Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ғинуар 2022, 11:06

Үҙмәшғүлдәргә - ташламалар

Ул беренсе йылда ҡуртымға алыу хаҡының – 40, икенсе йылда – 60, өсөнсө йылда 80 процентын тәшкил итәсәк.

Үҙмәшғүлдәргә - ташламалар
Үҙмәшғүлдәргә - ташламалар

2022 йылда Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр өсөн республика милкен ҡуртымға алыу тәртибе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына кеүек, льготалы шарттарҙа билдәләнәсәк.

Ул беренсе йылда ҡуртымға алыу хаҡының – 40, икенсе йылда – 60, өсөнсө йылда 80 процентын тәшкил итәсәк. Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев үҙмәшғүлдәргә, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү – ведомство хеҙмәтендә төп аспекттарҙың береһе, тип билдәләй.

"Нимә ул бизнес? Яңы эш урындары, төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыуы күрһәткестәрен күтәреү", – ти етәксе.

Бынан тыш, үҙмәшғүл граждандар, эшҡыуарҙар, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2022 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алған саҡта 0,01 күләменә тиң льготалы коэффициент менән файҙалана.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54399

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: