Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июнь 2022, 16:36

Сергей Томаров тәғәйенләнде

Ул Әшәлә команданы тәүге уҡыу-күнекмә сборына әҙерләй, тип хәбәр итә Өфө клубының ТГ-каналы.

Сергей Томаров тәғәйенләнде
Сергей Томаров тәғәйенләнде

«Өфө» футбол клубы Сергей Томаровты баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында иғлан итте. Ул Әшәлә команданы тәүге уҡыу-күнекмә сборына әҙерләй, тип хәбәр итә Өфө клубының ТГ-каналы.

Сергей Томаров менән бергә тренерҙар штабына Николай Сафрониди, Артур Шәйбәков һәм ҡапҡасылар буйынса тренер Ринат Камалов инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей Томаров «Өфө» футбол клубына 2016 һәм 2018 йылдарҙа етәкселек иткәйне. 2020 йылда белгес «Өфө» футбол клубы мәктәбенең баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Ошо хаҡта тулыраҡ — «Башинформ» лонгридында.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-06-15/ispolnyayuschim-obyazannosti-glavnogo-trenera-fk-ufa-naznachen-sergey-tomarov-2840511

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: