

Иҫке Муса ауылы янындағы Зәңгәркүл тағы спорт һөйөүселәрҙе үҙенә йыйҙы. Уҙған шәмбе унда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә спорт байрамы үтте.
Бергәләп йүгереү акцияһында Иҫке Муса ауылының олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Стартҡа сит ауылдарҙан спорт һөйөүселәр, күрше Ауырғазы районы һәм “Айыҡ Өфө” ойошмаһы вәкилдәре лә баҫты. Бәйгенән “Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙекеләргә” ирекмәндәр штабы ағзалары ла ситтә ҡалманы.
Сараны асҡандан һуң Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова акцияла ҡатнашыусыларға әүҙем булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, уңыштар теләне.
- Бөгөнгө көнөгөҙ матур һәм файҙалы үтһен. Сәләмәт тормош рәүешенә әйҙәгән сарала ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Илмира Әнүәр ҡыҙы.
“Айыҡ Өфө” йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Марат Кәлимуллин иҫкемусаларҙың конкурста ҡатнашыуҙарын хупланы һәм еңеү теләне.
- “Айыҡ ауыл” исеменә һеҙ лайыҡ тип әйтә алам. Һеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел – эшләргә лә, күңел асырға ла, донъя көтөргә лә өлгөргән халыҡ йәшәй бында. Көн дә берәй сара, ярыш үтә. Мин спорт байрамында беренсе тапҡыр ҡатнашмайым. Йүгереү миңә бик оҡшай. Бөгөн мин һеҙҙең менән бергәләп йүгерәсәкмен, - тине.
Артабан сарала ҡатнашыусылар һылыу ҙа, тырыш та, спортсы ла, шәфҡәтле лә изге һөнәр эйәһе Гүзәл Ғөзәйерова менән старт алдынан дәртле музыка аҫтында күнегеүҙәр эшләне.
Тантаналы өлөштән һуң ярышҡа старт бирелде. Бәйгелә ҡатнашыусылар сәләмәт булыу өсөн спорттың ни тиклем мөһимлеген, спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа битараф булмауҙарын күрһәтте. Әйткәндәй, был ярышта ваҡытҡа йүгереү булманы, иң мөһиме – яҡшы кәйеф, кинәнес алыу. Яҡшы кәйеф – йәнгә лә, тәнгә лә дауа, тиҙәр. Шуға күрә бергәләп йүгереү акцияһында ҡатнашыусылар бындай сарала ҡатнашыу – үҙе бер ғүмер, тип тейешле араны ашыҡмай ғына үтте. Шулай ҙа секунданттар ваҡытты иҫәпләмәһә лә финиш һыҙығына беренсе булып килеүселәрҙе билдәләп үттеләр. Бергәләп йүгереүҙә ир-егеттәр араһында 1,5 саҡрым дистанцияла Иҫке Муса мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Артур Мөхәмәтйәров иң етеҙе булды, 1 саҡрымлыҡ дистанцияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында урындағы мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Азалина Мозафарова финишҡа иң беренсе булып килде. Әйткәндәй, Артур менән Азалина “Милләттәр кросы-2026” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә еңел атлетика буйынса район беренселегендә ҡатнашып, еңеү яуланылар. Уларға афарин тиергә генә ҡала. Артабан 500 метрлыҡ дистанцияла олоһо ла, кесеһе лә бергәләп йүгерҙе. Улар артынан скандинавса йөрөүҙе үҙ итеүсе бер төркөм ветерандар скандинав атлауы буйынса йүгереү трассаһы буйлап атланы. Скандинав йөрөшө буйынса иң әүҙем спортсы тип Әлфрит Рәжәпов билдәләнде. Йүгереүселәрҙе күҙәтеү бик мауыҡтырғыс ине. Һәр дистанцияла тамашасылар спортсыларҙы көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе.
- Иҫкемусалар үткәргән сараларҙан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Бөгөн мин өс ҡыҙым менән йүгерҙем. Сара һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолған. Барыһы ла һәйбәт үтте, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылынан Динис Вәлишин.
Ярыштарҙан һуң еңеүселәргә бәйгенең символы – статуэткалар һәм байрам йүгерешендә әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды.
Спорт һөйөүселәр бер ҙә арымаған, улар сикһеҙ мөмкинлектәрен күрһәтеп, йүгергәндән һуң Зәңгәркүл эргәһендәге тауға үрләнеләр. Спорт донъяһы ул шундай - ул көслөләр һәм сыҙамлылар, тырыштар һәм ҡыйыуҙар майҙаны. Сарала ҡатнашыусылар бейек тауға менеп хозур тәбиғәт менән һоҡландылар, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Теләктәрҙе ҡайҙа, ҡасан теләү бик мөһим булмаһа ла, изге тип йөрөтөлгән тау башында һәр кем ихлас күңелдән теләктәр ҙә теләне. Һәм уларҙың барыһының да теләктәре бер – донъяла тыныслыҡ урынлашһын, илебеҙ айыҡ һәм сәләмәт булһын. Иң мөһиме изге теләктәр ҡабул булһын.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар бергәләп ҡаҙанда бешкән былау менән һыйланды, хуш еҫле сәй эсте.
Спорт һәм сәләмәтлек байрамында ҡатнашыусылар көҙгө тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, иптәштәре менән күңелле итеп аралашып, кәйефтәрен күтәреп ҡайттылар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.