Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2022, 11:36

Николай Боченков хөрмәтенә урам

Александровка ауылында тыуып үҫкән Николай Боченков хөрмәтенә Салауат ҡалаһындағы урамдарҙың береһе аталған. Ул ике төркөм араһындағы һуғышыуҙы булдырмай ҡалырға тырышып, батырлыҡ ҡыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була.

Николай Боченков хөрмәтенә урам
Николай Боченков хөрмәтенә урам

Ябай биография
Николай Боченков 1968 йыл­дың 3 ноябрендә Александровка ауылында тыуған. 1983 йылда ауыл мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлағандан һуң, техник-технолог белгеслеге буйынса Са­лауат индустриаль колледжы­на уҡырға инә. 1988 йылда уны армияға алалар, Байконурҙа хеҙ­мәт итә. Армиянан һуң 1994 йыл­дың июлендә ул Салауат ҡа­ла­һының эске эштәр бүлегенә эш­кә керә. Махсус белем ал­ған­дан һуң уны милиция участкаһы инспекторы итеп билдәләйҙәр.
Хеҙмәттәштәре иҫкә алалар
Игорь Габиев, ул ваҡытта әле милицияның кесе лейтенанты, участка инспекторы, хәҙерге майор:
- Беҙ төрлө участкаларҙа эш­лә­нек, йыш ҡына бер-беребеҙгә яр­ҙам иттек, дуҫ булдыҡ. Участ­ка инс­пекторҙарының йөҙҙә бер буры­сы бар: хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау менән шөғөл­­лә­­неү, имен булмаған ғаилә­ләр­гә йөрөү, күҙәтеү аҫтында­ғы- ­ларҙы тикшереү, енәйәтселәрҙе эҙләү хеҙмәткәрҙәренә енәйәт­тәрҙе асырға ярҙам итеү, нар­ко­ман­дарҙы асыҡлау һәм баш­­­ҡалар. Николай ябай ауыл егете, аралашыусан, ярҙамсыл, яҡшы дуҫ булды. Ғаилә ҡорорға, Өфө юридик институтының сит­тән тороп уҡыу бүлегенә уҡыр­ға инергә планлаштыра ине. Ул вафат булғас, минең өсөн был шок булды. Табутты, уның кәүҙәһе менән, уның тыуған ауылына алып барып, шунда күмдек...
- Ул ваҡыт уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары ине. Ойош­ҡан енәйәтсел төркөм­дәр­ҙең хакимлыҡ иткән сағы. Бөтөн илгә Екатеринбургтан “Уралмашсылар”, Ҡазандан “Һаҙи таҡ­таш” группировкаһы һәм баш­ҡалар билдәле ине. Салауат ҡалаһын да бындай бәлә-ҡаза ситләтеп уҙманы. Енәйәт төр­көм­дәренең исемдәре билдәле, улар ҡала халҡы ҡолағында бул­ды. Улар төрлө өлкәләрҙе бүлеш­теләр, талау, янап ҡур­ҡытыу ме­нән шөғөлләнделәр, буйһон­маусыларҙы, шул иҫәптән үҙ кри­миналь донъяһы вәкилдәрен дә - бысаҡтар, утлы ҡорал һәм хатта шартлатҡыс ҡулланыуҙы ла эшкә ектеләр. Танылған “Хоз­тауарсылар” тибындағы йәш­тәр төркөмдәре лә бар ине, унда нигеҙҙә бәлиғ булмаған, төрлө уҡыу йорттарының уҡыу­сылары кергән ине.
Алексей Саргаев һүҙҙәренсә, милиция майоры, ул ваҡытта Салауат эске эштәр идара­һы­ның өлкән тикшереүсеһе, Боченковты үлтергәнсе туҡмаған ваҡытта, яңы эҙҙәр буйынса ике йәштәр төркөмө вәкилдәрен тот­ҡарлағандар ине. Ул кисте ул дежур торҙо һәм тикшереүҙе ми­ңә тапшырҙылар. Эш ҡат­марлы һәм ентекле булды. Утыҙ кеше тотҡарланған һәм барыһын да асыҡларға, төп башлап ебә­реү­селәрҙе айырып күрһәтергә кә­рәк ине. Ғәйепләүҙе ул саҡтағы 108-се статья буйынса белдер­ҙеләр: аңлы рәүештә ауыр тән йәрә­хәт­тәре ҡулланыу. Һорауҙар күп бул­ды, барыһын да бөртөкләп йыйҙылар, дәлилләү базаһын киңәйттеләр. Унан һуң прокуратура был эште кире тикшереүгә ҡайтара, һәм судҡа ул тиҙ генә эләкмәй әле.
