Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Сентябрь 2022, 17:42

Әүҙем ял өсөн

Һәүәләй халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиға – күп тармаҡлы мәҙәни һәм ял итеү паркы асылды.

Әүҙем ял өсөн
Әүҙем ял өсөн

Уны һәүәләйҙәр ҙур түҙем­һеҙ­лек менән көтөп алды. Зама­на талаптарына ярашлы, уңайлы шарттар булдырылған төрлө май­ҙансыҡтар һәр кемдең кү­ңе­ленә хуш килде. Бында балалар һәм спорт майҙан­сыҡтары, ял итеү урындары булдырылған. Бөтә биләмә брусчатка һәм асфальт менән ҡапланған, кәр­тәләнеп алынған.
Был йәмәғәтселек урынын тө­ҙөкләндереү буйынса 2019 йыл­дан бирле эштәр башҡа­ры­ла. Бөйөк Ватан һуғышында һә­ләк булғандар иҫтәлегенә обе­лиск булған урынға тәүге этап­та биш гектар тирәһе би­ләмәлә яҡтыртҡыстар ҡуйыла, эскәмйәләр урын­лаштырыла, йүгереү юлы төҙөлә. 2022 йылда халыҡ тауыш биргәндән һуң йә­мәғәтселек урынын төҙөк­лән­дереү дауам итә. Бына яңыраҡ “Торговый дом Ресурс” йәм­ғи­әтенең подряд ойошмаһы эште та­мамлап ҡуя. Хәҙер бын­да резина менән ҡап­лан­ған балалар өсөн уйын һәм спорт май­ҙан­сыҡ­тары, ял итеү урыны, атлап йөрөү өсөн тротуарҙар, велосипед өсөн юл, сәскәләр үҫ­тереү өсөн урындар, яҡ­тыртҡыстар, видео­кү­ҙәтеү, автомобилдәр өсөн парковка бар.
Һәүәләйҙәрҙең шат­лыҡ­­­та­рын уртаҡлашырға ҡунаҡтар ҙа килде. Ха­лыҡты ҡотлап, район хакимиәтенең баш архитекторы Артур Айбулатов сығыш яһаны.
- “Уңайлы ҡала мөхи­тен булдырыу” федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәҙә­ни, ял һәм спорт майҙан­сыҡ­тары булған объект барлыҡ­ҡа килде. Бының өсөн 8 мил­лион һумдан күберәк аҡса һалынды. Был парк - федераль программа сиктәрендә төҙөл­гән һигеҙенсе объект. Програм­ма­ның артабан да дауам итеренә өмөт итәйек, - тип һөйләне ул.
Был көндө Һәүәләй мәктә­бенә (директоры На­талья Әхмә­това), Һәүә­ләй ауыл Советы хаки­миәте водителе Наил Ғә­зи­зовҡа, тракторсыһы Радмир Ғәл­ләмовҡа, Ба­лиғ булмағандар өсөн реабилитация һәм коррекция республика үҙәге коллективына (директоры Рушан Ках­ти­ранов), “Торговый дом Ресурс” йәмғиәтенә (директоры Юлия Авсахова) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Шулай уҡ Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте баш­лығы Тимур Ғәләүет­динов, урындағы мәсет­тең имам-хатибы Мәжит Йә­ғә­­фәров яҡташтарын тәб­рикләп, паркты һаҡларға кәрәклеген әйтте.
Ял итеү паркында һәр саҡ йән­лелек булыр, һәм ул һәр ке­шенең яратҡан урынына әйлә­нер, тип ышанабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: