Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ғинуар 2022, 14:39

Мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡамыр рецебы

Изге йомала һәм алдағы ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы тәмлекәстәр бешереп ҡыуандырайыҡ. Был рецепт буйынса әҙерләнгән ҡамыр һәр ваҡыт уңа. 

Мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡамыр рецебы
Мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡамыр рецебы
Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә ярай. 
Ҡамыр өсөн кәрәк: 1 стакан кефир, 0,5 стакан көнбағыш майы, 1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 стакан он.
Әҙерләү:
Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эслек әҙерләйбеҙ. Майлы табаға әҙер бәлештәрҙе, булочкаларҙы теҙеп сығабыҙ. Мейес йылығансы, 10 минут тирәһенә ҡабартырға ҡуябыҙ. Артабан бәлеш йәки булочкалар өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөп сығабыҙ.
Мейестең ҡыҙыулығына ҡарап, өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.
Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгән ризыҡ бешерергә була: пицца, бәлештәр, булочкалар. Ҡамыр һәр ваҡыт уңа. Ашығыҙ тәмле булһын!

Рецепт "Әсәйҙәр, серләшәйек" төркөмөнән.
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: