Бөгөн Ҡырмыҫҡалыла ауыл советы хакимиәте башлығы кубогына саңғы ярышы уҙҙы.
Унда район хакимиәте, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Үҙәк район дауаханаһы, мәғариф бүлеге, спорт мәктәбе, ДРСУ, "Ростелеком", 1-се балалар баҡсаһы, РайПо-нан барлығы 10 команда ҡатнашты.
16 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө йәш категорияһына ярашлы еңеүселәр билдәләнде.
Ауыл советы хакимиәте башлығы кубогын Үҙәк район дауаханаһы командаһы яуланы.
Фотолар альбомда: https://vk.com/album234260352_291224335?z=photo234260352_457278480%2Falbum234260352_291224335