- Минең ҡулда хөкөм ҡарары күсермәһе. Ултырыш енәйәт ҡыл­ғандан һуң, йыл ярым уҙғас ҡына, 1998 йылдың 26 мартында ғына уҙҙы. Эште 1996 йылдың 23 сентябрендә енәйәт ҡылған бер төркөм кешеләрҙе ғәйепләү буйынса ҡаранылар, - тип уртаҡ­лаша Алексей Федорович.
23 сентябрҙә, киске сәғәт туғыҙ тирәһендә нимә булды?
Алексей Саргаев өҙөмтә кил­терә: “Орфеевлылар”, йәштәр­ҙең формаль булмаған төркөмө ағзалары (яҡынса 35-45 кеше) алдан килешеп, нефть институты филиалы янында дошман мөнәсәбәттәрендә булған “Кастра” төркөмөнөң ағзалары менән һуғышыу маҡсатында ос­ра­шалар. Уларҙың күбеһе тимер торбалар һәм таяҡтар менән ҡоралланған була. Шунан һуң улар “кастовлылар”ҙы кварталдар буйынса эҙләй башлайҙар. 53 кварталға килеп, төркөм вә­килдәрен күргәс, уларҙы эҙәр­лекләйҙәр. Был ваҡытта, ми­­ли­­ция участкаһы инспекторы Н.К.Боченков, бәлиғ булма­ған­дар эштәре буйынса инспектор һәм милицияға булышлыҡ итеү­ҙең эшсе отряды ағзаһы менән әлеге административ участка буйынса патрулдә булалар.
Һуғышсан ҡарашлы йәштәр төркөмөн күреп, һуғышыуҙы булдырмау маҡсаты менән Боченков улар араһына баҫа. Әммә (алға таба ғәйепләнеүселәрҙең фамилиялары һанап үтелә) хули­ганлыҡ ниәтенән уға һөжүм итә­ләр, аяҡтан йығалар һәм уны туҡ­майҙар. Шул уҡ ваҡытта аяҡ­тары менән типкеләп, үҙҙәре ме­нән алып килгән предметтар ме­нән һуғалар. Туҡмау һөҙөм­тә­һендә йәшәү өсөн ҡурҡыныс бул­ған баш йәрәхәте, баш һө­йә­ге нигеҙенең күп ҡырлы һыны­уы, баш мейеһенең уң яҡ өлө­шөн емереү кеүек йәрәхәттәр алынған була. Юғарыла күрһә­телгән тән йәрәхәттәренән тыш, Бочен­ковҡа шул уҡ заттар тарафынан баштың артҡы һәм би­те­нә йәрәхәттәр килтерелгән була. Боченковтың үлеме баш мейе­һе­нең өлөшсә зыян алыуҙан һәм баш мейеһенең йәрәхәтенән була.
Эш материалдарынан күре­не­үенсә, ярһыған йәштәр уны ҡаты туҡмаған. Ғәйеплә­неүсе­ләр эскәмйәһенә кем эләкте һуң? Енәйәт ҡылынған ваҡытта барлыҡ бишеһенә лә ун етешәр йәш булған, икеһе элек хөкөм ител­гән, абруйлы колледждың ике студенты, тағы икеһе – учи­­лище студенттары һәм бер ге­нә кеше бер ерҙә лә эш­лә­мә­гән һәм уҡымаған. Суд уларҙы икенән алып һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм итте. Кемдер үҙ ғәйебен таныманы, кем­дер - өлөш­ләтә генә. Улар күп­тән ин­де иректә һәм ҡыл­ғандары тура­һында үкенмәйҙәр булһа кәрәк.
Эске эштәр министрлығы­ның күрһәтмәһендә әйтелгәнсә: “Талаптарға хулигандар яуап бирмәне. Хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатынан, Боченков ярһыған төркөмгә ташланды һәм массакүләм тәртипһеҙлекте булдырмау өсөн барлыҡ кәрәкле сараларҙы ҡабул итте. Кесе лейтенант, һөнәри бурыстарына тоғро ҡалып, батырлыҡ һәм фи­ҙаҡәрлек күрһәтеп һәләк булды. Үҙ тормошон аямайынса башҡа кешеләрҙең үлемен булдырмай ҡалды”. Хеҙмәт бурыс­тарын үтә­гәндә күрһәткән ба­тырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн 1998 йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президен­ты Указы менән милицияның кесе лейтенанты Николай Кузьмич Боченков үлгәндән һуң Ба­тырлыҡ ордены менән бү­ләк­­ләнде, ул тантаналы шарт­тарҙа, уның һеңлеһе Валентина Губановаға тапшырылды. Уның портреты РФ Эске эштәр ми­нистрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге музейында эленеп тора, исеме террито­рия­һындағы мемориаль диуарға ин­дерелгән һәм, ниһайәт, Боченков исеме менән Салауат ҡалаһының бер урамы аталған.
Һеңлеһенең хәтирәләре
Салауат Эске эштәр идара­һының миграция мәсьәләләре бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында (иҫке паспорт бүлеге буйынса) Николайҙың һеңлеһе Валентина Кузьминичнаның адресын та­бып, уның менән осраша алдыҡ.
- Ата-әсәйебеҙҙең алты бала­һы бар ине – биш улы һәм мин. Хәҙер инде туғандарымдың бе­ре­һе лә иҫән түгел, мин үҙем генә ҡалдым. Николай яҡшы уҡыны, алты йәштән мәктәпкә уҡырға барҙы. Салауат ҡалаһына килеп, колледжда уҡыны, беҙҙә йәшәне. Диплом алғас, юллама буйынса Киров ҡалаһына ебәр­ҙеләр, унан армияға алдылар. Унда Коля хеҙмәт итергә ҡалған ине, ләкин әсәйебеҙ ауырып киткәс, тыуған яҡҡа ҡайтты. Ми­лицияға хеҙмәт итергә керҙе, тиҙҙән уға эштән фатир бир­ҙеләр. Унан дүрт йәшкә генә өлкәнерәк булһам да, Коля минең өсөн улым кеүек ине. Аҡыллы, бөтә эшкә лә уңған, ғәҙел кеше, ялғанлыҡты яратманы. Әсәйе­беҙ үлгәнгә ярты йыл үтеп иҫкә алырға барғас, мин әйтәм: “Ко­ля, беҙгә ҡунырға кил”. Ә ул: “Ир­тәгә килермен, минең сә­семде киҫерһең”, - тип яуап бир­ҙе. Был беҙҙең һуңғы ос­ра­шыуыбыҙ ине.
Икенсе кисте беҙҙең янға уның дуҫы, шулай уҡ участковый Игорь Габиев килде. Миңә бер һүҙ ҙә әйтмәне, иремде са­ҡыртып, уға барыһын да аң­ла­тып бирҙе. Коля дауаханала үл­гән. Уны ауылға алып китер алдынан оҙатырға күп халыҡ килгән ине, хатта һаубуллашыр өсөн уның участогынан бер әбей ҙә килде, - тип һөйләй Валентина Кузьминична.
Яҡташтарының иҫтәлектәренән
Яҡташыбыҙҙың ҡәбере Алек­сандровка ауылында урын­лаш­ҡан. Ауыл халҡы Николай Бо­­чен­ковты йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Улар Николай Куз­мичты бала саҡтан уҡ аҡыл­лы, яҡшы егет булды, тиҙәр. Хат­та йәштәштәре кәмһеткәндә лә - ул бер ҡасан да иламаны, киреһенсә, көлә генә ине. Бәл­ки, ауыртыу һиҙ­мәгәндер, йәки үҙенең йом­шаҡлығын күрһәт­мәҫ­кә тырыш­ҡан­дыр. Әлеге ва­ҡытта апайы аҙна һайын ауылға ҡайта. Ул туған­да­ры­ның ҡәбер­ҙәрен ҡарай. Улар­ҙың ҡәбере һәр ваҡыт йы­йыш- ­тырылған, та­ҙа. Әсәһе ме­нән ағайҙары йә­нәшә күмелгәндәр.
Герой хөрмәтенә урам
Салауат мили­ция­һының 28 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған көндән сирек быуат уҙҙы. Салауат ҡалаһының, “Көнбайыш” микрорайонындағы урам, енә­йәтселәрҙе тотҡарлағанда һәләк булған, милицияның кесе лейтенанты һәм үлгәндән һуң Ба­тырлыҡ ордены менән бү­­ләк­­ләнгән Николай Боченков исемен йөрөтәсәк.
Зәбир Исламов,
“Һайлау” гәзите хәбәрсеһе.
(Салауат ҡалаһы).

Николай Боченков хөрмәтенә урам
Николай Боченков хөрмәтенә урам
Николай Боченков хөрмәтенә урам
Николай Боченков хөрмәтенә урам
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: