

Уҙған аҙнала Иҫке Муса ауылында футбол буйынса турнир үтте. Ярыш “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ул өлкән сержант, махсус хәрби операция геройы Наил Радик улы Барыев иҫтәлегенә бағышланды.
Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова сараны асып, барлыҡ йыйылыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, иң изге теләктәрен еткерҙе, спортсыларға уңыштар теләне.
Наил Радик улы Ҡазан ҡалаһында мәктәпте тамамлағас, Иҫке Муса ауылына күсенеп килә һәм ошонда төпләнә. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Наил Радик улы беренселәрҙән булып илгә хеҙмәт итергә баҫа. Уның артынан ауылдаштары, дуҫтары ла юллана. Илебеҙҙе һаҡлаусылар араһында уның яҡындары ла була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә Наил Барыев беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Уны райондаштары, ауылдаштары яуаплы, батыр һәм ил алдындағы бурысына тоғро кеше итеп иҫкә алалар. Яугир “Батырлыҡ” ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта ауылда уның әсәһе, ҡатыны һәм балалары йәшәй. Наил Радик улы махсус хәрби операция биләмәһендә взвод командиры була, уның ҡул аҫтында бик күп ҡырмыҫҡалылар хеҙмәт итә. Сарала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән Радик Барыевты иҫкә алдылар.
- Ул үҙенең балаларында, туғандарында, шулай уҡ әсәһе, ҡатыны һәм беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк, сөнки батырҙар үлмәй. Беҙ бөгөн беренсе тапҡыр Наил Радик улына бағышланған батырҙар матчына йыйылдыҡ. Беҙҙе был эштә Байрас Шаһиев хуплап алды,- тине Илмира Әнүәр ҡыҙы.
Байрас Ҡадим улы, яугир яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән һәм әлеге ваҡытта ла ил һағында булған ир-егеттәребеҙ хаҡына, бөгөнгө ярышты әүҙем, татыу һәм берҙәм үткәрергә саҡырҙы. Был сарала яугир Наил Радик улының улдары Таһир һәм Байрас та ҡатнаштылар. Улар яҡшы уҡыйҙар, спорт менән шөғөлләнәләр һәм аталары кеүек бик ҡыйыу булып үҫәләр. Тренер Йәмил Фәтих улы Аҙнағолов турнирҙа ҡатнашыусылар миҙалдар, аҡсалата бүләктәр аласаҡ һәм был сара йыл һайын үткәреләсәк тине.
- Беҙҙең балалар футбол уйнарға бик ярата, шуға беренсе батырҙар матчы Наил Барыев иҫтәлегенә, республика конкурсы сиктәрендә үтә. Киләсәктә көрәш, волейбол һәм тхэквондо буйынса ярыштар үткәрергә планлаштырабыҙ. Иғәнәсебеҙ Иҫке Муса мәктәбенең элекке уҡыусыһы Байрас Шаһиев. Бер үк ваҡытта, беҙ Рәфил Килдейәровтың эшен дауам итеп, йәшелсәләр ҙә йыябыҙ. Беҙ “Супы из Башкирии” ойошмаһына ҡушылдыҡ, улар йәшелсәләрҙе киптереп, махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙәребеҙгә ебәрәләр.
Әлеге сарала “Айыҡ Өфө” ойошмаһы вәкиле лә ҡатнашты.
- Мин үҙем Булгаков ауылында йәшәйем. Иҫке Муса ауылында футбол уйыны үткәрелгәнен ишеткәс, Илмира Әнүәр ҡыҙы менән кәңәшләшеп, айыҡлыҡты хуплап, ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар иттем. Беҙ мәктәптә айыҡлыҡ дәрестәре үткәрергә, шулай уҡ Иҫке Муса ауыл Советы үткәргән төрлө акцияларҙа ҡатнашырға уйлайбыҙ,- ти Марат Кәлимуллин.
Футбол ярышында барлығы 6 команда ҡатнашты. Кесе мәктәп уҡыусылары төркөмөнән беренсе урынды “Городские” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – “Иҫке Муса” (икенсе команда), өсөнсө урында “Иҫке Муса” (беренсе команда) командалары. Солтан Ғәйфуллин иң яҡшы һөжүмсе тип билдәләнде. Ул 7 гол индерҙе. Иң яҡшы ҡапҡасы – Таһир Юлдашев булды. Ул бер голды ла үткәрмәне. Өлкән төркөм араһында беренсе урынды “Студенттар”, икенсе урынды – Иҫке Муса ауылы мәктәбе, өсөнсө урынды “Йәштәр” командалары алдылар. Ә инде сәмле, дәртле ярышта “Студенттар” командаһы кубокка лайыҡ булды.
Футболсылар барлыҡ матчтарҙы сағыу һәм сәмле уҙғарҙы. Көн һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, ярыш онотолмаҫлыҡ бер мәл булып ҡалды. Уйынсыларҙы хупларға килгән көйәрмәндәр һәм спортсылар уйындан ҙур ҡәнәғәтлелек һәм яҡшы кәйеф алдылар. Сөнки дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм бер-береңә ярҙам итеү, күңелдәрҙе йылыта, көс-дәрт өҫтәй.
Әйҙәгеҙ, Иҫке Муса ауылы халҡына был изге эштә уңыштар теләйек, сөнки бергә – беҙ көс!
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.