Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2022, 15:52

Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

Ҡәҙерле дуҫтар! Уҡығыҙ һәм файҙаһын күрегеҙ!

Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар
Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

«Бисмилләһир-рахманир-рахим. Үә йәшфи судура ҡаумим- мүмининә үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүбиһим».  Мәғәнәһе: «Рәхмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһы Тәғәлә иманлы бәндәләрҙең күкрәктәренә шифа бирер. Күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр».  «Йә әййүһән- нәс. Ҡад жәткүм мәүғиҙатүн мир-раббикүм үә шифә үл-лимә фис-сүдүри үә һүдәү – үә рахмәтәл – лил-мүъминин».  Мәғәнәһе: «Эй, кешеләр Һеҙгә Раббығыҙҙан өмөт һәм күңелдәрегеҙҙә булған нәмәнән шифа килде һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде». «Үә нүнәззилү минәл – Ҡуръәни мә һүә шифәүн үә рахматуллил- мүъминин».  Мәғәнәһе: «Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне индерәбеҙ».

Шулай уҡ ауырығанда бер нисә тапҡыр   "Фатиха" , "Ихлас", Аятел- Көрси","Фәләҡ", "Нәс" сүрәләрен уҡырға кәрәк.

Фото: islam.ru

Автор:
Читайте нас: