Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ғинуар 2022, 12:20

Яңы йыл мажараһы (Юмореска)

Яңы йылды ҡаршы алыу кө­нө яҡынлаша башлаһа, беҙҙең өй­ҙә аяҙ көндө лә буран сыға. Ҡа­ты­ным үҙ ата-әсәһенә барыр­ға те­ләй, мин - үҙемдең тыуған йорт­­­­- ҡа, шуға ла тартҡылаша баш­лайбыҙ һәм, йорттағы һауа то­рошо төнгө ун ике тулғас ҡына тына.

Яңы йыл мажараһы (Юмореска)
Яңы йыл мажараһы (Юмореска)

Бер-ике аҙна һөйләшмәйен­сә йөрөгәндән һуң, яңы өйлә­неш­кән парҙар шикелле һин дә мин йәшәй башлайбыҙ. Беҙҙең тор­мошҡа күршеләр ҙә өйрәнеп бөт­тө инде. Яңы йыл тамашаһы кү­рер өсөн ауыл клубына йө­рөй­һө лә юҡ, һеҙ – үҙегеҙ бер тама­ша, тиҙәр.
Шулай матур тормошобоҙҙо яҙыр өсөн район гәзитенән хә­бәрсе килеп, беҙҙең нисек йәшә­үебеҙҙе яҙып алғас:
- Һеҙ, шундай мөхәббәтле пар, бер-берегеҙҙе бер ҡасан да оҙаҡ күрмәй тора алмай­һы­ғыҙ­ҙыр ул? – тип һораны.
- Ни эшләп, күрешмәй тор­ма­ған саҡ булмаһын ти, булды. Бер мәлде бер йыл күрешмә­йен­сә торҙоҡ! – тип әйткәс, хәбәрсе дәфтәрен ябып ҡуйҙы ла:
- Нисек улай, шул тиклем сы­ҙа­нығыҙмы? – тип маңлайын­да­ғы күҙлеген бер систе, бер кейҙе.
- Ул әсәһенә яңы йыл ҡар­шыларға китте, мин иһә үҙ атай-әсәйемә барҙым, ә иртән, яңы йылды ҡаршы алғас ҡына, үҙ йортобоҙға икебеҙ ике яҡтан ҡай­тып индек. Нәҡ бер йыл үт­те, - тигәс хәбәрсе, ниңә килдем икән, тигән һымаҡ тиҙ генә сы­ғып китеү яғына ҡараны.
Хәҙер йылдар үтте, ҡартайта башлағас, яңы йыл булды ни ҙә, булманы ни. Кистән билмән бешереп ашайбыҙ ҙа, иртән бер ни булмағандай кәртә тирәһенә ҡар көрәргә сығабыҙ.
Оло улыбыҙ өйләнде. Хәҙер яңы ҡоҙалар яңы йыл ҡаршы алырға тигән һылтау менән беҙҙе үҙҙәренә саҡырҙы. Башҡа кешеләр саҡырһа, баш тартыр инек, тик, ҡоҙа менән ҡоҙағый саҡырғас, кире ҡағып булмай бит инде.
Малдарға бер аҙнаға етерлек итеп бесән ишеп төшөрҙөк тә, улыбыҙҙың машинаһына ултырып ҡунаҡҡа киттек. Барып ин­гәс, беҙҙе күктән төшкән ке­­шеләрҙе ҡаршы алған шикелле ҡосаҡлап уҡ алдылар.
- Үәт беҙҙең ҡоҙалар малаҙис, - тип беҙҙең аяҡтарҙы ергә лә тейҙермәйҙәр.
Сәй эсеп, мунсаларын инеп сыҡҡас, беҙҙе яңы йыл өҫтәле артына ултырттылар.
Инде яңы йылды ҡаршы алып, тышта салют атҡанын ҡа­рап бөтөп, өйгә генә ингәйнек:
- Әйҙәгеҙ беҙгә яңы йылды ҡаршы алырға, - тип яңы ҡоҙа­быҙҙың яңы ҡоҙаһы килеп инде.
- Ниндәй яңы йыл ҡаршы алыу ти ул? Әле генә Путин һөй­ләп бөттө, - тип мин ҡаршы кил­һәм дә, ай-вайыма ҡуйып тор­­­- ма­нылар, ҡапҡа төбөндә торған машинаға ултырттылар ҙа, үҙҙәренә алып та киттеләр. Йә, Хоҙай, күрәһеләрем бар икән ҡар­­таймалы көнөмдә, тип уҡы­нып та бөтмәнем, беҙҙе бер күпер аша алып сыҡтылар ҙа, шул ауыл­дың икенсе йортона алып та инделәр.
- Йәгеҙ әле, ҡоҙалар, Путин һөй­ләгәнсе, танышыу хөрмә­те­нә берҙе тотоп ҡуяйыҡ, - тигәс ап­тырап киттем. Бер аҙҙан ҡара­һам, ысынлап та, Путин һөйләй башланы.
- Бына һиңә кәрәк булһа, бер Путинды бөгөн икенсегә күрәм, - тип аптырап ултырғанымды ҡоҙалар һиҙеп алды.
- Беҙ бит күрше Татарстан ме­нән күпер аша ғына йә­шәй­беҙ, ваҡыт айырмаһы – ике сә­ғәт, шулай булғас, яңы йыл ме­нән тағы ҡотлайбыҙ! – тип әйткәс кенә аңыма килдем. Үҙ-үҙемдән көлдөм дә, күрше ҡо­ҙаларға рәхмәт әйтеп:
- Ғүмерҙәр ҙә шулай ике тап­ҡыр ҡабатланһын ине, - тип ҡу­наҡҡа килгәнемә һөйөнөп бөтә алманым.
Автор: Таһир ВИЛДАНОВ.
Сахай ауылы.

https://gazeta19.ru сайтынан Лариса Баканова һүрәте.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: