Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Февраль 2022, 18:29

Пархоменко урамына сығыу юлы ябылды

Баш ҡала халҡынан үҙгәрештәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе үтенәләр.

Пархоменко урамына сығыу юлы ябылды
Пархоменко урамына сығыу юлы ябылды

Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 15 февралдән Затон шоссеһы, Галле ҡалаһы исемендәге, Пархоменко урамдары һәм Граждан тыҡрығы киҫелешендә яңы хәрәкәт схемаһы ғәмәлгә инде. Галле ҡалаһы исемендәге урамдан Пархоменко урамына сығыу юлы ябылды, тейешле юл билдәләре ҡуйылды. Тәүге көндәрҙә бында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора.

Баш ҡала халҡынан үҙгәрештәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һәм юл йөрөүҙе алдан күҙаллауҙы үтенәләр. Водителдәргә юл билдләренә иғтибар итергә һм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.

Галле ҡалаһы исемендәге урамдан Пархоменко урамына Затон һәм Алексеевка шосселары, Рихард Зорге урамы аша барырға мөмкин.

Фото: ufacity.info

Сығанаҡ: ufacity.info

 

Автор:
Читайте нас в