етмәһә, атай йортонда йәшәү матур киләсәк вәғәҙә итмәй. Иртәгә нимә була? Йә тағы бер шаҡшыһы ҡул һуҙып маташасаҡ, йә бер көн, өмөтһөҙлөккә бирелеп, мин дә эскегә һалышасаҡмын. Уйланым-уйланым да, бер көн батырлығымды йыйып, Ғәзимдең ишеген тағы шаҡыным:
– Өйлән миңә! Йәш, тип торма. Минең дә кешесә йәшәгем килә. Һин дә ғүмер буйы яңғыҙ булмаҫһың, – тип туранан тура әйттем.
Ҡыуып сығарманы. Ике ай тирәһе бергә йәшәнек. Ашарға бешерәм, донъяһын көтөшәм. Төндө икебеҙ ике бүлмәлә үткәрәбеҙ. Әммә күңелем бөтөн: эскелек юҡ, бөгөн нимә ашайым, тип аптырамайым. Тәүге осорҙа һүҙҙәр берекмәне. Ә аҙаҡ серҙәр ҙә, түшәктәр ҙә беректе. Йәшәй-йәшәй уға ысынлап ғашиҡ булдым. Малайҙарыбыҙ тыуҙы. Ғәзим ысынлап һәйбәт, аҡыллы ир булып сыҡты. Донъя көтөргә лә әүәҫ. Хөкөм ителгәс, һәйбәт эшкә урынлаша алмай оҙаҡ ҡына йонсоно. Төрмәлә электр приборҙары йүнәтергә өйрәнгән булған, шуның буйынса тағы ла уҡып алды. Һәм оҫтахана асып ебәрҙе. Хәҙер ҙә эшһеҙ ултырмай ул: бөтә районға һыуытҡыс, кер йыуғыс машина, саң һурҙыртҡыс йүнәтә. Хатта ноутбук, телефондарҙы ла белә. Шулай итеп, бәхетле итеп көн күрәбеҙ. Кешегә бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй ул. Һәр хәлдә миңә. Бала саҡта эскелектән башҡаны күрмәгәс, бары тик тыныс, матур ғаилә тураһында ғына хыялландым. Һәм ошондай бәхетле тормош бүләк иткәне өсөн иремә рәхмәтлемен. Ә беҙ бергә йәшәй башлағас, бөтә ауыл гөж килде. Һәр береһенең телендә беҙ инек. Аҙаҡ тындылар.
Ә атай менән әсәй шулай эсеп йөрөй торғас, береһе – һыуыҡта туңып, икенсеһе ауырып, үлеп ҡалды. Беҙҙең менән артыҡ аралашып йәшәмәнеләр. Унда-бында эсергә һорап инәләр ине. Тик мин бер ваҡытта ла аҡса һәм араҡы бирмәнем. Тәҡдим иткән аштарымды ризаһыҙ ғына ашап, (ҡайһы саҡта бөтөнләй баш тартып), сығып китерҙәр ине. Апайым Ырымбур егетенә кейәүгә сығып, Мәскәү өлкәһендә йәшәп ята. 2 – 3 йылға бер ҡайта, артыҡ яҡынлыҡ юҡ. Был донъяла иң ҡәҙерле, яҡын кешем – Ғәзим. Шуға ла уның иҫән-һау булыуын теләйем...

  *    *    *
Бер нисә көндән мин дауаханан сыҡтым. Ә унан алдағы көндә Хәмдиә апай коляскалағы ирен УЗИ үткәрергә алып китеп бара ине. Шат йылмайған йөҙҙәренә ҡарап, уларҙың барыһы ла яҡшы буласағына ышандым...

 Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:
Читайте нас: