Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2022, 11:04

Нимә ул бәхет

Бәхет тигән төшөнсә менән айы­рыл­ғыһыҙ бәйле кеше тормошо. Уға ынтыл­ма­ған, өмөтләнмәгән, уның хаҡында хы­­ялланмаған кеше юҡтыр ҙа.

Нимә ул бәхет
Нимә ул бәхет

Сөнки ке­ше тыуғас та уға иң беренсе теләктәрҙең береһе итеп: “Бәхете менән, ҡото менән килһен был бала”, - тип юрайҙар. Көн һа­йын иртәләрен һөйөп уятҡанда, кистәрен наҙлап йоҡлатҡанда әсә кеше сабыйына бәхет теләй. Артабан кеше үҙ тормошо ағышында бәхет менән бәйле байтаҡ төшөнсәләр шаһиты була: бәхетле бала саҡ, бәхетле ғүмер, ғаилә бәхете, ир бә­хете, ҡатын бәхете, бәхетле яҙмыш, бә­хетле ҡартлыҡ һ.б. Ошо рә­үешле, бәхет төшөнсәһе кешене ғүмере буйы оҙата бара. Кемдер тураһында: “Хоҙай Тәғәлә уға бәхетте мул итеп биргән”, - тиһәләр, икенселәр хаҡында: “Хоҙай Тәғәлә бәхет өләш­кәндә ситтә ҡалған”, - тиҙәр. Бе­рәү­ҙәр һис ике­ләнмәйенсә: “Мин бәхет­ле­мен”, – тиһә, кемдер: “Их, бәхет булманы инде”, - тип көрһөнөр. Берәүҙәргә: “Ҡай­һылай ҙа бәхетле парҙар”, - тип һоҡ­ланһалар, икенселәргә ҡарап: “Бигерәк бәхетһеҙ йәндәр”, - тип көйөнөр.
Бәхет – мәңгелек ҡиммәттәрҙең бе­реһе, бик ҡатмарлы төшөнсә. Уға аныҡ ҡына аңлатма биреү мөмкин түгел. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә. Кемдер бәхетте матди байлыҡта күрһә, кемдер йәмғиәткә файҙа килтереп, изге­лек­тәр ҡылып, мохтаждарға ярҙам итә алы­уын, үҙенең кемдәргәлер кәрәкле булыуын бәхет тип һанай. Берәүҙәр һис нин­дәй ауырлыҡ, мохтажлыҡ күр­мә­йенсә, хан һыйында йәшәүҙе бәхет һа­на­һа, икенселәр һау-сәләмәт булып, ке­­шеләр араһында ҡайнап, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүҙә күрә бәхетте. “Бә­хетле булды балам, армия хеҙмәтенән тороп ҡалды”, – тип шатланһа ҡайһы бер ата-әсә, “Тыуған илеңде һаҡлап хеҙмәт бу­рысын үтәү - бәхет бит ул”, - тип ғо­рур­лана икенселәр. Юғары дәрәжә, маҡ­тау­лы исемдәргә эйә булып, дан-шөһрәт ҡа­ҙаныу ҙа бәхет, ябай ғына хеҙмәтеңдең матур һөҙөмтәләренән, тырышлығыңды ыңғай баһалауҙарынан ҡәнәғәтлек ки­се­реү ҙә бәхет ул. Ана шундай ҡапма-ҡар­шы­лыҡлы йөкмәтке йә­шеренгән бәхет тө­шөнсәһенә. Бәхетте һатып алып та, бү­ләк итеп тә, мираҫҡа ҡалдырып та, үтескә һорап тороп та йәки биреп тә булмай. Шул уҡ ваҡытта бәхет - шартлы төшөнсә. Бер кем дә бер ҡасан да абсолют бәхетле була алмай. Әгәр ҙә шу­лай була ҡалһа, донъяның, йә­шә­йештең дә бер ниндәй ҡыҙығы булмаҫ, тирә-яҡты битарафлыҡ баҫып, кешелек үҫеше туҡ­талып ҡалыр ине. Сөнки бә­хетле булыуға күпселек осраҡта кеше үҙе сәбәпсе. Илап-һыҡтап, зарланып йө­рөүҙән генә бәхет күктән килеп төшмәй. Тырышлыҡ, эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, намыҫ арҡылы яулана бәхет. Ә инде эскеселек, уғрылыҡ, нәфсе ҡоло ке­үек яман ғә­ҙәт­тәр, тотанаҡһыҙлыҡ, ял­ҡау­лыҡ, ҡомһоҙ­лоҡ кеүек кире сифаттар өлгәшкән бә­хетеңдән дә яҙҙырыуы мөмкин.
Йәш кимәле үҙгәргән һайын бәхет хаҡында уйҙар, хыялдар ҙа үҙгәрә. Бала саҡта ниндәйҙер бүләк алыу, яңы кейем кейеү бәхет күренһә, үҫә килә ата-әсә, ҡан ҡәрҙәштәр янында татыулыҡта, етеш­лек­тә йәшәү бәхет тойола. Мәк­тәптә лә, ғаиләләрҙә лә донъябыҙҙың тыныс булыуы бәхет тип өйрәтелә. Үҫмерлек осорҙа белем алып, күңелеңә ятышлы һөнәргә өйрәнеү, артабан шул йүнәлештә шөғөл табыу ҙа бәхет итеп ҡабул ителә. Бәлиғ булғас инде ҡатын ҡыҙ өсөн бала бағыу бәхет булһа, ә инде ир-егет ғаилә ҡороп, йорт төҙөһә, ағас ултыртһа, нә­ҫелен дауам итерҙәй вариҫтар ҡалдырһа, бәхетле тип иҫәпләнә борон-борондан. Ғүмер шулай һиҙелмәй ҙә уҙа бара. “Йәш­лектә көс-дарман барҙа нисек тә йәшәп була, ҡартлыҡ көнөндә бәхет бирһен инде”, - тип теләү мәлдәре лә килеп етә бер заман әҙәм балаһына. Ана шулай йәш кимәленә лә бәйле бәхет төшөнсәһе.
Кешенең бар ағзалары теүәл, һау-сә­ләмәт булып яҡты донъяға килеүе, теле асы­лыуы, ауа-түнә тәүге аҙымдарын ба­ҫыуы, тирә-йүнгә бағып, һәр нәмәне, кү­ре­неште танып белергә ынтылыуы – үҙе бер бәхет. Һәр бер көнөбөҙҙөң тыныс ир­тә­ләрҙән башланыуы, күңелебеҙгә ҡә­нә­ғәт­лек биргән бихисап мәшәҡәттәр, ығы-зығылар менән мөлдөрәмә булыуы, маҡсатыңа өлгәшеп, ҡылған ғәмәл­дә­рең­дең ыңғай һөҙөмтәһен күреүе - ана шул ин­де бәхет. Үткәндәргә әйләнеп ҡарап: “Ғү­мер бушҡа үтмәгән”, - тип һис ике­лән­мәйенсә әйтерлек икән, тимәк, бәхет урап уҙмаған.
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.

Фото: @sovushka_ja 

 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: