Яңы өй туйлаусыны ҡыуаныслы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район үҙәк дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Марс Әбдиев, “Башстройсервис” йәмғиәте генераль директоры Илмир Ғүмәров ҡотланы.
“ Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Был программа буйынса эш киләсәктә лә дауам ителәсәк һәм беҙ уҡытыусыларға һәм башҡа белгестәргә лә уны юлларға ярҙам итәсәкбеҙ.
Өйлө булыуығыҙ менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым, халыҡ мәнфәғәте өсөн ауыр эшегеҙҙә уңыштар, бәхет-ҡыуаныстарға бай тормош теләйем”, - тип изге теләктәрен белдерҙе Әлфир Фәрхәт улы.
Раушания Рәфис ҡыҙы 2016 йылда беҙҙең районға Шишмә районынан күсеп килә һәм балалар консультацияһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Ул хеҙмәтләндергән участкаға Ҡырмыҫҡалы, Ҡарлыман, Ҡарлыманбаш, Мөкәй, Ҡуғанаҡ, Кәсеүән ауылдарынан 870 бала беркетелгән. Мәктәптә үк һайлаған һөнәрен яратып, бар күңелен һалып башҡарған, кешелекле һәм асыҡ йөҙлө Раушания Рәйес ҡыҙын ата-әсәләр ҙә, сабыйҙар ҙа бик ярата.
Раушания Рәфис ҡыҙы менән эшләүе бик еңел. Ул үҙ эшен яратып башҡара һәм бик яуаплы ҡарай. Уның өсөн бик шатбыҙ һәм ҡыуанысын ихлас күңелдән уртаҡлашабыҙ, - ти участка педиатры Әнисә Нурғәлиева.
“Быға тиклем балаларым менән ҡуртымға фатир алып йәшәнек. Ҡыҙым Алина РФ Хөүкмәтенең финанс университетында 2-се курста белем алһа, улым Рауил 2-се мәктәптә 8-се класта уҡый. Яңы йортобоҙға 1-2 аҙнанан күсеп сығырға ниәтләйбеҙ. Бында барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған, беҙгә шатланып йәшәргә генә ҡала.
Йорт - ул ғаилә усағы, балаларымды ҡаршы алып, оҙатып ҡалырға үҙ донъябыҙҙы булдырыуға ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Республика Хөкүмәтенә, район хакимиәте башлығына һәм район үҙәк дауаханаһына ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - ти тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан Раушания Нафиҡова.
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһының шарттары буйынса йәш белгестәр 5 йыл бер урында эшләгәндән һуң йортто йәиһә фатирҙы торлаҡ хаҡының 10 процентын түләп, һатып алыу мөмкинлегенә эйә, ә 10 йылдан һуң ул 1 процент тәшкил итәсәк. Был ысынлап та, төрлө өлкәләрҙә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә бик ҙур ярҙам.
Раушания Рәйес ҡыҙына яңы йортонда тик бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.