Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2022, 11:11

Ҡуш ҡайын һағышы (Хикәйә)

Сәйет хеҙмәттән ҡайтып, өйөнә ин­гәндә әсәһен ерләп, атаһын ҡулға алғандар ине. Әсәһен өсөнсө көн ерләһәләр ҙә, өйҙә яңы сыҡҡан мәйет еҫе бөтмәгән ине. Һалдат армиянан ҡайтып өйгә инерен бы­лай моңһоу булыр тип һис тә уйламағайны.

Ҡуш ҡайын һағышы  (Хикәйә)
Ҡуш ҡайын һағышы (Хикәйә)

Өйҙә нимә булғанын ике ҡыҙ туғандары илай-илай һөйләп биргәс, Сәйет оҙаҡ уйланып ултырҙы. Ишек алдына сығып, тәмәкеһен ҡабыҙып, ҡулы бешкәнсе тарт­ты-тартты ла, өйгә инеп, күҙ йәштәре ме­нән шешенеп бөткән туғандарын ҡо­са­ғына алып:
- Ҡайғырып хәҙер бер нимә лә эшләп булмай, мин иҫән-һау хеҙмәтемде тамамлап ҡайттым, эшкә урынлашырмын, һеҙҙе ҡарармын, уҡырға ярҙам итермен, шулай булғас, йәшәрбеҙ әле, - тип йыуатты.
Мыш та мыш илап ҡына торған ҡыҙҙар танауҙарын тарта-тарта күҙ йәштәрен һөрт­төләр ҙә, аш бүлмәһенә сығып, ағай­ҙа­рын һыйлар өсөн өҫтәл әҙерләргә тотондолар.
Һалдат ҡайтҡан йортҡа күршеләре, ту­ғандары, класташтары, дуҫтары килде. Һалдат ҡына тәпәйен йыуырға тип алып кил­­гән зәм-зәм һыуын ҡабып та ҡара­маны.
- Мин хәҙер бер рюмка ла араҡы эсмә­йәсәкмен, - тип ҡырт киҫте. – Һәм беҙҙең өйҙә араҡы эсеп, күңел асыу булмаясаҡ.
Сәйеттең аҙна-ун көн ял итермен, ауыл­да йәшәгән туғандарҙы күреп сығыр­мын, унан һуң ғына эшкә урынлашырмын, тип арми­я­ла саҡта хыялланған хыялдары тормошҡа ашманы. Өсөнсө көн тигәндә колхоздың автогараж механигы Сәйетте үҙ ма­ши­на­һына ултыртып, колхоз гаражына алып кил­де. Унда йөрөйәсәк машинаһын күр­һәт­те һәм ҡулына асҡысын да тотторҙо. Армияла шофер булып хеҙмәт иткән Сә­йетте техника менән таныштырып тораһы түгел ине. Төшкә тиклем сит машинаны “үҙ” иткәнсе майланы, асҡыс менән бу­ша­ған урындарын борғолаштырҙы ла:
- Мин туғандарыма машинаны күр­һә­теп киләм, - тип механиктан рөхсәт алып, ҡапҡа төптәренә ҡайтып туҡтаны. Сәйет машинанан төшөп, ишек тө­бөн­дә ҡояш шикелле йылмайышып ҡар­шы алған һеңлеләрен ҡо­саҡлап алып, зыр әйләндерҙе лә улар менән көлөшә-көлөшә өйгә инеп китте. Йәш шофер ныҡлап колхоз эшенә сумды, эштән һуң ҡалып рейста булһа ла, тиҙерәк эргәләренә ҡайтырға ашыҡты.
- Мәгеҙ, тик ятмағыҙ, көҙгә тиклем ҡа­рап үҫтерегеҙ, - тип аҙбарҙағы һыйыр һәм быҙау янына инкубаторҙан ҡаҙ, себештәр алып ҡайтып бирҙе. – Ҡош-ҡорт ҡараған арала ҡулығыҙҙан китаптарығыҙҙы тө­шөр­мәгеҙ, бер нисә көндән берегеҙ унынсы, икенсегеҙ һигеҙенсе класты уҡып бөткәс тә, Өфөгә үҙегеҙ теләгән һөнәргә уҡырға ба­рырһығыҙ, - тип әйткәс, улар бер аҙ нимә әй­тергә лә белмәй торҙолар һәм һуштарына килгәс, йөҙҙәрен ҡаплап, карауаттарына ятып иларға керештеләр.
- Туғандарым, һеҙгә уҡырға кәрәк, былай атай-әсәй юҡ тип йәшәп булмай бит инде, ҡайғырышып, - тип ағайҙары тынысландырғас:
- Ә һин беҙҙән башҡа нисек йәшәрһең, кем ашарға әҙерләр, өҫтөңдө йыуыр, плита яғып, өйҙө кем йылытып торор, - тинеләр.
- Минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Тик уҡыуығыҙ тураһында уйлағыҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итермен, - тип һеңлеләрен йыуатты Сәйет.
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы, дәүләт имтихандары башланды. Ҡыҙҙар дәүләт имтихандарын тапшырып, ҡулдарына береһе өлгөргәнлек аттестаты, икенсеһе һигеҙенсе класты тамамлауға документ алғас, икеһе лә Өфө ҡалаһындағы медицина училищеһына документтарын тапшырып, имтихандарын уңышлы тотоп, студент булып та киттеләр.
Ҡыҙҙар өсөн дә, Сәйет өсөн дә уҡыу йы­лы матур башланып китте. Бер аҙна үтеүгә ҡыҙҙар ағайҙарын һағынып өйҙәренә ашҡынып ҡайтып инде.
- Былай тиҙ ҡайтырығыҙҙы белгән бул­һам, поездың туҡталышына ҡаршы барған булыр инем, - тип Сәйет туғандарын өҫтәл артына саҡырҙы. Улар өсәүләшеп һөй­ләшә-һөйләшә сәй эстеләр, Сәйет бешер­гән табалағы бәрәңгене тәмләп ашанылар.
- Ағай, беҙ класташтарҙы, дуҫтарҙы күрергә клубҡа сығып керәбеҙ әле, - тип ҡыҙҙар һорағас, Сәйет ҡаршы килеп торманы, тик сәғәткә төртөп күрһәтеп:
- Һуңлап ҡайтһағыҙ, тышта ҡуна­саҡ­һығыҙ, - тине.
Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар Сәйет әйт­кән ваҡытҡа өйгә ҡайтып та инделәр.
Ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡан ҡыҙҙар, кис­ке поезға тиклем ихата тирәһендә эшләне, юрғандарын элеп ҡуйып, елләттеләр, урам­ды һеперҙеләр, ҡош-ҡорт ҡараш­ты­лар.
Киске поезға тиклем оҙата барған Сәйеткә:
- Беҙ был аҙнала ҡайтып тормайбыҙ, бер районға бәрәңге сығарырға алып ки­тәләр, шунан һуң бәрәңгене сығарырға ҡай­тырбыҙ, - тип һаубуллашып поезға ултырып кит­теләр.
Ауылға Сәйет үҙ яйына, ашыҡмай ғына атлап ҡайтты. Ул ҡайтып ингәндә көтөүҙән ҡайтҡан туҡал һыйыры ҡапҡа төбөндә ху­жаһын көтөп баҫып тора ине. Бәләкәй ҡап­ҡаны асып, малҡайын аҙбарға ябып ҡуй­ғас, һыу йылытып, һыйырҙың елен­дә­рен йыуып, һауып алды ла һөтөн һы­уыт­ҡысҡа ҡуйып, йоҡларға ятырға йөрөгәндә, ҡапҡанан инеп килеүсе үҙҙәренең участка инспекторын күреп, уға ҡаршы сыҡты.
- Берәй ниндәй хәл булдымы? Машина кәрәкме?
- Юҡ, Сәйет, иртәгә атайығыҙ ҡылған енәйәт эше буйынса суд була, шунда бармаҫһығыҙмы, тип килгәйнем, - тигәс, Сәйеттең тәндәре сымырлап китте. Ни әйтергә лә белмәй торғанда:
- Барғығыҙ килһә, барығыҙ, әгәр те­ләһәгеҙ. Үҙегеҙ ҡарайһығыҙ инде, - тине.
Сәйет бер аҙ уйланып торҙо ла:
- Бармам инде, әйтеүегеҙ өсөн рәхмәт, - тип участка инспекторын урамға тиклем оҙата сыҡты. - Әгәр һеҙ унда булһағыҙ, судта ниндәй ҡарар сығарылғанын килеп әйтеп китерһегеҙ әле, - тине.
Был төндө йоҡлай алмай ғазапланды Сәйет. Бер атаһын уйланы, әсәһен иҫенә төшөрҙө, бала саҡтарын, армияға киткән ваҡыттарын күҙ алдынан үткәрҙе. “Закон һаҡсыһы кискә нимә тип килеп әйтер инде? Кеше күҙенә нисек ҡарар­мын?” – тип уйланды.
Эш ваҡыты үткәс, Сәйет машинаһын колхоз гаражына ҡалдырып, велосипедына ултырып көтөү ҡайтҡансы тип өйөнә ашыҡты. Малдары ҡайтҡансы тип Сәйет бәрәңге баҡсаһынан сүп үләндәре йолҡоп сығып һыйырының улағына һалды. Сәй ҡайнатып, ашарға әҙерләп йөрөгәндә участка инспекторының машинаһы ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас, ултырған урынынан ҡуҙғалманы ла. Тәртип һаҡсыһы ишек шаҡып өйгә үк килеп ингәс, әйтерһең, үҙен алып китергә килгәндәй тойоп, уйланып ултырҙы.
Участка инспекторы Сәйеттең ҡай­ғы­лы йөҙөн күргәс, ипләп кенә улытырғыс алып килеп, уның эргәһенә ултырҙы.
- Эш ҡаралды, хөкөм сығарылды, атайыңды биш йылға хөкөм иттеләр, - тип әйткәс, Сәйет уға башын күтәреп ҡараны ла:
- Беҙгә атай берәй һүҙ әйттеме? – тип һораны.
Участка инспекторы, башын сайҡап, юҡ тигәнде аңлатты. Өйҙә урынлашҡан тынлыҡты ҡапҡа төбөндә көтөүҙән ҡайтҡан һыйырының мөңрәүе боҙҙо.
- Ярай инде, ни эшләйһең, атай йылдарын тултырып ҡайтыр. Ә бына әсәй ҡайтмаҫ, - тип урынынан тороп баҫҡас, участка инспекторы Сәйет артынан бер һүҙ ҙә ҡушмайынса урамға сыҡты.
Ике аҙнанан студент ҡыҙҙар йәнә ялға ҡайтып төштөләр. Уларҙың күңелдәре күтәренке ине. Сәйет саҡ ҡына ситкәрәк китһә, ҡыҙҙар үҙ-ара ниҙер һөйләшеп шырыҡ-шырыҡ көлөшәләр. Ул бер аҙ уйланып йөрөнө-йөрөнө лә, уйға килеп, аптырап торҙо. Былар берәй егет-елпе менән бәйләнмәйҙәрме икән тигән ҡарарға килде.
Төш етеп килгәндә һеңлеләре өҫтәл әҙерләгәс, ул утынлыҡтан балта алып инде лә, һаман да нимәлер хаҡында көлөшөп сәй эсеп ултырған ҡыҙҙарҙың ҡаршыһына килеп баҫып, балтаны өҫтәлгә һалып ҡуйҙы:
- Был өйгә берәй егет менән сыуалып бала күтәреп ҡайтһағыҙ, тәүҙә балағыҙҙы, шунан үҙегеҙҙе балта менән сабып үлтерәм, - тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙҙарҙың ауыҙҙары ябылды. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Сәйет ике ҡыҙға ла асыулы ҡараштары менән ҡарап сыҡты ла:
- Аңланығыҙмы? Атайға биш йыл биргәндәр. Миңә ҡурҡаһы юҡ, - тине.
Ҡыҙҙар бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр, аҫтан ғына бер-береһенә ҡараш ташлап, баштарын аҫҡа эйеп, һүҙһеҙ генә сәй эстеләр.
Ғүмер аҡҡан һыу шикелле һиҙелмәй ҙә үтте тиһәк тә, ғүмер ағышы Сәйет өсөн бик әкрен, яй, оҙаҡ һуҙылған моңһоу моң кеүек үтте. Уның ҡулында ике ҡыҙ баланың киләсәге, әсәләренең яҡты иҫтәлеге һәм үҙенең яҙмышы ине.
Йыл артынан йылдар үтте. Бер көндө иртәнсәк Сәйет эшкә барырға тип йөрөгәндә, тәҙрә аша кемдеңдер йортҡа инеп килгән шәүләһен күреп ҡалды.
Ниндәй сит кеше таң менән йөрөй икән, тип ҡаршыһына сыҡһа, ул уның ата­һы Мөхәммәтйән булып сыҡты. Күп­тән күрмәгән атаһына ҡарап торғандан һуң:
- Ҡайттыңмы? – тип һораны ла ишек алдына ултырҙы.
- Ҡайттым, - тип яуап ҡайтарҙы атаһы ла.
- Һин ҡайттың, ә әсәй юҡ. Ул ҡайтмаҫ ергә китте.
- Һис уйламағанда шулай килеп сыҡты инде.
