-3 °С
Болотло
Бөгөн Ҡырмыҫҡалының спорт мәктәбе асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы. Бында һәр теләгән бала үҙе теләгән спорт түңәрәгенә яҙыла алды. Спорт мәктәбенең алды шау-шыу килгән бала-сағалар тауышына һәм уларға ярҙам итеүсе ата-әсәләр менән тулы ине. Һәр бала ентекле итеп спорт секцияларын ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙҙәренә оҡшағандарын һайлап, шунда уҡ яҙылдылар.
6 йәшлек Мансур Ишмаков та әсәһе менән килгән. Ул быйыл да футбол уйыны менән шөғөлләнәсәк.
- Улым икенсе йыл футбол менән шөғөлләнә. Был уйын уға бик оҡшай, бик ҙур теләк менән йөрөй, - ти уның әсәһе Фәнилә Ишмакова.
Спорт һөйөүсе балалрға уңыштар теләйбеҙ!