- Ана шул һин уйламайынса әсәйҙе сәсенән һөйрәп йөрөп, башына балта менән һуғып үлтерҙең. Ә миңә ике ҡыҙ баланы, үҙемде лә аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине.
- Әле ҡыҙҙар ҡайҙа? – тип атаһы һора­ғас, Сәйет ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды ла:
- Ҡыҙҙарҙы уҡыттым, тормошҡа бир­ҙем, икеһе лә берәр бала үҫтереп, матур итеп Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Уларға һинең кәрәгең юҡ, - тине лә урынынан ҡуҙғалды.
- Мин хәҙер ҡайҙа барайым? Миңә бында урын бармы? – тип һораған атаһына Сәйет бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә ҡапҡа яғына атлап, эшкә китте.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс Мөхәммәтйән уйға ҡалып, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырып, тәмәкеһен көйрәткәндә, урамдан үткән кешеләр уға сәләм дә бирмәйенсә үтеп киттеләр. Ситтән генә күҙәткән күршеләре лә Мөхәммәтйәнде күрмәмешкә һалыштылар.
- Нимә эшләргә? Ҡайҙа барырға? – тип үҙ-үҙенә һөйләнеп ултырҙы ла, үҙенең бер кемгә лә кәрәге юҡ икәнен аңлағас, аҙбар артына барып муйынына элмәк элеп донъянан китергә булды.
Мөхәммәтйәндең хәрәкәтһеҙ кәүҙәһен күршеләре күреп ҡалып, участка инспекторына хәбәр иттеләр. Сәйетте лә эшенән юллап табып өйөнә ҡайтырға ҡуштылар.
Икенсе көндө Мөхәммәтйәнде ауыл зы­яратына бер ситкәрәк буш урынға ер­ләнеләр. Ни тиһәң дә, Сәйет атаһын ер­ләгәс хәйер таратты, өйгә ҡайтҡас, өсөн уҡытты.
Ҡыҙҙары аталарының ҡайтып вафат булғанын ишеткәс, уның етеһенә тыуған йорттарына ғаиләләре менән ҡайттылар. Ҡайғынан моңһоу торған ихата эсе балалар тауышынан шау-гөр килеп торҙо. Сәйет тә был шатлыҡлы көндө күреүенә һөйөнөп бөтә алманы. Йорт хужаһы кейәүҙәре менән ихаталағы ултырғысҡа ултырып ниҙер хаҡында көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултырғанда, уларҙы өйгә өҫтәл янына саҡырҙылар.
Боҫо бөркөлөп торған аш, арҡан шикелле түбәгә үк һуҙылып, тәмле еҫ сы­ғарып ултырғанда ҡыҙҙар:
- Ағай, беҙ һиңә бөгөн ҙур рәхмәт һүҙҙәре әйтергә тип ҡайттыҡ, - тип һүҙ башлағас, Сәйет:
- Ни өсөн? Ниндәй рәхмәт әйтмәксе булаһығыҙ миңә? – тип аптыраны.
- Ағай, хәтереңдәме, һин бер ваҡыт өйгә балта күтәреп инеп, уны өҫтәлгә ҡуйып, беҙгә әйткән һүҙеңде? Әгәр ҙә һин шулай итмәһәң, беҙ башҡа юл менән киткән булыр инек. Рәхмәт, ағай, атай ҙа, әсәй ҙә урынына ҡалып, беҙҙе матур итеп үҫтерҙең, белем биреп, донъя көтөргә ярҙам иткәнең өсөн, - тип Сәйетте ике туғаны ла күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, рәхмәт әйтеп ҡосаҡланылар.
... Был ваҡиға хаҡында мин күптән ишет­­кән булһам да, Сәйет вафат булғас ҡы­­на яҙырға булдым. Ваҡиға булған ауыл­дың зыяратына барып Сәйеттең ҡәберен эҙләп табып, уны әсәһе менән йәнәшә ерлән­гәнен күрҙем һәм ике ҡәбер ур­та­һы­на ҡуш ҡайындың моңһоу ғына үҫеп ул­тырғанына ҡарап уйланып баҫып торҙом.
Таһир Вилданов.
Сахай ауылы.

 

Фото: in.pinterest.com 

Автор:
Читайте нас: